Башҡорт донъяһы
28 Февраля 2021, 16:52

“Нәҫел ағасын артабан да дауам итерҙәр”

Закировтар Асҡында тәүгеләр рәтендә шәжәрәһен төҙөгән.

Асҡында был ғаилә хаҡында күбеһе белә. Районда тәүгеләр рәтендә нәҫел шәжәрәһен төҙөгән улар, яҡташтарында тамырҙары тарихына ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уятҡан.


“Бала саҡтан уҡ ҡартатайымдан, беҙ – балыҡсылар, Балыҡсы ырыуы кешеләре, тигәнде ишетеп үҫ­тем, – тип башланы һүҙен Шәриф­йән Солтанбәк улы Закиров. – Ике ҡартатайым да – Әхмәтйән улы Закирйән, Фәйзрахман улы Ниғмәт­йән – бик уҡымышлы булдылар. Ниғмәтйән ҡартатайымдың, Ҡөрьән­дең яртыһын яттан беләм, тигәне иҫтә ҡалған. Беҙҙә йыш ҡына Ҡөрьән мәжлестәре үтеп торҙо. Шунда бабайҙарҙың моңло тауыш менән аят уҡығандарын тыңлай торғайныҡ. Заманы шундай ине бит: бабайҙар килгәндә берәмләп кенә килә, төркөм булып йөрөмәй, ҡайтҡанда ла шулай уҡ таралышалар. Беҙҙең ауылда дин бер ваҡытта ла һүнмәне.


Мәктәптә иһә беҙ гел Ҡазан китаптары менән уҡыныҡ. Һаҙи Таҡ­таш, Туҡай шиғырҙарын ятланыҡ. Әммә нисек кенә булмаһын, туған телебеҙҙе – башҡортса диалекты­быҙҙы онотманыҡ. Мәктәптә “ч” тип уҡып ҡайтабыҙ ҙа, өйҙә “с” тип һөйләшәбеҙ. Беҙ “баскыч”тан түгел, ә “басҡыс”тан менәбеҙ, “чәй эчмибез”, ә “сәй эсәбез”. Беҙҙә “әтәй”, “инәй”, “ҡартый”. Бына шулай үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, үҙебеҙгә генә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәргә тырышабыҙ.


Свердловскиҙа уҡығанда мин төркөмдә бер үҙем башҡорт инем. Иптәш егеттәр миңә ололап “сын башкирского народа” тип өндәшә торған ине. Улар быны шундай хөрмәт менән әйтә, мин ғорурланып китәм, күңелдә әйтеп булмаҫлыҡ рәхәтлек тойғоһо уяна!


– Шәжәрәгеҙ менән ҡасан ҡы­ҙыҡ­һына башланығыҙ?

– Мин бәләкәйерәк саҡта атайым мәрхүм: “Бына, ҡарта­та­йы­быҙҙа электән яҙылып килгән, быуындан-быуынға күскән нәҫел ҡулъяҙмалары бар ине, тип әйтә торғайны. Әммә уны 1965 йылда Ҡазандан килгән этник тарихты өйрәнеүселәр экспедицияһы ағза­лары һорап алып киткән. Төркөм студенттарҙан һәм уларҙың етәксе­ләренән торған булған. Шуның менән был тарих оҙаҡ ваҡытҡа онотолоп тора. Атайым ошо ҡулъяҙ­маларҙың юғалғанына ныҡ үкенә ине. “Эх, бына хәҙер бер нәмә лә белмәйбеҙ”, – тип әсенде.


Тора-бара миндә лә нәҫелебеҙ тарихын өйрәнеү, тамырҙарымды юллау теләге уянды. Атайымдан ишеткәнгә таянып, үҙебеҙҙең ауылдаш Зәнил Мазһар улы Фаязовҡа мөрәжәғәт иттем. Ул беҙҙең ҡулъяҙ­маларҙың бер өлөшөн ҡайҙалыр илтеп биргән була. Унан, ошо яҙмаларҙы ҡайтарып ҡына бирсе әле, тип үтендем. Зәнил ағай уларҙы юллап, беҙгә кире алып ҡайтты.


2006 йылда шәжәрәне тергеҙер­гә тотондоҡ. Был эштә ҡайтарып алынған ҡулъяҙмаларға таяндыҡ. Унан, мәҫәлән, шуны белдек: ҡартатайым Закирйән Әхмәтйән улы Әхмәтйәнов 1893 йылда тыуып, 87 йәшкә тиклем ғүмер иткән.


Марсель Әхмәтйәнов тигән ғалим сығарған китапта беҙҙең шәжәрә урын алған була. Зәнил ағай шул китапты табып, беҙгә ундағы шәжәрәнең күсермәһен эшләп бирҙе.


Яҙмаларҙы өйрәнгәс, шул асыҡ­ланды: бында беҙҙең 25 быуын урын алған! Нәҫелебеҙ Айҙар ханға барып тоташҡан.

Шулай итеп, беҙ ҡатыным Земфира Фәтихйән ҡыҙы менән ең һыҙғанып, оло бер дәрт менән шә­жәрә ағасын төҙөргә тотондоҡ. Ҡулъяҙманың күсермәһен иҙәнгә йәйеп һалып, мәғлүмәттәрҙе өйрән­дек, теркәнек. Был эшкә бер ай ваҡытыбыҙ китте.


Шәжәрә төҙөгәндә үҙебеҙҙең Төнсура нәҫеленән икәнебеҙҙе белдек. Шунда ниңә бәләкәй саҡта беҙгә “төнсуралар” тип әйткәндә­ре­нә төшөндөм (көлә). Атайым әйтер ине ул, һин, улым, ҡайғырма, беҙҙең Төнсура нәҫеле – бик ҡа­лын, эшсән, яҡшы нәҫел, алама яҡтан әйтә торғаны юҡ, тиер ине. Ысынлап та, быны ғорурланып әйтәм, шәжәрәне өйрәнгәндә лә атайым һүҙҙәренең хаҡлығына инандым. Аллаға шөкөр, нәҫеле­беҙ­ҙә бер яман ғәҙәтле, насар кешеләр осрамай, барыһы ла тырышып эшләй, матур итеп донъя көтә.


Шуға ла үҙебеҙҙең нәҫел ағасын Төнсураға ялғап башланыҡ. Уға тиклем 12 быуын бар. Бөгөнгә ағасыбыҙҙа 17 быуын теркәлде. Шәжәрәгә беҙ ниндәйҙер тышҡы сәбәптәр арҡаһында ла түгел, ә фәҡәт үҙ теләгебеҙ менән, тамыр­ҙарыбыҙ тураһындағы белемде килер быуындарға изге мираҫ итеп тапшырырға теләгәнгә тотондоҡ. Унда ир заттарын ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла индерҙек. Шә­жәрәбеҙ менән тәүге тапҡыр тыуған ауылыбыҙ Күбияҙҙа үткә­рел­гән Шәжәрә байрамында ҡатнаштыҡ. Быға тиклем Ҡарткиҫәк ауылы кешеләре шәжәрәһен төҙөгәйне, беҙ районда икенсе булдыҡ”.


Закировтарҙың шәжәрә ағасы – иҙәндән түшәмгәсә тиерлек майҙан биләгән оло бер картина. Ул өйҙә түрҙән урын алған. Килгән кеше иң беренсе ошо ҡомартҡы менән таныша, ҡыҙыҡһынып өй­рәнә. Ҡайһы берҙәре үҙҙәренең ошо нәҫелгә – Төнсураға ҡарағанын белеп, ихлас ғәжәпләнә, нәҫелдәре хаҡында мәғлүмәт тапҡанға ҡыуана.


“Шәжәрә төҙөү беҙҙең ғаилә өсөн генә түгел, башҡа ауыл­даш­тарыбыҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Уны төҙөү барышында тыуған ауылыбыҙҙа осраған ҡайһы бер атамаларҙың ҡайҙан килеп сыҡ­ҡанын да белдек. Әйтәйек, беҙҙә Туҡбирҙе, Байсар тигән урындар бар: Беренсе Байсар, Икенсе, Өсөнсө... Был исемдәр килеп беҙ­ҙең шәжәрәлә осраны”, – ти Шәрифйән Солтанбәк улы.


Шәжәрә тураһында торған һайын күберәк кешеләр ишетеп, ҡайһылары үҙҙәренең дә ошо нә­ҫелгә ҡарағанын белдереп, мәғлү­мәтте яңыртып тора. “Бына беҙ инмәй ҡалғанбыҙ, беҙ, тип шылтыраталар, өҫтәп ҡуйыуҙы һорай­ҙар. Яңыраҡ Екатеринбургтан шылтыраттылар. Музейҙа шәжәрәне күргәндәр ҙә, беҙҙең нәҫелгә ҡарағандарын белеп ҡалғандар. Бына бит нисек! Халыҡ шулайтып үҙ тамырҙарын таба”, – тип ихлас шатлана Шәрифйән ағай. Шулай итеп, шәжәрә ағасы һаман да ҡа­лыная, ҙурая, үҫә бара, тулыландырыла килә. Ағаста һәр яңы тыуған сабыйҙың үҙ япрағы бар­лыҡҡа килә.


Күбияҙ ауылы элек был тарафта иң ҙурҙарҙың береһенән һаналған. “Күбияҙ улусы ла булған хатта, – ти Шәрифйән ағай. – Ауылда дүрт мәсет торған. Кешеләре лә ғилемле булған. “Бәләкәй сағымдан Вафа мәзин, Лоҡман бабай иҫтә ҡалған. Күрше ауылдан Әҡсән хәҙрәт Күбияҙға гел килеп йөрөр ине.


Беҙҙең яҡта ошо дин әһелдә­ренең шәкерте Әснәф хажи, уның йәмәғәте Мөғәллә апа аша дин әлеге көнгә тиклем һаҡланып килде, артабан дауам ителде, тиергә мөмкин. Улар бер төрлө элеккенән хәҙергегә күпер булып торҙо. Йәштән үк диндә булғандар. Әснәф ағай үҙе водитель булып эшләне, юлда саҡта ла намаҙын ҡалдыр­маған ул. Ауылдан беренсе булып ике йыл Туҡай мәсетендә уҡып ҡайтып, райондың имам-мөхтәсибе булды. Райондағы тәүге мәсет тә Күбияҙҙа төҙөлдө. Ауылды беҙҙең яҡтың дини рух үҙәге, нигеҙе, тип атарға мөмкин”.


Шәрифйән ағай тыуған ауылы, уның кешеләре тураһында сәғәттәр буйына һөйләй алалыр. Яҡташ­тарын яратып, ауыл тормошонда мөһим урын биләгән һәр ҡайһыһы тураһында тулы мәғлүмәт биреп бәйән итә ул. “Тыуған ауылымдың киләсәге өмөтлө”, – тип ҡыуана.


Шәрифйән Солтанбәк улы Күбияҙ ауылында тыуып үҫеп, Үрмияҙҙа урта белем алған. Свердловскиҙа юғары белемгә, урман хужалығы инженеры һөнәренә эйә булып, 38 йыл ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған. Бының иң күп өлөшө – 34 йылы – Асҡын урман хужалығында үтһә, аҙаҡҡы дүртәү­һе Өфөгә, Урман хужалығы ми­нистр­лығына бағышлана. Хәҙер инде Шәрифйән ағай күптән хаҡлы ялда.


Уның фекерҙәше, тоғро тормош юлдашы Земфира Фәтих ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы тәрбиә өлкәһендә эшләгән. Ғүмер буйы кескәйҙәр менән бәйле булған уның хеҙмәте. Бер мәктәптә, бер класта уҡып, артабан ғүмер юлдарын бәйләгән пар инде ярты быуат тиерлек бергә. Улар ике ҡыҙ үҫтергән. Балалары икеһе лә табип һөнәрен үҙ иткән. Оло ҡыҙҙары Бөрө ҡалаһында йәшәп, табип-невропатолог булып эшләй, кеселәре – Өфөлә функциональ диагностика врачы. Оло ҡыҙҙарының улы ла әсәһе юлынан китеп, башта рес­публикалағы медицина университетын, артабан Санкт-Петербургта ординатура тамамлаған. Ҡатмарлы пандемия осоронда егет “ҡыҙыл зона”ла хеҙмәт иткән. Кесе ҡыҙҙа­рының ҡыҙы Аэлита ла Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй. Тағы бер ейәндәре Аяз иһә стоматолог булып сығырға йыйына. Тимәк, Асҡындағы бер ғаи­лә­лә үҙенә күрә табиптар ди­настияһына нигеҙ һалынды, тигән һүҙ. Иң бәләкәй ейәнсәрҙәре бишенсе класта уҡып йөрөй. “Яңыраҡ Санкт-Петербургта бүләбеҙ ҙә донъяға килеп, беҙ инде хәҙер ҡарт ҡартатай менән ҡәртәсәй”, – тип ҡәнәғәт йылмая Шәрифйән ағай.


Ул шәжәрә төҙөүҙә Земфира апайҙың хеҙмәтен ихлас баһалай. “Ҡулъяҙмалағы материалдарҙы системаға һалыу, йыйыуҙы уның ярҙамынан тыш атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине. Арымай-талмай эшләне ул, шуға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ”, – тип ҡатынына йылы ҡараш ташлай.

“Һарғайып бөткән, быуаттар эҙен, тарихын һаҡлаған яҙмаларҙы – нәҫел ҡомартҡыһын эҙһеҙ юғалтыу ул ғәйәт оло хата, үкенес булыр ине. Ваҡытында шуны аң­лап, уларҙы юллап табып, шәжәрәбеҙҙе төҙөп ҡуйғаныбыҙға ифрат шатмын, – ти Шәрифйән ағай. – Земфира апайығыҙ менән үҙебеҙҙең балалар, ейәндәр алдындағы изге бурысты атҡарҙыҡ, шөкөр. Нәҫел ағасын артабан бүләләрем дә дауам итеп алып китер, тип өмөтләнәм”.


Үткәндәрҙе белмәйенсә, тамыр­ҙарыңды ихтирам итмәйенсә тороп, бөгөнгөңдә, киләсәгеңдә тулы бәхетле булырың икеле. Асҡындың хөрмәтле ғаиләләренең береһе булған Земфира менән Шәрифйән Закировтар быуындар сылбыры алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәп, тыныс күңел менән, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәргә хаҡлы.


Асҡын районы.
Читайте нас