Башҡорт донъяһы
1 Март 2021, 19:15

"Беҙ ҡатнашмай, кем ҡатнашһын?!"

Иҫке Муса, Ҡаңны-Төркәй, Туҡтағол ауылдары халҡы "Айыҡ ауыл"да еңеүгә нисек өлгәшкән?

Үҙ районы буйынса еңеү яулап, "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алғандар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Муса - ҙур ауыл, унда 726 кеше йәшәй. «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында ир-егет айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Көҙ «Муса-Мең» паркына нигеҙ һалынған, һәр ғаилә исемләп үҫентеләр ултыртҡан. "Конкурста беҙ ҡатнашмай, кем ҡатнашһын?!" тигән берҙәм фекергә таяна улар.
Ауылда волейбол ныҡ үҫешкән. Спорт ярыштарын, мәҙәни сараларҙы бар халыҡ бергәләп ойошторған. Проектты яҡлау сараһына ҡырмыҫҡалылар Илдус Мөхәмәтйәровтың балсыҡтан әүәләп яһаған һауыт-һабаһын да алып килгән. Егет ауылдаштарына оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Ошондай һабаҡтар милли ризыҡтар бешереү буйынса ла күрһәтелгән. Ағинәйҙәр йәш хужабикәләрҙе ҡомалаҡтан икмәк бешерергә өйрәткән.
Бүздәк районынан Ҡаңны-Төркәй — Ҡаңлы улыҫы башҡорттарының ерендә урынлашҡан боронғо ауыл. Беренсе тапҡыр 1664 йылда документтарҙа Ҡаңны тип иҫкә алына. Бөгөн унда 674 кеше йәшәй. Конкурста ҡатнашыу идеяһын бар ауыл халҡы хуплап ҡаршы ала.
«Күп саралар онлайн режимда үтһә лә, һөҙөмтәле булды. Ауыл халҡы тағы ла нығыраҡ берләште. Йәш ғаиләләрҙе, ситтә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, күп балалыларҙы хөрмәтләп кисәләр үткәрҙек», – ти Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Шәғәлиев.
Баҡалы районынан Туҡтағол —Ҡырғыҙ улыҫы башҡорттары ауылы, унда бөгөн 341 кеше йәшәй.
«Беҙҙә ситтән күсеп килеп төпләнгән ғаиләләр юҡ, бындағы халыҡ борондан ошонда йәшәй, үҙ тарихын яҡшы белә. Конкурс нигеҙендә эшмәкәрлек алып барыу өсөн был бик уңайлы булды. Гел бер фекерле булып эш иттек», – ти Туҡтағол ауылы биләмәһе башлығы Лилиә Ахунова.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
Читайте нас