Ханти-Манси автономиялы округында йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә әҙерләнә.
Был турала урындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов хәбәр итте. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле Ханти-Манси автономиялы округында 36 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй.
Әйткәндәй, Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре, Ханты-Манси автономиялы округынан тыш, Рәсәйҙең тағы биш төбәгендә – Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында – үтер тип көтөлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Былтыр Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре илдең биш төбәгендә үтте.
– Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көнө кеүек саралар ситтә йәшәгәндәр өсөн бик кәрәк. Әйткәндәй, күп төбәктәрҙә башҡорт кластары асыла. Балаларҙы уҡытыу өсөн берҙәм, бер төрлө программа яҡшы булыр ине. Беҙ был үткәреләсәк сараға әҙерләнә башланыҡ, – тип белдерҙе урындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов.