Беренсе дәрестән үк башҡортса һөйләшә башларға теләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ! Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” тип аталған проект башлаған. Ул башҡорт телен популярлаштырыу, республикабыҙҙы сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә танытыу маҡсатын ҡуя.
Тәҡдим ителгән дәрестәрҙең төп үҙенсәлеге шунда – бында телде өйрәнеү башҡорт халҡының мәҙәниәте аша бирелә. Улар аҙна һайын кесаҙна көндәре 12.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса 10.00 сәғәттә) онлайн-режимда үтә. Дәрестәргә инеү өсөн һылтанма bez-bashkorttar.ru сайтында баҫыла. Шулай уҡ видео-дәрестәр ҙә ошо сайтта баҫылып барасаҡ.
"Төрки халыҡтары, күрше төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәм барлыҡ телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты педагогтары башҡорт теле дәрестәре үткәрә. Уларҙа Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, сәнғәте, башҡорт теле тураһында бай, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Дәрестәр зум платформаһында үткәрелә", – ти уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыһы Раушания Солтаҡаева.
Дәрестәр башҡорт халҡының бай мәҙәниәте менән таныштыра, база һүҙҙәр запасын байыта, һөйләшеү мөмкинлеге бирә, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү һәләтен үҫтерә. Улар уҡытыуҙың классик һәм заманса методикаларын үҙ эсенә ала.
Әлегә тиклем булған онлайн дәрестәрҙә Ҡаҙағстан, Австралия, Төркиә һәм Төркмәнстанда йәшәүселәр ҡатнашҡан. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.