Файлас Кәзби улы Муллағәлиев – беҙҙең республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә оҙаҡ йылдар күп көс һалған белгес, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, Кушнаренко районының почетлы гражданы. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн күп ордендар һәм миҙалдар, почетлы билдәләр менән наградланған ветеран хаҡлы ялда ла тик ятмай – ул үҙенең тыуған Илеш районы ауылдары буйынса шәжәрәләрҙе өйрәнә һәм йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә китаптар ижад итә.
– Илеш районының Аҡкүҙ ауылында тыуып үҫтем, ул заманда башҡортбыҙмы, татармы – был хаҡта уйланмай ҙа, һорашмай ҙа инек, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа уның ҡайғыһы ла булмағандыр инде. Сөн йылғаһы аша ғына Татарстан урынлашҡан, ундағы ауылдарға һабантуйға бара инек, улар беҙгә килә. Биш ауыл бер колхоз булып йәшәнек. Ҡайһы ауылда башҡорттар, ҡайһыларында татарҙар йәшәй – ул саҡта ололар ҙа бының менән ҡыҙыҡһынмағандыр тип уйлайым. “Был кеше – башҡорт, был – татар”, тип йә киреһенсә әйтеүҙәрен ишеткәнебеҙ ҙә булманы, шуға ырыуҙар тарихын да, ата-бабаларыбыҙ шәжәрәһен дә белмәнек. Беҙҙең мәктәптә кескәй кластарҙан уҡ татар теле һәм әҙәбиәтен уҡыттылар.
Хәтеремдә, татар теле дәресендә татарса “ярый” һүҙе урынына, үҙебеҙҙең ғаиләлә һәм ауылда һөйләшкәнсә, “ярай”, “бармыйм” урынына “бармайым” тип яҙғас, уҡытыусы мине ошондайыраҡ һүҙҙәр өсөн гел төҙәтә ине. Шунан мин, сәмләнеп китеп, татар теле һәм әҙәбиәтен тырышыбыраҡ өйрәнә башланым һәм, ахыр сиктә, ошо предмет буйынса имтиханды “бишле”гә тапшырҙым. Әйткәндәй, мин күренекле шағир Роберт Миңнуллин менән бер мәктәптә уҡыным. Тәбиғи, Ҡазанда сыҡҡан дәреслектәр буйынса уҡыныҡ. Ә башҡорт шағирҙарын һәм яҙыусыларын беҙ өйрәнмәнек һәм белмәнек тә, – тип хәтерләй ул.
Мәктәпте тамамлағас, Файлас Кәзби улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. “Ейәнсура районынан республиканың көньяҡ башҡорто Рим Солтанбаев менән биш йыл бер бүлмәлә йәшәп уҡыныҡ, ләкин һөйләшкәндә телдәрҙең бер-береһенән күпмелер дәрәжәлә айырылыуына иғтибар ҙа итмәй инек. Шулай уҡ 1962 йылда, хәҙер аңлауымса, халҡы көньяҡ диалектта һөйләшкән Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында өс ай комбайндарҙа һәм тракторҙарҙа практика үттем, унда ла миңә бындай айырмалыҡты һиҙергә тура килмәне”, – тип хәтерләй ветеран.
– Беҙҙең һөйләш теле – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты, мин уны әлеге заманда ғына аңланым, – ти Файлас Муллағәлиев. – Был диалекттың килеп сығышын өйрәндем һәм китапҡа яҙҙым инде.
Юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында диплом алғас та уны тыуған Илеш яҡтарына эшкә ебәрәләр. Был төбәктәге “Урал” колхозында ул биш йылға яҡын агроном булып эшләй, был осорҙа уны комсомол ойошмаһы секретары, профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп тә һайлайҙар. Артабан 1969 йылда уңған белгесте “Игенсе” колхозына рәйес итеп ебәрәләр, һәм был вазифаны ул туғыҙ йыл алып бара. Йылдан-йыл яҡшы күрһәткестәргә ирешкәне өсөн СССР-ҙың Колхоздар советы ағзаһы итеп һайлайҙар. 1978 йылдан ул – райондың ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Унда бер йыл эшләгәс, партияның Башҡортостан Өлкә комитеты инструкторы итеп күтәрәләр. Ә 1980 йылда Файлас Муллағәлиевте КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы вазифала уға ун йыл хеҙмәт итергә тура килә. Хеҙмәт биографияһының һуңғы йылдарында ул Өфөләге Малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтында, Кушнаренкола хеҙмәт һәм мәшғүллек бүлегендә эшләй. Күренеүенсә, халыҡ менән төрлө кимәлдәрҙә аралашҡан, уның йәшәйешен яҡшы аңлаған, хеҙмәт эйәләрен баһалай белгән кеше.
Ырыуҙар, ата-бабалар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу совет заманында бик күҙәтелмәй ине. Тыйылған да булғандыр, бәлки. Ул дәүерҙә “Яңы тарихи берләшмә – совет халҡы – барлыҡҡа килде” тигән лозунг менән йәшәнек бит. Файлас Кәзби улы ла үҙенең боронғо Бүләр башҡорт ырыуынан икәнен яҙа-йоҙа ғына ишеткеләп йөрөгән, әммә партия һәм хужалыҡ эшмәкәрлегендәге әүҙем мәшғүллек тә быны асыҡлап йөрөү мөмкинлеге бирмәгәндер, заманы ла, әйтелгәнсә, быға әйҙәмәгән шул.
Шулай ҙа, хаҡлы ялға сыҡҡас, ветеран үҙ тыуған яғының тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Бер нимә лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй шул: Файлас Кәзби улының күңелендә бындай “ойотҡо” – үҙ ырыуының тарихы һәм бөгөнгө хәле менән ҡыҙыҡһыныу – йәшәгәндер, моғайын.
Был теләк уны билдәле тарихсы һәм телевизион журналист Салауат Хәмиҙуллин менән ижади хеҙмәттәшлеккә алып килә. Тыуған яҡтарының тарихын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға ынтылған ветеран архивтарҙа ултыра, эҙләнә башлай.
– Беҙ, башҡорттар, бүтән милләттәр менән ғүмер буйы татыу йәшәнек, шундай халыҡбыҙ, борон-борондан күңелебеҙгә шулай һалынғандыр инде, рухыбыҙ шулай тәрбиәләнгәндер, – ти Файлас Муллағәлиев. Ул үҙе тыуып үҫкән Аҡкүҙ ауылының тарихын айырыуса иғтибар менән өйрәнә, ата-бабаларының шәжәрәһен төҙөй. “Һөҙөмтәлә боронғо Бүләр ырыуы башҡорттарына ҡараған беҙҙең шәжәрә ағасына 347 кешене табып яҙа алдым, фәҡәт бөгөн 13 йәштән кесерәк булғандарҙы алманым, улары ватманға һыйманы, – тип көлә аҡһаҡал. – Уларын да өҫтәһәң, 500-600 кеше булып китер ине. Мин ағасын эшләнем, япраҡтарын үҙегеҙ ҡуйырһығыҙ әле, тинем балаларға”.
“Мин – Бүләр ырыуы башҡорто, быныһы бәхәсһеҙ, уны мин архивтарҙан табып алып иҫбатланым инде”, – ти Файлас Кәзби улы. Ветеран әйтеүенсә, Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа күп ғалимдар, белгестәр төҙөгән “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Бүләр” (“История башкирских родов. Буляр”) йыйынтығының 36-сы томында ошо ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр байтаҡ. “Был китап әлегә баҫылып сыҡмаған, ләкин уның электрон вариантын интернетта уҡыным”, – ти ветеран. Файлас Кәзби улы әйтеүенсә, ул Салауат Хәмиҙуллин менән аралашып тора, осрашыуҙар барышында байтаҡ мәғлүмәттәр табыла, яңыртыла.
Асыҡланыуынса, “бүләр” этнонимы башҡорт ырыуҙары номенклатураһында ғына теркәлгән. Был хәл бүләрҙәрҙең тамырын башҡа төрки халыҡтарында эҙләү буйынса күптән ҡулланылып килгән методиканы файҙаланырға бирмәй. Әгәр ҙә Ҡыпсаҡ, Табын, Ҡатай, Меңле, Тиләү һәм башҡа ырыуҙарҙың өлөштәре башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ноғайҙар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, ҡарағалпаҡтар, ҡырым татарҙары һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ла теркәлгән һәм Алтын Урҙа дәүерендәге дөйөм тарихҡа ишаралаһа, Бүләр, Байлар, Бөрйән, Ғәйнә, Юрматы, Юрма һәм башҡа атамалар башҡорт халҡының монгол яуына тиклемге тарихына ҡарай. Шуның эҙемтәһе булараҡ, улар башҡа төрки халыҡтарының ономастиконында юҡ.
Башҡорттарҙың Бүләр ырыуының килеп сығышы күп тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Ғилми әҙәбиәттә был ырыуҙың болғар-мадъяр халыҡтары менән генетик элемтәһе булыуы тураһындағы фекерҙәр ҙә әйтелә. Был хаҡта билдәле ғалим Раил Кузеевтың хеҙмәттәрендә лә бар. Ул ошо атаманың тәғәйен башҡорт ырыуына ҡарауын Волга Болғарияһындағы Биләр ҡалаһы һәм ҙур Бүләр ҡәбиләһе менән бәйләй. Ғалим аңлатыуынса, бүләрҙәр Х-ХIII быуаттарҙа болғарҙарҙың сәйәси берләшмәһенә ингән була һәм 1236 йылда монгол яуы менән бәрелеш һөҙөмтәһендә көнсығышҡа, Ыҡ йылғаһы буйҙарына күсенгән.
Хәҙерге заманда Бүләр ырыуы тоҡомдары тарихи Башҡортостандың көнбайышында – Илеш һәм Дәүләкән райондарында, шулай уҡ күрше Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә һәм Мөслим райондарында йәшәй.
– Мин архивтарҙа ултырып төҙөгән шәжәрәм Әбделсәлих ҡартатайҙан башлана, – ти Файлас Кәзби улың. – Ул 1765 йылда тыуған икән. Боронғо халыҡ иҫәбен алыу документтары “Ревизские сказки” тип атала, унда Әбделсәлихте “башкир-вотчинник” тип яҙғандар, йәғни үҙ ере булған аҫаба башҡорт инде. Ырыуының тамғаһы – ике ҡабырға. Шулай уҡ 1918 йылғы, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы, 1936, 1950, 1959 йылдарҙағы һәм башҡа осорҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен ҡараным, Илеш районы үҙәге Үрке Йәркәйҙәге архивта ла байтаҡ мәғлүмәт таптым. Был эҙләнеүҙәрҙе дауам итәм. Татарстандың элек Бүләр ырыуы йәшәгән тип яҙылған төбәгенә барып ҡайттым.
Былтыр ветеран Туймазы типографияһында Аҡкүҙ ауылы тарихы тураһындағы 3004 битлек китабын нәшер иткән. Унда Аҡкүҙ генә түгел, Илеш районының элек ошо бер үк колхозға ингән биш ауылдың тарихы ла сағылдырыла.
– Салауат Хәмиҙуллинға рәхмәт – ул ошо китабыма бик һәйбәт рецензия яҙҙы. Беҙ ҡатыным менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, хәләл ефетем вафат инде. Әммә ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ бар һәм минең ата-бабалар тарихын яҙған китаптарым уларға ла ҡалһын, улар ҙа ырыуҙарыбыҙ һәм халҡыбыҙ тарихын белһен тип тырышыуым, – ти тынғыһыҙ эҙләнеүсе, Кушнаренко районының ветерандар советы ағзаһы Файлас Кәзби улы Муллағәлиев.