Башҡорт донъяһы
22 Февраль 2021, 19:00

“Күркәм башҡорт ғаиләләре” – кемдәр улар?

Иғлан иткән яңы конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан өлгөлө, матур ғаиләләр менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

Дуҫтар! Белеүегеҙсә, бөгөн беҙ “Башҡортостан” гәзитенең төркөмөндә 1 мартта билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап өр-яңы конкурс башланыҡ.

Кемдәр улар бәйгебеҙҙә ҡатнашҡан өлгөлө, матур ғаиләләр? Әйҙәгеҙ әле, конкурсанттар менеән яҡындан танышайыҡ.
1. Учалы районынан Гөлнур һәм Илдар ИСХАҠОВТАРҙың ғаиләһендә өс бөркөт ҡанат нығыта: Исмәғил 4-се класта уҡый, Бәхтиәр 1-сегә барған, ә иң бәләкәстәре Мортазаға дүрт йәш кенә әле. Илдар Иршат улы ҡаланың 8-се коррекцион мәктәбендә физкультуранан уҡыта, шулай уҡ Балалар ижад йортонда традицион уҡтан атыу буйынса түңәрәкте етәкләй. Гөлнур Зиннур ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында педиатр булып эшләй, ул да сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итә, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан йүгереү менән шөғөлләнә, оҫта бейей, мандолинала уйнай.
  1. Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында йәшәгән Лилиә менән Денис НӘБИУЛЛИНДӘРҙе был төбәктә тырыш, өлгөлө, талантлы ғаилә булараҡ беләләр. Йәш ғаиләлә ике бала үҫеп килә: Инсафҡа – һигеҙ, Айгөлгә – дүрт йәш. Набиуллиндәр башҡорт ғаиләһендә үҫкән балалар үҙ ата-бабаларын, шәжәрәләрен һәм, әлбиттә, туған телен белергә тейеш, тигән ҡарашта.
  2. МӨХӘМӘҘИЕВТӘР ғаиләһе Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәй. Альбина менән Айнур – бынамын тигән батыр ул Батырша (5 йәш) һәм аҡыллы, нәзәкәтле Алтынай исемле ҡыҙ (4 йәш) үҫтерә. Ғаилә башлығы янғын хәүефһеҙлеге технигы булып эшләһә, Альбина ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ өләшеүсе колорист һөнәрен үҙ иткән. Улай ғына ла түгел, Альбина башҡорт йәштәренең рәсми булмаған гимнына әүерелгән "Башҡорт улына" йырының авторы ла. "Төп маҡсатыбыҙ – балаларыбыҙҙы башҡорт телендә, мәҙәниәтендә һәм рухында тәрбиәләү", - ти Мөхәмәҙиевтәр.
  3. Роза менән Данил ЙӘНБИРҘИНДӘР Ишембай ҡалаһы янындағы Юрматы ҡасабаһында йәшәй. Өлкән малайҙар Урал менән Юлай Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында белем ала. Көтөп алған ҡыҙҙары Фиалидаға өс ай тулды. Роза декрет ялында, иптәше Данил – эшҡыуар. Улар ғаиләләре менән сәйәхәт итергә ярата. Ял көндәрен бөтә ғаиләләре менән көтөп алалар. Йыш ҡына яңы спектакль, концерт, музей ҡарар өсөн Өфө, Стәрлетамаҡҡа сығып китәләр. Ғаиләнең тағы бер яратҡан шөғөлө - бергәләп шашка уйнау.
  4. Өфө ҡалаһынан ҒҮМӘРОВТАРҙың ҙур, татыу ғаиләһенең башлығы Руслан – Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының терапия бүлеге мөдире. Пандемия ваҡытында ул алғы һыҙыҡҡа баҫып, кешеләрҙе ҡотҡара, заман ауырыуы менән күҙгә-күҙ ҡарашып көрәшә. Быйыл йәй Өфө белгестәре Ҡарасай-Черкес республикаһына барып ҡайта. Улар араһында Руслан Ғүмәров та була. Был командировканан һуң уға Ҡарасай-Черкесс республикаһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем бирәләр. Әле ҡатыны Гүзәл менән Руслан Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә алты бала үҫә: Ғәлиә, Гөлфиә, Рамаҙан, Гөлбикә, Рәшит һәм Рәхим. Ишле ғаилә башлығы булыу ҙа Русландың бала саҡтағы хыялы.
  5. Былар – бәйгебеҙҙә ҡатнашҡан матур ғаиләләрҙең бер өлөшө генә. Әйҙәгеҙ, улар өсөн тауыш биреп, башҡорт ғаиләләрен тағы ла киңерәк танытайыҡ!
    Читайте нас