Башҡорт донъяһы
11 Февраль 2021, 16:45

Ҡыйғылар эстафетаны салауаттарға тапшырҙы

Ҡыйғының Иҫке Мөхәмәт ауылында Башҡорт тарихы йылын башлауға арналған “Ил тарихында – тыуған ауыл яҙмышы” конференцияһы булды.

Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында Башҡорт тарихы йылын башлауға арналған “Ил тарихында – тыуған ауыл яҙмышы” зона фәнни-ғәмәли конференцияһы булды.
Сараның пленар өлөшө “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә үтте. Фекер алышыу барышында төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемендәге биҙәктәрҙең үҙенсәлеге, райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, тамырҙарҙы тәрән өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү, йәш буыунды милли рухта һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ йолалары нигеҙендә тәрбиәләү зарурлығы тураһында һөйләштеләр.
Конференцияның ғәмәли өлөшөндә урындағы “Аҡйондоҙ” ижади коллективы ағзалары ауыл тарихына арналған сағыу тамаша ҡорҙо. Сара ысын дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамына әүерелде. Иҫке Мөхәмәт халҡы ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, йыр, бейеү менән күңелдәрҙе күтәрҙе, ҡунаҡтарҙы милли ашамлыҡтар менән һыйланы.
Ҡыйғы районы һәм Башҡорт тарихы йылы символикаһы һүрәтләнгән сара штандарты Салауат районына тапшырылды. Артабан ул эстафетаны ҡабул иткән район символикаһы менән тулыландырыласаҡ.
Фото: vk.com
Читайте нас