Башҡорт донъяһы
28 Декабрь 2020, 08:08

Бөрө күренекле шәхестәр эҙен һаҡлай

Бөрө районына һәр саҡ оло тулҡынланыу менән юлланам, Бөрө ҡалаһына һәр килеүҙе үҙем өсөн асышҡа тиңләйем.

Бөрө районына һәр саҡ оло тулҡынланыу менән юлланам, Бөрө ҡалаһына һәр килеүҙе үҙем өсөн асышҡа тиңләйем. Мәҫәлән, әле күренекле башҡорт әҙибәһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫ киткес матур музейына сәфәр ҡылып, ныҡ ҡыуандым. Музей яңы төҫ алған, майҙаны киңәйгән. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова билдәләүенсә, музей экспонаттар менән даими тулыланып тора.


Ысынлап та, Бөрө һоҡландыра, һәм бында килергә һәр саҡ атлығып тораһың. Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан Бөрө ҡалаһының йылдан-йыл төҙөкләнә һәм күркәмләнә барыуына нисек шатланмаҫҡа! Уның тағы ла бер үҙенсәлеге бар – Бөрө йылғаһының Ағиҙел йылғаһын тулыландырыуы.


Бөрө ҡалаһында бөгөн 40 мең тирәһе кеше йәшәй, бер үк ваҡытта бындағы милләттәштәребеҙҙең бынамын тигән ғүмер кисереүе лә ғорурландыра. Ә быйыл 90 йыллыҡ юбилейын уҙғарған Бөрө районының халҡы – 60 меңгә яҡын.


Арҙаҡлы ижадсы Һәҙиә Дәү­ләтшинанан тыш, бөрөләр башҡорт халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшинды ла ҙур хөрмәт менән иҫкә ала, уның ҡәберен тәртиптә тота, ул тере сәскәләрҙән өҙөлмәй. Әйткәндәй, шағир-импровизатор Фәррәх Дәүләтша улы Бөрө районының Яңы Байыш ауылында ерләнгән.



Бөрө районы.
Читайте нас