Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, кисә Ҡариҙел районының Шамрат ауылында ла «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыуға бәйле йомғаҡлау сараһы уҙғарылған.
Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ауыл халҡын конкурс финалына сығыу менән ҡотлап, уларға музыкаль үҙәк бүләк иткән.
Шамратта бер юлы ике байрам ойошторолған. Тәүгеһе «Айыҡ ауыл»дың муниципаль өлөшөнә йомғаҡ яһау булһа, икенсеһе – бар илдә үткән “Рәсәй саңғы юлы-2021" сараһына ярашлы биатлон ярыштары уҙғарыу.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ауыл халҡын ойошманың Башҡарма комитеты ағзаһы Радик Мырҙағәлиев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов һәм Светлана Турайәнова сәләмләгән. Шамраттар бүләккә күп функциялы принтер алған.
Рәсми өлөштән һуң байрам саралары башланған. Биатлонда көс һынашыу өсөн ойоштороусылар барлығы туғыҙ команда туплаған, шуларҙың береһе күрше Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылынан килгән. Ярыштар йыр-моң менән үрелеп барған. Кескәйҙәргә лә төрлө уйындар өсөн айырым майҙансыҡ булдырылған.
Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынған.
Сәләмәт тормош байрамын саңғысылар ярышы тамамлап ҡуйған. Ә ҡунаҡтар — Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы спортсылары — биатлон буйынса команда ярыштарында еңеүсе тип табылған.
Фотолар ҡоролтай сайтынан.