Башҡорт донъяһы
24 Февраль 2021, 09:30

Ҡабыҡҡыуышта байрам уҙҙы

Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе сиктәрендә Шәжәрә байрамы ойошторолдо.

Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе сиктәрендә Шәжәрә байрамы ойошторолдо.
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быға хәтлем Ҡабыҡҡыуыш ауылында Урал батырға бәйле сара, спорт ярыштары, шулай уҡ Ҡаҙ өмәһе, Ғаилә байрамдары шаулап-гөрләп уҙған. Ә инде Шәжәрә байрамын үткәреү идеяһын әйткәс, шунда уҡ күтәреп алғандар.
– 2007 йылда Ҡабыҡҡыуыш “Матур ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды алғайны, – тип һөйләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әхмәт. – “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла һынатмаясаҡбыҙ, быға етди әҙерләндек.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас