Күптән түгел Асҡын ерендә мәртәбәле йыйын үтте – Балыҡсы ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Балыҡсылар беренселәрҙән булып ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итте. “Без Балыҡсы ырыуынан” тигән йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн һәүәҫкәр композитор, шағирә Рәүфә Нурмөхәмәтова ижад иткән. Илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙы йөрәктәргә үтеп инерлек итеп Ҡашҡа ауылы егете Винарис Абдуллин башҡара. Ырыу гимнын зал ғорурланып, баҫып тыңлаған һәм көслө алҡыштарға күмгән.
Гимндың авторы Рәүфә Нурмөхәмәтова менән хаҡлы рәүештә ғорурлана асҡындар. 500-гә яҡын популяр йырҙар авторының исеме йыр-моң һөйөүселәр араһында йылдан-йыл билдәлелек яулай.
Рәүфә Нурмөхәмәтова Асҡын районының Ҡашҡа ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә йыр-моңға маһир булғас, балалары ла ижадҡа ынтыла. Ә Рәүфә хисле, нескә, йомшаҡ күңелле булыуы менән дә айырылып тора.
– Мәктәптә уҡығанда әҙәбиәт, тарих, астрономия, йыр дәрестәрен яҡын күрҙем. Төндәр буйы йондоҙло күккә бағып, хыялымда бар Йыһанды айҡап-байҡап, күңелем менән “сәйәхәттәр” ҡылып ҡайта инем, – тип хәтерләй бала сағын Рәүфә Шәмсрахман ҡыҙы.
Күңеленә һандуғас “кергәс”, йәғни ғашиҡ булғас, ҡыҙ илһамланып, хисләнеп шиғырҙар яҙырға тотона. Тәүге һөйөүгә, тыуған ауылға, тәбиғәткә арналған, яратыу хисе менән һуғарылған беренсе шиғырҙары уның тап шул ваҡытта тыуа.
Бала сағынан Рәүфә ҡул эштәренә лә оҫта була, дизайнер-модельер булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Ғаилә ҡороп, әсәй бәхетен татый һәм оло тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә сума.
Ләкин бер нәмәгә лә битараф булмаған шиғырлы йөрәкте тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, мәңгелек ҡиммәттәр тураһындағы уйланыуҙар ижадҡа этәрә. Шатлыҡ, әрнеү, һағыш, һөйөү, юғалтыу кеүек хистәр күкрәгенә һыймағанда аҡ ҡағыҙға иҫ киткес матур, тетрәндергес шиғыр юлдары булып түгелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәүфә Шәмсрахман ҡыҙы бер ҡасан да уларҙы баҫтырыу тураһында уйламай. Бары тик 35-36 йәштәр тирәһендә генә башҡорт телендә сыҡҡан журналға ебәрергә баҙнат итә. Бынан һуң редакциянан килеп, ижад емештәренә бик яҡшы баһа биреп, “ҡанат” ҡуялар.
Ул саҡта Рәүфә йырҙар яҙмаған була әле. Шулай ҙа ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә йыр-моңдан айырылмай, әммә, шағирҙар әйтмешләй, шишмәнең сылтырап ағыуында ла, ҡоштар һайрауында ла моң ишетеү һәләте һуңыраҡ асыла.
Тормоштоң һуҡмағында эҙмә-эҙ барған яҙмыштар шаҡтай ғүмерҙәр үткәс тә үҙгәрә лә ҡуя икән. Инде үҙ донъяһын булдырған, улын оло тормошҡа баҫтырған Рәүфәнең күңелендә ана шул бөрөләнеп ҡалған хистәр ташҡын булып урғылып сыға.
Тәүге йырҙарын Рәүфә Шәмсрахман ҡыҙы ҡыйыуһыҙ ғына яҡташына, йырсы Марат Шәйбәковҡа тәҡдим итә. Йырсы уларҙы һис үҙгәртмәй, ихлас башҡара. Шулай эстрадала танылыу яулай башлай Асҡын композиторы. Бөгөн уның йырҙарын Рания Билалова, Дамира Сәйетова, Гөлсөм Бикбулатова, Рәил Өмөтбаев, Илшат Яппаров, Гөлназ һәм Эльмир Ғәзизуллиндар, Гүзәл Әхмәтова, Гүзәл Уразова, Илдар Хәкимов, Ландыш Ниғмәтйәнова, Гөлназ Сираева, Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтәр кеүек билдәле йырсылар репертуарына алып, яратып башҡара. Шуны билдәләп китмәй булмай, ҡайһы бер йырсылар һәүәҫкәр композиторҙан махсус йырҙар ҙа яҙҙырып ала.
– Көйҙөң дә, шиғырҙың да нисек тыуғанын үҙем дә аңлата алмайым. Ниндәйҙер уй, образ йәки көй башҡа килеп инә лә тыныслыҡ бирмәй. Ҡайһы ваҡыт эш араһында тыуалар. Шуға дәфтәрем, диктофоным һәр саҡ ҡул аҫтымда. Йырҙар күберәге тулған айлы төндәрҙә яҙыла. Ғөмүмән, электән күк йөҙөн, йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратам. Гүйә, улар мине арбайҙар ҙа хистәр диңгеҙенә алып баралар, – тип кисерештәре менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Рәүфә Нурмөхәмәтованың тәүге концерты – “Йөрәгем шишмәләре” исемле ижад кисәһе 2009 йылда үтһә, хәҙер уларҙың һаны тиҫтәгә яҡын. Әйткәндәй, талант эйәһе сараларға сценарийҙарҙы ла, көләмәстәрҙе лә, сәхнәләштереү өсөн юмористик хикәйәләрҙе лә үҙе яҙа.
– Беҙҙең телебеҙ иҫ киткес бай. Ғалимдар төньяҡ-көнбайыш һөйләшенең әҙәби башҡорт теленә ныҡ яҡын булыуын, хатта лексик составында саф башҡорт һүҙҙәре күплеген билдәләй. Уның башҡорт теленең тәбиғи ысын сағылышы булып тороуын, боронғолоғон һаҡлап ҡалған тел булғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙҙең телебеҙ ҙә, моңобоҙ ҙа үлемһеҙ. Үҙ телемдә ижад итә алыуыма сикһеҙ бәхетлемен. Балыҡсылар ырыуы гимнын да илһамланып, ғорурланып яҙҙым, – ти әңгәмәсем.
Рәүфә Нурмөхәмәтова ғаиләһе менән тиҙҙән Өфөгә күсенергә йыйына. Мәҙәни тормош гөрләп торған баш ҡалала йәшәү, һис шикһеҙ, уның ижадына яңы һулыш бирәсәк. Әммә тыуған еренән, тамырҙарынан күңеле менән бер ҡасан да айырылмаясаҡ Балыҡсы ырыуының моңға-һүҙгә бай ҡыҙы.
Миҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ
Кемдәрҙер мәңгелеккә китә.
Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Яҡты донъяларҙан кем туйған?
Йәшәт, Хоҙай, йөҙҙәр тулғансы.
Тәҡдирҙәр яҙылған маңлайға,
Урап үтеп булмай яҙмышты.
Бәхет өсөн ергә тыуғанбыҙ,
Гөлгә күмер өсөн тормошто.
Барыр юлыбыҙ яҡты булһын,
Иҫән-һау булғанда туғандар
Йәшәүҙәрҙең шунда рәхәте.
Эҙләнегеҙсе, уйҙар, йөрәгем төпкөлөндә
Эҙләнегеҙсе, уйҙар, йөрәгем төпкөлөндә,
Табырһығыҙ, бәлки, һүҙҙең көслөһөн,
Кешелектең аң-кимәлен күрһәткән,
Аҡ һаҡаллы сәсән әйткән төҫлөһөн.
Әйтәбеҙ һүҙҙең мең-мең төрлөһөн,
Йәнде иретерлеген, зәһәрен.
Тормошта шул һүҙҙәр етәкләй,
Хоҙайҙан баһа – үҙең дә йәшәрһең.
Уй-уйҙарым сиртә йөрәгемде,
Гүйә, ҡараңғынан эҙләй яҡтылыҡ.
Ул һүҙ түгелме икән аҡыл,
Ә уйҙар – үҙҙәре бер аҫыл.
Килгән яҙҙар да төҫһөҙ....
Ишетәһеңме, ярһып өндәшәм,
Төндәрен, мин һиңә төшәм.
Ер-еркәйем, һиндәге гүзәллек
Тағы ҡай тарафта бар икән?
Ләйсән ямғыр яуа микән...
Яҙҙарың, әйтерһең, әсәйем наҙы,
Ямғырың – бәрәкәт, шат йәйғор уйнай,
Ерем, тупрағынды алып усыма
Әйтәм: һин балам да, әсәм дә.
Тыныс әйлән йыһан көмбәҙендә,
Ҡалмаһын тормош ҡыл өҫтөндә.