Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Февраль 2021, 14:15

Бүздәк ере Ҡаңлы ырыуын йыйҙы

Бөгөн Бүздәк районында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сираттағы йыйыны уҙа.

Бөгөн Бүздәк ере Ҡаңлы ырыуы вәкилдәрен ҡаршы алды – бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сираттағы йыйыны үтә.
Инде матур йолаға әүерелеп барған сара Башҡорт тарихы йылы һәм “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Ҡырҡтан ашҡан башҡорт ырыуҙары араһында Ҡаңлы ырыуы ҙурлығы һәм күренекле шәхестәргә бай булыуы менән әсир итә. Шәйехзада Бабич, Муллайән Халиҡов, Флорид Бүләков, Факиһа Туғыҙбаева, Хәким Ғиләжев, Али Карнай, Ғабдулла Ғиләжев, Таңсулпан Бабичева, Фидан Ғафаров, Зыя Нуриев һәм башҡалар – был Ҡаңлы вәкилдәре башҡорт тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте һәм әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырыуға өлгәшкән.
Йыйын башланыр алдынан Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫлановты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповты һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йола буйынса бауырһаҡ, ҡымыҙ, йыр-бейеү менән сәләмләнеләр, аҙаҡ уларҙы бай күргәҙмә көтә ине. Бүздәктән генә түгел, Ҡаңлы ырыуына ҡараған башҡа райондарҙан – Мишкә, Туймазы, Дүртөйлө, Благовар, Бөрөнән дә ҡул эштәре йыйылған, уларҙың һәр береһенә туҡталып үтте ҡунаҡтар. Ошонда уҡ улар был ырыуҙың күренекле вәкилдәренең – Сыртлановтарҙың һәм Халиҡовтарҙың шәжәрә ағасы менән дә танышты.
Тамаша залында ҡунаҡтарҙы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын, делегаттарҙы тәү башлап Бабич тәбрикләне: театрлаштырылған тамашала уны һынландырҙылар, сәхнәнән шағирҙың “Ҡурайҡайға” шиғыры яңғыраны, артабан бында ырыуҙың тарихын төҙөгән шәхес образдары үҙ һүҙен әйтте.
Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов йыйынға йыйылғандарҙы Бүздәк районының мәҙәни, ижтимағи тормошо менән таныштырҙы, тап был төбәктең хужалыҡ тармағындағы үҫешкән район булыуын, Башҡортостанға күп продукция тәҡдим иткәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды, бүздәктәрҙең мәҙәни тормошо хаҡында ла һөйләне.
“Кешенең үҙ тамырҙарын белеүе мөһим”, – тип тамамланы ул һүҙен.
Хакимиәт башлығынан һуң президиум ағзалары һүҙ тотто.
Ҡаңлы ырыуы йыйынына 91 делегат килгән, уларҙың вәкилдәре йыйында доклад менән сығыш яһай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: