Бөгөн 22 ғинуарҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының кәңәшмәләр залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланып торған йылға билдәләнгән эштәргә арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһап, 2021 йылға эш планы, үтәсәк саралар, ҡоролтай тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Ҡоролтай Башҡарма комитетының тарих һәм башҡорт халҡының үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин һәм ошо комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан быйыл иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылының маҡсаттары һәм шуларға ярашлы башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләп үтте.
Шулай уҡ сара барышында киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн киңерәк танытыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Белеүебеҙсә, был конкурс биш этапта үтәсәк һәм һәр айҙа бишәр еңеүсе билдәләнәсәк. Шулай итеп, тәүге айҙың еңеүселәре:
Ләйлә Аралбаева – башҡорт телен популярлаштырыуға күп көс һалған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡындағы бер шәлкем мәҡәләләре өсөн. “Башинформ” агентлығы.
2. Руслан Вәлиев – “Эхо Москвы” (Өфө) радиоһында "Башҡортса һөйләшәбеҙ" рубрикаһын алып барғаны өсөн.
3. Рәфит Фәйзрахманов – “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире, башҡорт ырыуҙары тарихына арналған Иҫән-хан тураһындағы хикәйәһе өсөн.
4. Альберт Мәхмүтов – Пермь крайының Барҙа районы крайҙы өйрәнеү музейы директоры, “Бер башҡорт экспонатының тарихы” циклы өсөн.
5. Серле Хәстрүш. Бәйләнештә "Серләшәйек" төркөмөн, Инстаграмда @serle_102 блогын алып барған өсөн.
Был бәйге Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан иғлан ителеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ойошторола. Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.