Кисә Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән Татарстан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Вәсил Шәйхрәзиев килде тип хәбәр иткәйнек. Ул беҙҙең вице-премьер Азат Бадранов менән осрашты. Был осрашыуҙан һуң Азат Шамил улы социаль селтәрҙәрҙә фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Бөгөн ҡунаҡҡа Ҡазандан коллегам, Татарстан Хөкүмәте вице-премьеры Вәсил Шәйхрәзиев килде. Барлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Милләт-ара мөнәсәбәттәр, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың традицион мәҙәниәтенә глобаль һәм урбанизацияланған донъя талаптары, этнотел сәйәсәте ғәмәлдәре һәм берлектәге проекттар тураһында һөйләштек.
Әйтеүҙәренсә, беҙҙең халыҡтар һәм республикалар – бер ҡоштоң ике ҡанаты”, - тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.