Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйылғы эшмәкәрлеге тураһында һүҙ әйткәндә, иғтибарымды кескәй башҡортҡа, улар өсөн туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә бәйле ойошторолған сараларға йүнәлтергә булдым. Был, беренсенән, “Аҡбуҙат” балалар журналына эшкә килеүем һәм милләттең киләсәге ошо баҫма аша тәрбиәләнеүе менән бәйле булһа, икенсенән, бар донъялағы башҡорттарҙың мәнфәғәтен хәстәрләгән ойошма – Ҡоролтайҙың төп өҫтөнлөклө йүнәлеше балаларға тәғәйенләнеүенән дә килә. Бөгөнгө глобалләшеү осоронда бары тик тамырҙарын белгән, ата-бабаларына, уларҙың эшмәкәрлегенә тоғролар ғына балаларын милли мөхиттә тәрбиәләй торғандыр.
Ҡатмарлы осор, әммә уны заман кешеһе үҙе лә ҡатмарлаштырып ебәрә, ахырыһы. Әгәр өйөңдә башҡортса һөйләшәһең икән, аралашыу буйынса мәсьәлә хәл ителде тигән һүҙ. Әлбиттә, илдә барған мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, реформалар беҙҙең төбәкте лә урап үтмәне. Әммә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса төбәк етәкселеге тарафынан ярайһы уҡ эштәр атҡарыла. Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы үҙе генә ни тора! Республика Башлығы Радий Хәбиров был сарала шәхсән ҡатнашып, башҡорт телен заманса итеү юлдарын эҙләргә әҙер булыуын әйтеп кенә ҡалманы, ә башҡорт теле порталын булдырып, махсус ҡушымталар эшләргә кәрәклеген билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен асыу эшен ойоштороу ҙа ошо башланғыстың дауамы булып тора. Эйе, төп эште бәләкәстәрҙән башларға кәрәк! Башҡортса белгән, шәжәрәһен өйрәнергә әҙер булған башҡорт – донъяға үҙ ҡарашы булған милләттәшебеҙ. Ә бына яңы тыуған, тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан бәләкәс кенә кешелә нисек итеп милли рухты уятырға? Нисек уға телде өйрәтергә? Етмәһә, ата-әсәләрҙең дә төрлөһө бар. Ярай әле, беҙҙең башҡорт ата-әсәләре араһында алдынғы ҡарашлылар байтаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған Республика ата-әсәләр комитеты бик ҙур эштәр атҡара. Улар рухи ниәт менән сикләнеп ҡалмай, ә замана шарттарында мәғариф системаһындағы үҙгәрештәрҙе өйрәнә, килеп тыуған һорауҙарға юристар менән бергә яуаптар эҙләй, хоҡуҡи талаптарҙы барлай. Алып барылған мәғрифәтселек эше үҙ һөҙөмтәһен бирә: балаларына башҡорт телен өйрәтергә теләгән ата-әсәләр һаны арта.
Быйыл республика Башлығы Указына ярашлы, төбәктә генә түгел, башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығы киң билдәләнде. “Аҡбуҙат” журналы ла был саранан ситтә ҡалманы. Шағирҙың шиғырҙарын ятлаусылар араһында видеоконкурс ойоштороп ебәрҙек. Балаларҙың күпселегенең ҡулында телефон, шуға күрә уларҙы Интернетҡа ылыҡтырмайбыҙ, тип үҙебеҙҙе алдаштырырға кәрәкмәй. Балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә социаль селтәрҙәр менән дә иркен файҙалана, шуға күрә конкурс иғлан ителеү менән 25 көн эсендә республиканың төрлө төбәктәренән 54 видеоматериал килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған сараның видеояҙмалары “Аҡбуҙат” журналы сайтында тора. Балаларҙың туған телебеҙҙә нисек матур һөйләүен ишеткегеҙ килһә, инеп тыңлағыҙ!
Шулай итеп, атаҡлы Бабичтың шиғырҙарын ятлау буйынса конкурста Гран-приға “Ҡурайҡайға” шиғыры менән Өфө ҡалаһының З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы 10 йәшлек Искәндәр Әминев лайыҡ булды. Артабанғы урындарҙы ике төркөмгә бүлеп ҡараныҡ. Ете йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урын “Беҙ – үҙебеҙ башҡорттар” шиғырын ятлаған Йылайыр районы Матрай ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нәркәс Бикбулатоваға, 2-се урын – Бөрйән районы Байназар ауылынан “Яҙғы йыр” шиғырын ятлаған Диана Теләүсинаға, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан “Кем өсөн” шиғырын ятлаған Ләйсән Мәмбәтоваға, 3-сө урын – Йәрмәкәй районынан “Башҡортостан” шиғырын ятлаған Эвелина Тимербулатоваға, шулай уҡ “Башҡортостан” шиғырын ятлаған Дүртөйлө ҡалаһының 12-се “Алтынсәс” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Артем Ғиләжевҡа бирелде. Афарин, бәләкәстәр! Шәхсән Йылайыр, Хәйбулла, Дүртөйлө районы етәкселәренә рәхмәтемде әйтәм, сөнки еңеүсе бәләкәстәрҙе ҡеүәтләп, бүләкләү тантанаһына килеп ҡайтыуҙы ойошторҙо! Балалар шағирҙың тыуған яғына – Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына килеп, уның ата-бабалары йәшәгән йорт нигеҙен, яңы асылған Бабич музейын, шағирҙың ауылдағы һәйкәлен күрҙе, атаһы Мөхәмәтзакир мулланың ҡәберендә доғалар тыңланы.
Мәктәп йәшендәгеләр араһында урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урында – Һамар ҡалаһындағы 102-се мәктәптән “Халҡым өсөн” шиғырын ятлаған 5-се класс уҡыусыһы Розалина Мостафина, 2-се урында – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән “Салауат” шиғырын ятлаған Айгиз Сәмиғуллин, Ғафури районының Красноусол ауылындағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатынан “Беҙ” шиғырын ятлаған VI “А” класы уҡыусыһы Әлиә Хәмзина, 3-сө урында – Учалы районының Ҡунаҡбай урта мәктәбе уҡыусыһы Азалия Ҡуләхмәтова (“Көтәм” шиғыры), Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Гөлнара Хозинова (“Тупраҡ” шиғыры), Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Таһир Кусимов исемендәге гимназияның III класс уҡыусыһы Дилбәр Фәйезова (“Шатлыҡ көтәм” шиғыры) һәм Мәсетле районының Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусыһы Инсаф Нәбиуллин (“Беҙ” шиғыры).
Махсус бүләктәр ҙә булдырылды. “Ата-бабалар рухына тоғролоҡ”, “Беҙ ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ” номинацияларында бихисап кескәй телһөйәрҙәр билдәләнде. Конкурс бик йәнле барҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республиканан ғына түгел, сит өлкәлә йәшәгән башҡорт балалары ла ҡатнашып, шиғыр һөйләү оҫталығын күрһәтте. Шәхсән Һамар өлкәһенән V класс уҡыусыһы Розалина Мостафинаның сығышына таң ҡалдым! Ул башҡортса иҫ киткес матур һөйләшә!
Беҙ балаларға сикләү ҡуйманыҡ, шуға күрә еңеүселәр араһында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр ҙә булыуы һис ғәжәп түгел. 3-сө урын яулаған Йәрмәкәй ҡыҙы Эвелина Тимербулатованы беҙ Өфөгә, “Урал батыр” йәнһүрәтенең исем туйына саҡырып, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы сәхнәһенән тыңланыҡ.
“Аҡбуҙат” журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә шулай уҡ ижадсы балалар араһында Р. Ураҡсина исемендәге Асыҡ республика конкурсы үткәрҙе. Сара Башҡорт теле йылына, балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға һәм Республика көнөнә арнап ойошторолғайны. Унда мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашыу хоҡуғына эйә булһа ла, өлкән класс уҡыусыларының да эштәре баҫманың сайтында баҫылып килде, ҡаралды. Шулай итеп, республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш конкурста ҡатнашып, баһалама комиссияһы ағзалары тарафынан тикшерелде. Конкурстың бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин 60 мең һум күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкләгән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында алты урын булдырып, һәр балаға 10-ар мең һум аҡсалата бүләк тапшырырға ҡарар итте. Баһалама ағзалары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар шағиры, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдыҡова, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, редакция хеҙмәткәрҙәре – яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урын Туймазы районы Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбе III класс уҡыусыһы Зарина Ғәлиевала; 2-се урын Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең I класс уҡыусыһы Венария Әғәҙуллинала, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес моделле китапханаһында “Кәрәҙ” әҙәби түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе Азалия Исхаҡовала; 3-сө урын Ейәнсура районы Күгәрсен ауылынан III класс уҡыусыһы Дарислам Аҙнабаевта, Сибай ҡалаһынан Мәүлит Ласыновта, Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылынан 5 йәшлек Сәмирә Сәмиғуллинала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләгенә – Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылынан 9 йәшлек Йәнгүзәл Байғужина, Дәүләкән районы хакимиәте бүләгенә – Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең III “В” класы уҡыусыһы Алтынай Мәзитова, “Аҡбуҙат” журналының махсус бүләгенә – Силәбе өлкәhе Арғаяш районы Бәжекәй урта мәктәбенең V “А” класс уҡыусыhы Зәлинә Фазылова, Миәкә районының Сәфәр мәктәбенән V класс уҡыусыһы Айзилә Батыраева, Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбенең I класс уҡыусыһы Динир Әхмәтйәнов, Дүртөйлө районынан 7 йәшлек Салауат Мифтахов, Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡыусыһы Әҙилә Ғафарова, “Тамыр” телеканалының бүләгенә Иҙел Вәлиуллин лайыҡ булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Самрау” нәшриәтендә “Ҡояш ҡыҙы иленән” китабы нәшер ителде. Унда 40 баланың шиғырҙары башҡортса һәм русса тәржемәлә бирелгән. Уларҙың шиғырҙарын Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары – Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, шағирә Нина Ягодинцева, Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина, Башҡортостандың гимны авторы, яҙыусы Светлана Чураева, шағир, тәржемәсе Сергей Янаки, шағирә, тәржемәсе Кристина Андрианова, “КоРифеи” фестивалендә ҡатнашҡан Юрий Татаренко, Евгения Решетникова рус теленә тәржемә итте. Китаптың тышлығын Туймазы районының Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы Лена Фахразова эшләне. Балалар баҡсалары өсөн был китап – ҙур бүләк, минеңсә, сөнки рус телле башҡорт балалары ла бар. Уларға телде өйрәтеү, тел үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн сағыштырма билингваль баҫма – уңайлы ҡулланма. Киләсәктә лә беҙ конкурстарҙы туған телендә һөйләшкән һәм уны өйрәнергә теләгән балалар өсөн ойошторорға уйлайбыҙ.
Унан тыш, шағирә Гүзәл Ситдыҡова ҡатнашыусыларға китабын бүләк итте. Балалар баҡсаларында башҡортса төркөмдәр асылып, баҫмабыҙҙы алдырыусылар һаны артһа, милләтебеҙ киләсәген бергәләп тәрбиәләребеҙгә ышаныс ҙур. Ҡеүәтле “Тамыр” каналы менән берлектә беҙгә балаларыбыҙҙы көслө, иманлы, затлы, зыялы башҡорт итеп үҫтерергә яҙһын!
Йәнә лә быйыл “Аҡбуҙат” журналы сентябрь аҙағында “Урал батыр” эпосы буйынса әҙерләнгән йәнһүрәттең исем туйын ойошторҙо. Уҙған йыл алынған грант эшенә быйыл августа йомғаҡ яһалды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары уның тәүге тамашасылары булды.
Фекеремде шиғыр юлдары менән тамамлайым:
Йүргәктән киткән үрмәкләп,
Башҡортса йырҙар йырлаһаң,