1917 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Дүртөйлө районы составына һуңыраҡ ингән ауылдарҙа 25 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән (37,4 %). Совет осорондағы халыҡ һаны иҫәбен алыуҙа татарҙар составына типтәрҙәрҙең ҙур өлөшө, шулай уҡ көнбайыш башҡорттарының байтағы, шул иҫәптән хәҙерге Дүртөйлө районы ауылдары башҡорттары ҡушылған.
Тәү сиратта был Исмаил, Әсән, Атһөйәр, Таймырҙа, Үткен, Йүкәлекүл, Айыуҡаш, Иванай һәм башҡа ауылдарға ҡағыла. Шулай уҡ Елдәк, Ҡаңны һәм Йылан ырыуҙары ерендә йәшәгән башҡорт тоҡомдарының типтәр булып киткәндәре лә бар.
Башҡорттарҙан сыҡҡан типтәрҙәрҙең билдәле вәкиле, Аҡтау ауылында тыуып үҫкән Муллаян Халиҡовты миҫалға килтерергә мөмкин.
1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ул да ҡатнаша.1921 – 1922 йылдарҙа Муллаян Халиҡовтың доклады нигеҙендә Бәләкәй Башҡортостан һәм Өфө губернаһы берләштерелә, сиктәре билдәләнә, Өфө баш ҡала статусына эйә була.
Хәҙерге Дүртөйлө районы биләмәләренең ҙур өлөшө Елдәк ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Райондың көньяҡ-көнсығыш өлөшө Ҡаңны башҡорттары күсереп ултыртылған сик ерҙәренә ингән, ә көнбайышындағы ҙур булмаған биләмәһе, Ҡармасан йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтарының буйҙары Йылан ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре иҫәбенә ингән. Шуға ярашлы, район биләмәһе элек Елдәк, Йылан һәм Ҡаңны улыстарына ҡараған.
Йылан – иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Уларҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайышындағы бик киң майҙанды алып торған. Башҡорт ырыуҙары араһында халыҡ һаны буйынса ул, табындарҙан һәм меңдәрҙән ҡала, өсөнсө урынды биләгән. Был йәһәттән Йылан ырыуын нуғайҙар, хаҡастар, себер татарҙары менән сағыштырырға була. Биләмәләре көньяҡта Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарында башланып, оло һыҙат булып төньяҡҡа табан Борай районынаса һуҙыла.
1618 йылда Танып һәм Ағиҙел уйһыулыҡтарындағы ерҙәргә аҫабалыҡ грамотаһын “Эске Йылан улысы Ҡазан даруғаһының Өфө башҡорттары Мөхәмәт Абдулов, Базайка Баймәтов ала”. ХVII быуат башында Йылан улысы ике аймаҡҡа – Эске Йылан һәм Тышҡы Йылан аймаҡтарына бүленгән була. 1730 йылда “Башҡорт улыстары реестры”нда өс аймаҡ тураһында хәбәр ителә. Был улыстар урынлашҡан ерҙәр, нигеҙҙә, хәҙерге башҡорттар йәшәгән биләмәләр менән тап килә.
Елдәк ырыуы атамаһы Елдәк тархан исеме менән бәйле. Елдәктәрҙең ата-бабалары бер нисә быуат дауамында Көньяҡ Башҡортостандың ҡыпсаҡ улыстары составына ингән. Генетик тикшеренеү мәғлүмәттәре боронғо елдәктәрҙең Көнсығыш Европаның көнбайыш өлөшөндә йәшәгәнлеген раҫлай (Балҡан, Карпат алды, Төньяҡ Кавказ).
Ҡаңны ырыуы тарихы печенегтар – Урта Азиялағы күсмә ҡаңға халҡының бер өлөшө менән бәйләнгән. IX быуатта улар уғыҙҙар (огузы) тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Волга аръяғы һәм Урал алды далаларында уларға ҡаршы тороу өсөн башҡорт-печенег союзы төҙөлә. Һуңынан печенегтар башҡорттарҙың, шул иҫәптән ҡаңныларҙың байтаҡ өлөшөн биләй. Ҡаңныларҙың аҫаба ерҙәрендә һигеҙ ауылға нигеҙ һалына. Бынан тыш, уларҙың биләмәһендә ерһеҙ башҡорттарҙың (килмешәктәрҙең) алты ауылы урынлаша.
Дүртөйлө башҡорттары күптән инде төрлө этник-ара һәм тел-ара бәйләнештәр мөхитендә йәшәй. Төп халҡының һөйләше төньяҡ- көнбайыш диалектының түбәнге Ағиҙел-ыҡ башы һөйләшенә ҡарай. Тәүге тапҡыр төньяҡ-көнбайыш диалекты ғалим А.Г. Бессонов тарафынан 1881 йылда өйрәнелә. Аҙаҡ уны Н.Ф. Катанов дауам итә һәм һүрәтләй. 1930 йылда экспедициялар үткәрелә. Аҙаҡ тағы ла төплөрәк һәм ентеклерәк итеп белгестәр тарафынан өйрәнелә.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейемендә көмөш тәңкәләр биҙәүес ролен уйнаған. Милли кейемдәр тәрән мәғәнәгә эйә булған. Ҡатын-ҡыҙҙар иҙеүе биҙәүестәр араһында айырым урынды биләй. Уны эшләү традициялары быуындан- быуынға күсеп килгән. Өлгөләр берҙәй булһа ла, һәр хужабикә үҙ оҫталығын, зауығын һалырға тырышҡан. Халыҡ араһына сыҡҡанда кейелә торған ҡупшы иҙеүҙәр ғаиләнең мул, етеш тормошта йәшәгәнлеген раҫлап торған.
Төньяҡ-көнбайыштың аҫаба башҡорттарына хас биҙәүестәрҙең береһе – әмәйҙек (дәүәт, хәситә). Ярым түңәрәк туҡымаға эре тәңкәләр, мәрйендәр һәм башҡа биҙәүестәр тегелә. Уны һул яҡ яурын аша уң ҡул аҫтына бәйләгәндәр. Тотош күкрәкте тигәндәй ҡаплаған биҙәүесте тағыу ғорурлыҡ һаналған.
Дүртөйлө районы ауылдары буйынса халыҡ иҫәбен алыу документтары менән һәр кем таныша ала. Үҙегеҙ өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табып, асыштар яһай алаһығыҙ. 1917 йылдың май айынан октябренә тиклем Рәсәйҙә ауыл хужалығы һәм ер буйынса иҫәп алыу үткәрелә. Ошо сара мәғлүмәттәре илдең ни бары биш төбәгендәге архивта һаҡланған, Башҡортостанда шул иҫәптән. Тимәк, был ресурстан барыбыҙ ҙа файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.