Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Февраль 2021, 20:00

Башҡорт википедияһы – ҡеүәтле хәрәкәт ул

Бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Башҡорт википедияһының 15 йыллығына арналған матур сара үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ошо хаҡта - тулыраҡ.

Бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының мөһабәт залында, Башҡорт википедияһының 15 йыллығына арналған матур сара үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ул 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә лә бағышланды.
Башҡорт википедияһы – үҙе бер айырым донъя, ҡеүәтле хәрәкәт ул. Был хаҡта тантаналы сарала сығыш яһаусылар – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Йосопова, Мәскәү ҡунағы – Wikimedia RU коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ директоры Владимир Медейко, Башҡорт википедияһы хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе Рөстәм Нурыев һәм башҡалар ҙа билдәләне.
Мәҫәлән, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов: “Үкенескә ҡаршы, оҙаҡ йылдар буйы википедия ирекмәндәренең хеҙмәтенә тейешле иғтибар бирелмәгән, ә улар шундай ҙур фиҙакәрлек, энтузиазм менән халҡыбыҙ өсөн шундай мөһим эш башҡарып киләләр. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә әле күрһәтелә башлаған иғтибар-хәстәрҙе дауам итербеҙ, тип ышанам”, - тип белдерҙе.
Башҡорт википедияһы үҙенең тыуған көнө тип 2005 йылдың 16 апрелен һанай, сөнки тап ошо көндә интернет селтәрендә Башҡортостан хаҡында тәүге башҡортса мәҡәлә донъя күрә. Әле ул донъяның 115 теленә тәржемә ителгән. Бөгөн инде башҡорт викиирекмәндәре тарафынан 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән.
Пандемия арҡаһында бер аҙ кисектерелгән тантаналы кисә барышында Башҡорт википедияһының иң әүҙем ағзалары Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ был хәрәкәткә үҫешергә булышлыҡ иткән киң мәҡлүмәт саралары ла билдәләнеп, уларҙың етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сараның икенсе өлөшөндә википедия ирекмәндәре оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, хәрәкәтте үҫтереү, тағы ла камиллаштырыу мөмкинлектәрен барланы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: