Белорет районының Сермән мәктәбенең III “а” класы уҡыусылары 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте. Уларҙың был изге ғәмәлдәрен өлкәндәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Класта бөтәһе 22 бала уҡый. Уларҙың бөтәһе лә “Аманат” журналына – 22 дана, тағы ла өҫтәп биш дана “Аҡбуҙат”ҡа яҙылған. Класс етәкселәре Люциә Шаһиморатова үҙе лә ситтә ҡалмаған, уҡыусыларға үрнәк күрһәтеп, район гәзите “Урал”ға, “Башҡортостан” гәзитенә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Башҡортостан ҡыҙы”, “1000 кәңәш” журналдарына яҙылған. Шулай итеп был уҡыусылары һәм класс етәксеһе бөтәһе бергә 34 дана ваҡытлы матбуғат баҫмаһы алдырасаҡ.
– Ата-әсәләргә балалар баҫмаһына яҙылырға тәҡдим иткәйнем, бөтәһе лә күтәреп алды. Класыбыҙҙа бер инвалид бала бар, уға ла яҙылдыҡ. Урыҫ милләтенән булған Даша Сметанина ла, Мирослав Иванов та ситтә ҡалманы. Ата-әсәләргә рәхмәт, мин был тәҡдимде шулай хуплап ҡабул итерҙәр тип уйламағайным. Бөтәһе лә ғаиләнән башлана, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ата-әсәләрҙең балаларға Яңы йыл бүләге булды ул, – ти Люциә Жәмил ҡыҙы.
Беҙ ҙә илһөйәр рухлы Люциә Шаһиморатоваға һәм Сермән мәктәбенең III “а” класы уҡыусыларына, ата-әсәләренә рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә ошолай әүҙем булып ҡалһындар.
Люциә Шаһиморатова фотоһы.