Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты күрше төбәктәрҙә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу тураһындағы проекты менән республика Башлығы грантын алыу өсөн конкурста еңеп сыҡҡан.
Был проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров етәкселегендәге делегация Силәбе өлкәһе райондары хакимиәттәре менән осрашыу үткәргән. Төп мәсьәлә Ҡыҙыл районында һәм Магнитогорск мәктәптәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу, беренсе сираттағы ойоштороу хаҡында һөйләшеү булған, эштең киләсәктәге эш йүнәлештәре билдәләнгән.
Әлеге ваҡытта Арғаяш районындағы күп кенә мәктәптәрҙә, быйылдан Ҡоношаҡ районындағы биш мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. “Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы мәктәп биналарында урынлашасаҡ. Уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре буласаҡ. Дәрестәрҙе Әбйәлил һәм Учалы, Сибайҙағы республика-гимназия уҡытыусылары урындағы педагогтар менән берлектә ойошторасаҡ. Мартта башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен башларға планлаштырабыҙ”, – тип белдергән Булат Зиннуров.
Күрше төбәктәрҙә башҡорт телен дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә һәм ыңғай үҫеш күҙәтелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнашыусылар географияһы киңәйтелә. Быйыл ҡатнашҡан 726 бала араһында күрше төбәктәрҙән килгәндәр ҙә бар ине. Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә берләштергән башҡорт мөхите үҙәге булыр тип күҙаллана.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.