Башҡорт донъяһы
28 Декабрь 2020, 08:07

Башҡорт теленә һөйөү хисе уятҡан

“Беҙҙе берләштергән нигеҙ усағы һүнмәһен”.

Ул оҙаҡ йылдар студенттар һәм уҡыусылар менән эшләй, йәш быуын күңеле аҡ ҡағыҙҙай аҡ булһын, ҡараламаға әйләнә күрмәһен, тип тырыша. Уларҙы яңылыштарҙан аралап йәшәй, үҙенең күңел тәҙрәләре тик ҡояшҡа асылған. Кем тиһегеҙме? Нефтекама ҡалаһында ғүмер иткән Гөлфирә Байбулатова булыр ул. Филология фәндәре кандидаты, уҡытыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, күп кенә уҡыу программалары, әсбаптар, фәнни хеҙмәттәр авторы ла ул.


Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Башҡорт дәүләт универси­тетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң, йәш белгес булараҡ, Нефтекама ҡалаһына 1996 йылда эшкә ебәрелә. Ун биш йылға яҡын – Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында, ә уға тиклем ҡала мәктәптәрендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Университеттың Нефтекама филиалында хеҙмәт күрһәткән йылдарында танылған профессор Марат Зәйнуллин етәксе­легендә “Башҡорт әҙәбиәтендә эпитеттарҙың тел һәм художество үҙенсәлектәре” (З. Биишева, М. Кәрим, Н. Мусин әҫәрҙәре миҫалында) тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ошо йылдарҙа рес­публикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен уҡытыуға, башҡорт телендә ваҡытлы матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индерә: студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән, журналистика буйынса уҡытыу-методик программалар, уҡыу әсбаптары яҙа. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты һорауы буйынса “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” тип аталған эш дәфтәре һәм уҡытыу програм­маһы (филология фәндәре кандидаттары Р.А. Солтаҡаева, Р.Ғ. Алсынбаева менән автор­ҙаш) яҙған.
Тиҫтә йылға яҡын Нефтекама ҡалаһында нәшер ителгән “Кама тулҡындары” (ул ваҡытта Нефтекама ҡалаһының “Красное знамя” ижтимағи-сәйәси гәзитенә ҡушымта) гәзитенең сығарыусы мөхәррире йөгөн тарта. Йәш ғалимәнең тырыш­лығы менән БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттарының бихисап мәҡәләһе, шиғырҙары тап ошо гәзит биттәрендә донъя күрә. Улар өсөн “Ҡанаттар осҡанда нығый” тигән рубрика булдырыла.
Фән кандидаты Гөлфирә Байбулатова әйтеүенсә, беренсе уҡытыусыһы – тыумышы менән Балаҡатай районының Айғыръял ауылынан булған Римма Сафонова башҡорт теленә ҡарата һөйөүҙе баш­ланғыс кластарҙа уятҡан. Һуңынан иһә Баҙытамаҡ урта мәктәбендә Роза апай Ра­маҙанова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән.
Педагог уҡытып сығарған студенттар араһында тәжри­бәле һәм алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, гәзит-журнал, телевидение редакцияларында эшләгән журналистар, хәбәр­селәр, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм методистары, ҡала хакимиәте белгестәре бар. Уларҙың уңыштарын күреп, уҡытыусыһы ихлас ҡыуана, улар менән бөгөн дә тығыҙ аралашып, кәңәштәрен биреп йәшәй.
Нефтекама ҡалаһының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ярҙамы баһалап бөткөһөҙ – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына әҙерләнгәндә, Гөл­фирә Байбулатова уларға кә­ңәштәрен бирә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мето­дикаһынан, риториканан лекциялар уҡый, ҡала методик берләшмәһендә уҡыусыларҙы ғилми-ғәмәли конфе­рен­цияларға әҙерләү буйынса сығыштар яһай.
Үҙе лә республикала үткән фәнни-методик конфе­ренция­ларҙа, башҡа сараларҙа йыш ҡатнаша. Был йәһәттән Нефтекама ҡалаһының, хәҙер инде Краснокама районының да дәрәжәһен күтәреүсе, йөҙөн яҡлаусы, ҡалалағы, райондағы тел, тәрбиә, патриотизм мәсьә­ләләрен күтәреп сығыусы шәхестәрҙең береһе лә ул. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында уҙған “Ҡатын ҡыҙ – милләт әсәһе” беренсе республика конкурсында еңеүсе булды.
Эштәге уңыштарынан тыш, ғаиләһе лә, йәшәгән донъяһы ла матур, ҡотло уҡытыусының. Регина исемле ҡыҙы буй еткергән, коллегаларына, дуҫтарына, үҙе һәм ире яғынан туғандарына, уларҙың балаларына, ҡыҫҡаһы, барыһына ла ифрат иғтибарлы ул.
Гөлфирә Байбулатова сы­ғышы менән Илеш районының Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан, 15 кенә өйлө бәләкәй Кесе Тәжәй ауылынан. Ата-әсәһе – Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы һәм Флүзә Сәхәүетдин ҡыҙы – ябай колхозсылар, ғаиләлә биш ҡыҙға матур тәрбиә биреп, уларҙы уҡытып, оҙон тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә.
Бөгөн әсәһенә 76 йәш, уның янына йыш ҡайтырға тырышалар. Килешәйек, тыуған нигеҙҙә йыйылыуҙан да ҡәҙерлерәк мәл юҡ. Уларҙы берләштергән нигеҙ усағы һүнмәһен, әсәһе иҫән-һау булһын!
Бына икенсе йыл инде Гөл­фирә ханым Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә төп эшмәкәрлек һәм милли мәсьәләләр буйынса начальник урынбаҫары вазифа­һын башҡара. Был эш тә үҙенә ҡарата яңы маҡсаттар, юғары талаптар ҡуйыуҙы, коллегалары менән тормош һәм һөнәри тәжрибәһе менән уртаҡла­шыуҙы, һәр саҡ кешелекле булып ҡалыуҙы талап итә.
– Егерме өс йылдан ашыу студенттар, балалар менән эшләгәндән һуң, мәғариф бүлегенә эшкә күстем, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Бында үҙемдең профессионал түгел­легемде тойҙом, әммә тырыш­лыҡ һәм теләк булғанда, шөкөр, аҡрынлап өйрәнергә мөмкин. Иң мөһиме, теләк бер ҡасан да һүрелмәһен! Ял көндәремде, ғөмүмән, тормошомдо йөкмәт­келе итеп ҡорорға яратам. Спорт менән шөғөлләнәм, концерт-театрҙарға йөрөйөм, әхирәттәрем, туғандарым менән аралашып торам, тыуған көндәр, юбилейҙар алып барам, сценарийҙар, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр, очерктар яҙам. Шиғыр уҡыу, тыңлау мине ҡанатландыра. Сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, диңгеҙҙә рәхәтләнеп йөҙөргә яратам. Ҡыш саңғыла йөрөргә, хатта тауҙан шыуырға сығабыҙ. Донъянан ҡәнәғәт булып йәшәйем, сөнки шулай ғүмер итеү еңелерәк. Ҡәнәғәт булырға, әммә маҡсат ҡуя белергә, билдәләгән ниәтемә, һис шикһеҙ, өлгәшергә тырышам.


Краснокама районы.
Читайте нас