Өфөлә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының ойоштороусылары менән Попечителлек советының берлектәге ултырышы үтте. Совет рәйесе итеп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һайланды. Өфө ҡалаһындағы 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитоваға секретарь бурысы йөкмәтелде.
Кәңәшмә барышында Фонд директоры Гөлназ Йосопова ойошманың 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһаны һәм башланып торған йылға күҙалланған эштәр тураһында әйтеп үтте. Попечителлек советы ағзалары Фондтың үткән йылдағы эшмәкәрлеген бер тауыштан ыңғай баһаланы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, Попечителлек советы ағзаһы Урал Килсенбаев Фондтың әүҙем эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, республика етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе.
Белешмә өсөн: 2020 йылда фонд тарафынан Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант, “Яңы ҡараш” һәм “Яңы ҡараш 2.0” башҡорт проекттарының исем туйы, Башҡорт теле көнө үткәрелде, “Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбабы нәшер ителде, “Инофон”, “Әлләсе”, “Башворд”, “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымталары, “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе эшләнде.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының барлыҡ проекттары тураһында тулы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙәге сәхифәлә танышырға мөмкин: https://vk.com/bash_fond