Дуҫтар! Белеүегеҙсә, бөгөн беҙ “Башҡортостан” гәзитенең төркөмөндә 1 мартта билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап өр-яңы конкурс башланыҡ.
Кемдәр улар бәйгебеҙҙә ҡатнашҡан өлгөлө, матур ғаиләләр? Әйҙәгеҙ әле, конкурсанттар менән яҡындан танышайыҡ.
Туймазы ҡалаһынан ӘБСӘЛӘМОВТАР ғаиләһен был төбәктә яҡшы беләләр. Ғаилә башлығы Рәмзин Рәфҡәт улы – урындағы хакимиәттең мәҙәниәт бүлеген етәкләй, ул билдәле ҡурайсы, музыкант. Һөйөклө кәләше Динә методист булып эшләй. Уларҙың татыу, талантлы ғаиләһендә Рушана, Юлай, Заһир исемле матур балалар үҫә.
Баймаҡ районының Ғәлиә һәм Айрат МӘҺӘҘИЕВТӘР ғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә. Улар – үҙҙәренең биш балаһы янына етем ҡалған ике малайҙы һыйындырған оло йөрәкле кешеләр. Ғәлиә апай урындағы китапханала эшләй, ғаилә башлығы шәхси эшмәкәрлек менән мәшғүл. Мәһәҙиевтәр – ауылда һәм районда үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнаған, спорт һәм сәләмәт тормош алып барған өлгөлө ғаилә.
Ғафури районы Яугилде ауылынан Гөлнара менән Рәзил НӘЗИРОВТАР дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы – Яугилде ветеринар участкаһы мөдире, Гөлнара магазинда һатыусы булып эшләй. Гөлнара былтыр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Улдары Вадим – 8-се, Алмаз – 7-се, Азат 5-се класта – өсөһө лә Красноусол башҡорт гимназияһында уҡый. Биш йәшлек Ризван менән өс йәшлек Розалия Яугилделә балалар баҡсаһына йөрөй.
Хәйбулла районынан Роза һәм Рәфис РӘСЕМБӘТОВТАРҙың бәхетле ғаиләһендә сәскәләй өс ҡыҙ һәм бер баһадир ул үҫә. Береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар – Дилә, Ильвина, Ләйлә уҡыуҙа ла һынатмай, ата-әсәһенә ярҙамлашып та өлгөрә. Бейеүгә маһир, ҡул эштәренә оҫта, спортты яратҡан һылыуҡайҙар ата-әсәләренең шатлығы ла, ғорурлығы ла. Ә бына икеһе лә ҡырҡты үткәндә көтөлмәгән яҙмыш бүләге булып донъяға килгән Әмиргә әле бер йәш ярым. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бейергә ярата, китапты йыртмай матур итеп ҡарау – яратҡан шөғөлө.
Күгәрсен районынан СӘЙЕТҠОЛОВТАР биш балаға матур тәрбиә һәм белем биргән. Дания Шәйхетдин ҡыҙы Сапыҡ ауылы клубы хеҙмәткәре, Рәйес ағай вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Юлиәнең үҙ ғаиләһе, сәскә кеүек ҡыҙ үҫтерәләр. Рушан, Лилиә һәм Рита – студенттар, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан Рушан эшләп тә йөрөй. Кинйәкәүҙәре Фатимаға әле ун ике йәш, ул мәктәптә уҡый. Сәйетҡоловтар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өлгөлө, матур ғаилә.