28 ғинуарҙа Благовар районы хакимиәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының кәңәшмәһе үткәрелде. Сарала Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы, микробиолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Марсель Тойғонов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының биләмәләр менән эшләү буйынса бүлек етәксеһе Рөстәм Баянов, йәмәғәт эшмәкәре, “Меңле ырыуы” йәмғиәте советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов ҡатнашты.
Рөстәм Баянов сығышында кәңәшмәлә ҡаралған иң төп мәсьәләнең район башҡорттары ҡоролтайының рәйесен һайлау икәнлеге хаҡында белдерҙе. Был вазифаға Мәҙәниәт йорто белгесе, “Аманат” башҡорт һәм “Ынйылар” фольклор ансамблдәре етәксеһе Элиза Шәфиева тәҡдим ителде. Барыһы ла бер тауыштан уны һайланы. Шулай уҡ уның өс урынбаҫары һайланды: Благовар районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илдар Насиров мәҙәниәт буйынса һорауҙар менән шөғөлләнәсәк. Өйҙөрәкбаш урта мәктәбе директоры Рәйсә Төхвәтуллина рәйестең мәғариф буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Район башҡорттары ҡоролтайының элекке рәйесе Салауат Батыраев иһә дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫар буласаҡ.
Кәңәшмәлә билдәле яҡташтары, батша генералы Хажиәхмәт Ишбулатовтың исемен мәңгеләштереү хаҡында һүҙ булды. Быйыл уның тыуыуына 170 йыл туласаҡ. Уның тыуған көнөндә, 16 мартта, мәғариф ойошмаларында генералдың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған берҙәм дәрес үткәреү хаҡында ла һөйләштеләр. Уның шәжәрәһенә арналған ғилми-ғәмәли конференция иһә апрелдә буласаҡ. Райондағы өлкән класс уҡыусылары өсөн Ишбулатов уҡыуҙарын ойоштороу тураһында ла фекер алыштылар.
Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн әһәмиәтле сараларҙың береһе - “Айыҡ ауыл” икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Благовар районы ла был сарала әүҙем ҡатнаша. Республика кимәлендә район исеменән Үрге Ҡарғалы ауылы сығыш яһай. Был конкурстың бүләктәре лә тос икәнлеген онотмайыҡ. Беренсе урын өсөн – 5 миллион, икенсе урын өсөн – 3 миллион, өсөнсө урын өсөн 2 миллион һум аҡса ҡаралған. Был иһә ауылды төҙөкләндереү өсөн ярайһы ғына аҡса.
Фото: Благовар районы хакимиәте.