Башҡорт донъяһы
21 Ғинуар 2021, 17:00

"Даян Мурзин - бар халыҡтар өсөн ғорурлыҡ өлгөһө"

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашты.

Бөгөн, 21 ғинуарҙа, Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашты. Күрше республика вице-премьеры төбәгебеҙгә ике көнлөк эш сәфәре менән килгән.


Вәсил Шәйхрәзиев белдереүенсә, бөгөн ул легендар разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Даян Мурзиндың ҡәберлегендә булған. Вице-премьер Башҡортостан етәкселегенә республикала һуғыш геройҙарына бүленгән иғтибар өсөн рәхмәт әйтте.


Азат Бадранов фекеренсә, Даян Мурзин кеүек бөйөк шәхестәр - Башҡортостан менән Татарстан кеүек ике дуҫ республиканы берләштереү өлгөһө.


"Даян Мурзин – үҙенсәлекле шәхес, Бөйк Ватан һуғышы легендаһы, уның биографияһы буйынса тиҫтәләгән фильм төшөрөрлөк. Ул милләте буйынса татар һәм Башҡортостандың бар халыҡтары өсөн дә ғорурлыҡ", – тине вице-премьер Азат Бадранов.


Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Башҡортостан Башлығына һәм Хөкүмәткә ике республика араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәткә булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте, артабан да емешле хеҙмәттәшлек итербеҙ тигән ышаныс белдерҙе.


Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас