Ҡолбаҡ ауылында йәшәгән Айбулат Ҡолбаҡов – умартасылар нәҫелен дауам иткән һигеҙенсе быуын вәкиле. Уның тамыры ошо иҫ китмәле матур Ҡолбаҡ ауылы менән бәйле, хатта фамилияһы ла ауылдыҡы кеүек. Уның өйө ҡаршыһында йүкәле урман үҫә, эргәһендә Әй йылғаһы аға, саф һыулы шишмәһе лә бар. Ҡолбаҡовтарҙың ихатаһында нәҫелдән ҡалған ҙур солоҡ тарихи мираҫ булып тора.
Айбулат Нәзир улында Ҡолһары Ҡолбаҡов заманынан һаҡланған – 1773 йылдан алып барылған шәжәрә лә бар. Ололар һөйләүенсә, Пугачев ихтилалы ваҡытында Ҡолһары Ҡолбаҡов Салауат Юлаевтың малайы Хәсәнде йәшерен алып килеп тәрбиәләгән.
Айбулат Нәзир улына 62 йәш, бала саҡтан бер минут та тик ултыра белмәгән уҙаман әле лә йүгереп йөрөп донъя көтә.
– Олатайым Муллағәле Мырҙағәлим улы – беҙҙең яҡтарҙа ауыл хужалығына нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе. Ауылда коллективлаштырыу башланғас, уны “Әбдрәзәҡ” колхозы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ул үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлештәрен үҫтереү менән генә сикләнмәй, умартасылыҡты ла алып бара. Олатайым 1942 йылда Ленинград ҡалаһы өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була. Бал ҡорттарына булған һөйөүен, бай тәжрибәһен улы Нәзиргә, йәғни атайыма тапшырған. Ул элекке “Киров” совхозының Ҡолбаҡ бүлексәһендә умартасы булып эшләй. Әсәйем Бәҙрисафа Ғәйфулла ҡыҙы яғынан олатай менән өләсәй уҡытыусылар була, улар ҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Бала саҡтан ваҡытым умартасылыҡта үтте, шул саҡтан егәрле бөжәктәр күңелемә үтеп инде, – ти Айбулат Нәзир улы.
Атаһы ла, улының тырышлығын һәм һәләтен күреп, совхоз умартасылығына ярҙамсы итеп ала. “Бер мәл иҫке ағас ҡыуышында ҙур күс таптыҡ. Унда ныҡ һәм һау бал ҡорттары гөжләй ине. Шул йылда мул уңыш алдыҡ”, – тип хәтерләй умартасы.
Айбулат Нәзир улы һигеҙенсе класты тамамлағанда умартасылыҡ эшенең барлыҡ серҙәренә лә төшөнөп бөткән була, шуға ла ул башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштереү маҡсатында электрикка һәм водителгә уҡып сыға. Армияла ла водитель-механик булып хеҙмәт итә. Тыуған еренә ҡайтҡас, атаһының кәңәшенә ҡолаҡ һалып, умартасылыҡ эшен дауам итергә була. Белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфө районының Михайловка ауылындағы училищела умартасы һөнәренә уҡый. Уҡыуҙы тик “бишле” билдәһенә тамамлаған Айбулат Нәзир улынан уҡыу йортонда мастер булып эшкә ҡалыуын һорайҙар, тик уның тыуған ауылына һөйөүе көслөрәк булып сыға.
Шулай итеп, совхоз умартасылығында эшләүен дауам итә. Тик 1981 йылда хужалыҡ үҙгәрештәр кисерә, ә Айбулат Нәзир улын урмансы итеп эшкә саҡыралар.
– Барлыҡ ошо осорҙа үҙемдең ихатамда 30 умарта тотам, уны кәметмәйем дә, арттырмайым да. Беҙҙә урта рус тоҡомло ҡорттар, көслөләрен генә ҡалдырам. Ике корпуслы 12 рамлы умарталарҙы үҙем эшләйем. Йүкә сәскә атҡан саҡта, июлдең өсөнсө декадаһында, һәр көн киске сәғәт 10-да үлсәйем, бал йыйымы 11 килограмдан ашыу була, – тип үҙенең уңыш серҙәре менән уртаҡлашты оҫта умартасы.
Ҡорттар һалҡын миҙгелде хужа әҙерләгән ҡышлыҡта үткәрә. Унда уларға йылы, шуға ла ҡыш буйы улар аҙыҡҡа һәм йылылыҡҡа өҫтәмә көсөн сарыф итмәй. Көндәр йылытыу менән, бал ҡорттары тал һәм үгәй әсә үләне сәскәләренә бал йыйырға оса.
Айбулат Ҡолбаҡов 2007 йылдан бирле көндәлек-журнал алып бара, унда ул бал биргән үҫемлектәрҙең ҡасан сәскә атыуы, һауа шарттары тураһында даими яҙып тора.
– Таң атҡан саҡта ысыҡтан атлағанда һәм сәскә атҡан үләндәрҙең тәмле еҫтәре менән тын алғанда, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоям, – тине тәбиғәт кешеһе.
Айбулат Нәзир улы белдереүенсә, иң табышлы йыл уның өсөн 2008 булған. Әйткәндәй, саф һауалы Ҡолбаҡта йыйылған балды республиканан ситтә лә яҡшы беләләр, һатып алыусылары Германияла ла, Сәғүд Ғәрәбстанында ла бар.
Әлбиттә, умартасылыҡ эше туҡтауһыҙ иғтибар талап итә. Был йәһәттән Айбулат Нәзир улының таянырҙай ышаныслы кешеһе бар – тормош иптәше Әниә Атрамис ҡыҙы, ул һөнәре буйынса ветеринар.
“Сифатлы бал алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?” тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Был һорауға тәжрибәле умартасы былай тип яуапланы: “Беҙ балды 10 августан һуң алабыҙ, йәғни ул өлгөргәс һәм оптималь дымлылыҡ кимәленә еткәс кенә”.
Йомарт, эшсән, асыҡ йөҙлө, оҫта баянсы Айбулат Ҡолбаҡовты ауылдаштары ла хөрмәт итә.