Мин – Лидия Динмөхәмәтова. Матур тәбиғәтле, таланттарға бай Учалы районының Ураҙ ауылында атай-әсәйемдең төпсөк балаһы булып донъяға килгәнмен.
Бала саҡтан олатайым менән өләсәйемдең тәрбиәһен алып, әкиәттәрен, өгөт-нәсихәттәрен тыңлап үҫтем, шуға ла үҙемде бик бәхетле итеп тоям.
2018 йылда данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе Башҡорт республика гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамланым. Был белем усағы мине бар яҡлап та үҫтерҙе: "Таңсулпан" драма түңәрәгендә шөғөлләндем, "Интернатым – пар ҡанатым" гәзитенең мөхәррире булдым. Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡмын. Булған мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, бөтә ерҙә лә әүҙем ҡатнашып, тормошта ҡайнап йәшәргә тырышам. Шиғырҙар ижад итәм, мәҡәләләр яҙам, сюжеттар төшөрөргә яратам. Бынан тыш, Учалы йәштәре берлегенең рәйесе лә мин.
Әлеге ваҡытта БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 3-cө курста белем алам.
Хыялым – бер урында туҡтап ҡалмайынса, үҙ-үҙемде бар яҡлап та үҫтереү, сәйәхәт итеү, һәм иң мөһиме – атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урынымды табып, лайыҡлы кеше булыу.
Рубриканы Миңлегөл ТӨЛКӨБАЕВА алып бара.