Башҡорт донъяһы
7 Февраль 2021, 16:29

“Милли йолаларҙы һаҡларға тырышабыҙ”

Йөрәк йылыһын, күңел моңон тарата.

Мишкә районында башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү һәм таратыуҙа район мәҙәниәт йортоноң фольклор буйынса методисы Рәүиә Саматованың да өлөшө ҙур. Йомшаҡ, моңло тауышы, һөйкөмлөлөгө менән яҡташтарының күңелен күптән яулап алған талант эйәһе ул. Бына инде оҙаҡ йылдар ул йөрәгенең йылыһын, күңеленең моңон яҡташтарына тарата, мишкәләр ҙә уға тәрән хөрмәт, яратыу менән яуап бирә.


Рәүиә Сәләм ҡыҙының төп вазифаһы – фольклор буйынса методист. Йыр-моңға бай халәте, таланты уға эшендә лә ныҡ ярҙам итә. Районда үткән мәҙәни сараларҙы уның ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.
Рәүиә Саматова – Мишкәләге Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы ҡыҙы. Уның шәжәрәһе бөйөк Бабич нәҫеленә барып тоташа.

– Нәҫел ағасымдағы Бабич исеме күңелгә ғорурлыҡ тойғоһо, хеҙмәтемә көс, илһам бирә, – ти Рәүиә апай. – Интернет селтәрендә “Бабич туғандары” тигән төркөм асылды, координаторы – Тәбрис Бабичев. Үткән көҙ сентябрь айында Шәйехзада Бабичтың һуңғы төйәге булған Йылайыр районына ла барып ҡайттыҡ. Был төркөм беҙҙең нәҫелдәштәр араһын тағы ла нығыраҡ яҡынайтырға, быуындар араһын нығытырға ярҙам итә, шуныһына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ғөмүмән, Ҡыйғаҙытамаҡта йәшәгән ғаиләләрҙең бөтәһенең дә тиерлек нәҫел тамырҙары бер. Бында һанаулы ғына ғаиләләр ситтән килгән.

Бәләкәйҙән йырларға маһир булған Рәүиә апай. Мәктәптә үткән сараларҙа ҡатнашмай ҡалмаған: “Әлегеләй иҫемдә. 2-се класта уҡып йөрөгәндә уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә апай, дәрескә ингәс, минән “Зәңгәр күлдәк”те йырлата ине”.
Йырға булған һөйөүе киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау ҡалдырмай. Әлбиттә, музыка сәнғәте, ижад менән бәйле буласаҡ уның шөғөлө! Шуға ла мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы ул саҡтағы мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Уға тиклем район кимәлендәге сараларҙа сығыш яһап йөрөгәнгә күрә, сәхнәлә үҙен иркенерәк тоторға ла өйрәнгән була.
Өс йыл уҡып, диплом алғас, йәш белгесте, ул саҡтағы тәртипкә ярашлы, йүнәлтмә менән эшкә ебәрәләр. Үҙенең үтенесен ҡәнәғәтләндереп, тыуған районына ҡайтаралар. Ең һыҙғанып мәҙәни мөхит өлкәһендә эшкә сума Рәүиә. Һәм шул саҡтан бирле ошо шөғөлөн башҡаға һис алыштырмай, бына инде дүрт тиҫтә йылға яҡын Мишкә район мәҙәниәт йортонда эшләүен дауам итә.
– Шундай талантҡа эйә булып, бер ҡасан да профессиональ йырсы булып китергә ынтылманығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Юҡ, – ти Рәүиә Сәләм ҡыҙы. – Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу ул күп тармаҡлы йүнәлештә эшләү мөмкинлеген бирә.
Фольклор буйынса эшләү оҡшай, бик етди ҙә, ҡыҙыҡлы ла был өлкә. Һөнәремде бик яратам. Ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән коллективтарҙы республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашыуға әҙерләйбеҙ. Халыҡ йолаларын өйрәнеп, уларҙы барыһына ла еткерергә тырышабыҙ. Беҙҙең коллективтарҙың хеҙмәте конкурстарҙан матур баһа алып ҡайтһа – шул минең өсөн иң ҙур шатлыҡ!
Районыбыҙҙа бер нисә генә башҡорт ауылы булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең йолаларҙы өйрәнергә, йәш быуынға еткерергә тырышабыҙ. Оло Шаҙы ауыл мәҙәниәт йорто башҡорт мәҙәни үҙәге булып тора. Бында “Аҡ шишмә” башҡорт фольклор коллективы эшләй, – тип дауам итә әңгәмәләшсем. – Уның менән халҡыбыҙҙың байтаҡ йолаларын – “Ҡыҙ һоратыу”, “Исем ҡушыу”, “Килен төшөрөү”, “Килен сәйе”, “Ялан ашы”, “Йәш килен”, “Тула баҫыу”, “Кис ултырыу”, “Һыу юлы”н сәхнәләштерҙек.
“Аҡ шишмә”, беҙ республика күләмендә үткәрелгән “Ашҡаҙар таңдары”, “Ауаз” фестивалдәрендә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды. Ауыл китапханаһында башҡорт әҙиптәренә арналған әҙәби кисәләр йыш үткәрелә, уларҙа ла ҡатнашабыҙ.
Халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнеүҙә ағинәйҙәрҙең ярҙамы ҙур. Күп йолалар уларҙың хәтирәләре буйынса тергеҙелә. Рәүиә Сәләм ҡыҙы әйткәнсә, фольклор, мәҙәни эшмәкәрлек ул бер кеше генә атҡара торған ғәмәл түгел. Бындай ижади йүнәлештә барыһы ла берҙәм булып, ойошҡан рәүештә көс һала. Күмәк кеше түккән уртаҡ көс эҙһеҙ юғалмай, халҡыбыҙҙың рухи хазиналары һәр кемдең күңеленә барып етә. Етә генә түгел, ғорурлыҡ хисе уятып, тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуға этәрә.
Рәүиә Сәләм ҡыҙы тормош иптәше Мөнир менән ике балаға – Гүзәл менән Илмирға ғүмер биргән. Хәҙер инде икеһенең дә ғаиләләре бар. Гүзәл ире Руслан менән өс бала тәрбиәләй, балалар баҡсаһында эшләй. Улдары Илмир менән килене Әлфиә ғаиләһендә ике бала үҫә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы Мөнир ағай бынан бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Рәүиә Сәләм ҡыҙы ейәндәренә ҡыуанып, уларҙың сәнғәткә тартылыуына һөйөнөп йәшәй. Ейәнсәре Диләрә Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта белем ала.
Ғөмүмән, Рәүиә апай – талантлы нәҫел балаһы. Башҡорт театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт­остан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән улар өс туған ғына. Күренекле актрисаның атаһы менән Рәүиә Сәләм ҡыҙының әсәһе үҙ-ара ике туған булған. “Әсәйем дә бик матур йырлай ине”, – тип иҫкә ала Рәүиә апай.
Рәүиә Сәләм ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте күп тапҡыр район, республика кимәлендә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән баһалана. Ә 2015 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Башҡортостан, ғөмүмән, таланттарға бай бәрәкәтле ер. Уның данын, мәртәбәһен арттырыуға төбәктәрҙә тыуған ерҙәренә арымай-талмай хеҙмәт иткән, төрлө өлкәләрҙә эшләгән, шулай уҡ сәнғәтте, мәҙәниәтте үҫтереүгә көс түккән шәхестәре өлөш индерә. Мишкә ерендәге шундай кешеләрҙең береһе булып тора ла инде Рәүиә Сәләм ҡыҙы Саматова. Уға яратҡан, күңеленә дәрт биргән ижади эшендә, туған халҡының рухи мираҫын таратыуҙа уңыштар, талантына һоҡланған тыңлаусыларын ҡыуандырып, артабан да сәхнәләрҙә сығыш яһауын дауам итеүҙе теләргә ҡала.
Читайте нас