Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеүен Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡы дәррәү күтәреп алды. Ауылдың үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмағандар өсөн был яңылыҡ ҙур шатлыҡ итеп ҡабул ителде.
Үҙенсәлектәргә бай ауыл ул Иҫке Мөхәмәт: Әй йылғаһының ҡомло үҙәнендә йәйҙәрен волейбол уйындары гөрләп торһонмо, ағинәйҙәре яҡын-тирә төбәктәргә концерт программалары менән йөрөһөнмө, бөтә ауыл менән сиратлашып яңы сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыһындармы, ауыл мәҙәниәт йортонда өсәр сәғәт концерт ҡуйһындармы, бергәләшеп өмәләр үткәрһендәрме – бөтәһе лә “шау мөхәмәттәрсә” килеп сыға ла ҡуя!
Күптән түгел иһә, ҡыштың ҡылыстай һалҡын көндәре тип торманылар, Ҡыйғы район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко тәҡдим иткәс, ошо төбәктә фәнни-ғәмәли конференция үткәреп, Башҡорт тарихы йылын асып ебәрҙеләр. Ойоштороу комитетында ағинәйҙәр, ветерандар советтары етәксеһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Лида Зарипова, “Беҙҙең Ҡыйғы” район гәзите мөхәррире Сөмбөл Исмәғилева, китапханасы Гөлсирә Сәғитова, мәҙәниәт йорто методисы Гөлшат Вагайцева, Әмирхан хәҙрәт, ауыл старостаһы Вадим Зарипов, мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Әсҡәрйән Кәлимуллин, балаларҙың, йәштәрҙең “Аҡйондоҙ” интеллектуаль ижад төркөмө етәксеһе Сәриә Яруллина һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыған уның студенттары, ауыл фельдшеры Гүзәл Талипова, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Фәхретдинова эшләне.
Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараны. Лида Вәкил ҡыҙы, туҡымаға Ҡыйғы районының гербын, йылдың символын сигеп, штандарт әҙерләне. Ун көн барған әҙерлек сараларында район хакимиәтенән дә төрлө бүлек етәкселәре килеп, ярҙамдарын тәҡдим итте. Алты ҡурай, флагтар һатып алынды, баннерҙар, эмблемалы футболкалар эшләнде. Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбе лә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерләнде: стендтар яңыртылды, мәктәп музейына экспонаттар өҫтәлде.
“Илем тарихында – ауылым яҙмышы” темаһына арналған ғилми-ғәмәли конференцияға Өфөнән шағирә, ”Аҡбуҙат” балалар журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, төньяҡ-көнсығыш райондарҙан тарихсылар, хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары саҡырылғайны.
Ҡунаҡтарҙы мәктәптә ҡурай моңо менән ҡаршы алдылар. Самауыр сәйе, милли ризыҡтар тәҡдим ителеп, мәктәп тормошо менән таныштырғас, автобустар уларҙы ауылдың иң күркәм урыны – Олотау түбәһендә ултырған “Ләмиға” мәсетенә; 1930 – 1960 йылдарға тиклем эргәһендә быуа яһалып, һөт һыуытылған, шунлыҡтан ауыл тарихында “Зауыт шишмәһе” булып ҡалған, хәҙер инде “Килендәр шишмәһе” тип аталған изге һыуға; Әсҡәрйән Урал улы үҙ ҡулдары менән ҡорған, кәртәләп шыршылар ултыртҡан, Әйҙең үҙәненә ҡом өҫтәп түктергән волейбол майҙансыҡтарына алып барҙы. Әйткәндәй, район юл төҙөлөшө идаралығы тракторҙары уның тирә-яғын ҡарҙан таҙартҡайны, күрше Лағыр ауылына (Салауат районы) тиклем Әй аша юлды ла матурайтҡандар.
Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында конференцияның ғәмәли өлөшө ағинәйҙәрҙең “Күңел сыңы” фольклор ансамбле менән берлектәге сәләмләүҙәренән, йыр-бейеүҙәрҙән башланып китте. Артабан барыһын да балаларҙың “Аҡйондоҙ” интеллектуаль ижад төркөмөнөң сығышы әсир итте. “Тарихта һай йөҙөп, тәрән сумырға ярамай, тиһәләр ҙә, үҙебеҙҙең Иҫке Мөхәмәткә ҡағылышлы тарихи хәл-ваҡиғаларға аҙ ғына булһа ла сумырға баҙнат иттек. Кемдәр улар “аҡйондоҙ”ҙар, тиерһегеҙ. Ауылыбыҙҙағы мәктәп уҡыусылары һәм мәктәп эскәмйәһендә саҡтарында “Аҡйондоҙ” төркөмөндә шөғөлләнгән бөгөнгө студенттар, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары студенттары!” – тип башлап ебәрҙе алып барыусылар.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Фәдис Ғәниев, Наҙгөл Кәлимуллина, Вилиә Ғәлимова, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалынан Луиза Ғилметдинова, Илшат Исмәғилев, Өфө нефть техник университетынан Гөлсибәр Йосопова үҙҙәре һынландырған образдар тормошо менән сәхнәлә йәшәне, тиһәң дә була. ХI класта уҡыған Сәлимйән Яруллин, Гөлназ Мөхәмәтйәнова, Эльза Әсәҙуллина, Ансаф Низамов, һигеҙенсенән Алһыу Хөснуллина, туғыҙынсынан Рәсимә Шиһапова, етенсенән Нияз Йосопов, беренсенән Ләйсән Кәлимуллина ла “Аҡйондоҙ”ҙоң бөгөнгө ышаныслы алмашы икәнлеген иҫбатланы. Мостай Кәримдең “Театр яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй” тигәнен ғәмәлдә күрһәтеп, ауылдың драматик хәл-ваҡиғаларын сәхнәләштереп, ҡунаҡтарҙы, ысынлап та, Ерҙең ҡояшлы яғына алып сыҡты “аҡйондоҙ”ҙар. “Ауылға нигеҙ һалыу” легенда-фаразында Әсәнең (Наҙгөл Кәлимуллина) “урмандары ла, тауҙары ла етерлек” булған ергә төпләнергә фатиха һораған Мөхәмәткә (Фәдис Ғәниев): “Улым, айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар, тигәндәр. Айырылып, хата ҡылмаҫһыңмы? Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ, юғалып, яҙа баҫмаҫһыңмы?” тигәнен тамашасы риторик һорау мәғәнәһендә ҡабул итте.
Гөлсибәр Йосопованың атаһы Ғүмәрҙең өләсәһе Зәғифә әбей, күҙҙәре яҙыу танымаһа ла, һуғыш осоронда Йүкәленән почта ташый. Аҙнаға ике тапҡыр таңдан тороп өсмөйөшлө хаттар алып ҡайтырына өмөтләнеп йүгерә ул... 46 (!) тапҡыр “похоронка” йә хәбәрһеҙ юғалыу хаҡындағы “ҡара ҡағыҙ”ҙы тапшырыу ҙа уның йөрәге аша үткән... Гөлсибәрҙең сәхнәлә Зәғифәне һынландырыуы ил ағаһы ирҙәрҙе лә тетрәндерерлек булды.
Иҫке Мөхәмәттән Рафаэль Сафиндың тыуған ауылы Йыланлыға туранан – туғыҙ саҡрым. Уның аша Һатҡы ҡалаһы баҙарына ҡара таңдан көйәнтәләп балыҡ, еләк йөрөткән элек өләсәйҙәр. Ғөмүмән, шағирә, журналист Лариса Абдуллина әйткәнсә, дәүләт ҡағыҙында улай теркәлмәһә лә, Р. Сафин күптән инде – халыҡ шағиры. “Аҡйондоҙ”ҙар шағирҙың шиғырҙары аша Иҫке Мөхәмәттең тарихын сәхнәлә терелтте. Сәлимйән Яруллиндың (Рафаэль), Вилиә Ғәлимованың (Шәмсиә килен), Луиза Ғилметдинованың (Хәсбиямал еңгә), Илшат Исмәғилевтең (Сәләхетдин ағай), Фәдис Ғәниевтең (Хәкимйән), Ләйсән Кәлимуллинаның (Сания) уйнауы тормош ысынбарлығын бар йәһәттән асты. Ысынлап та, яҡташ шағир тыуған еренә мәңге юғалмаҫлыҡ моң ҡалдырған һәм ошо моңонда уның – ил тарихы.
Ағинәйҙәр ҙә ихлас сығыш яһаны. Уларҙың үҙенсәлекле биҙәкле алъяпҡыс-күлдәктәрҙә, Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен оҫта башҡарыуы, йәштәрҙе әҙәп-әхлаҡ, тәүфиҡ рухында тәрбиәләү ниәте ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы.
Конференцияның төп темаһын асыуҙа, фәнни өлөшөнә йүнәлеш биреүҙә, әлбиттә, тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп төҙөлгән “Һуңғы аҙым. Һуңғы мөмкинлек” тамашаһының әһәмиәте ҙур булды. Унда 1740 йылдың ғинуар һуңында Башҡорт иленә хан күтәреү зарурлығы, уны Тырнаҡлы улысындағы Иҫке Мөхәмәт ауылында атҡарыу тураһында һүҙ барҙы.
Әбей батша ғәли йәнәптәренең бойороғон аша атлап, йәшертен рәүештә уҡ баштары яһаған Тырнаҡлы старшинаһы Йәрмөхәмәт Хаджаев (Сәлимйән Яруллин), Ҡараһаҡалды Джунгар ханының юғалған улы Солтангәрәй исеменән хан итеп күтәрергә тәҡдим иткән Әйле улысы старшинаһы Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин (Ансаф Низамов), халҡының хәле ҡыл өҫтөндә икәнлеген аңлап, һуңғы аҙымға баҫырға – уйлап сығарылған исем аҫтында булһа ла хан исемен күтәрергә ризалашҡан Ҡараһаҡал (Илшат Исмәғилев), урыҫ ауылына самауыр яматырға барырға ғәрләнгән Баҙыянһылыу (Гөлназ Мөхәмәтйәнова), Тырнаҡлыға Танып буйҙарынан килен булып төшкән, тыуған ере өсөн һәнәк тотоп булһа ла көрәшергә йыйынған Гөлйыһан (Эльза Әсәҙуллина), тартып алынған ат – Тырнаҡ Ҡашҡаның әйләнеп ҡайтыуын ҡот ҡайтыуына тиңләгән ҡыҙ бала Йәнгүзәл (Гөлсибәр Йосопова), Йәрмөхәмәттең улы Шәмсетдин (Нияз Йосопов), ҡыҙы Шәрифә (Рәсимә Шиһапова), йәш килен (Алһыу Хөснуллина) – һәр береһе уйнаған образына йән индерҙе, аңлап башҡарҙы. Был тамаша аша “аҡйондоҙ”ҙар, ысынлап та, Иҫке Мөхәмәттең башҡорт тарихында ғына түгел, ә Рәсәй батшалығы тарихында ҙур урын алып тороуын күрһәтте.
“Аҡйондоҙ”ҙар, айырыуса Сәлимйән Яруллин менән бына инде икенсе йыл 1735–1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын өйрәнгән тарихсыларыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәровтың, Ирек Аҡмановтың, Марат Ҡолшәриповтың һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә, Википедия мәғлүмәттәренә таянып, XVIII быуатта Көньяҡ Уралды өйрәнгән географ, башҡорттар тураһында яҙған тәүге тарихсы, батша чиновнигы Пётр Иванович Рычковтың яҙмаларын уҡып сығып, Ҡараһаҡал етәкселегендәге ихтилалдың ыңғай ҙа, кире лә яҡтарын барланыҡ.
Дөрөҫ эшләгәнме ауылдашыбыҙ, олатайыбыҙ Йәрмөхәмәт старшина? Ни өсөн нәҡ Иҫке Мөхәмәттә шундай хәл булған? Сәхнәлә Йәрмөхәмәт образын кәүҙәләндергән Сәлимйәндең үҙенең эҙләнеү-тикшеренеү эшенән өҙөк килтерәһе килә. “Йәрмөхәмәт Хаджаев – Себер даруғаһы Тырнаҡлы улысы башҡорто, старшинаһы. 1740 йылдың ғинуарынан алып Себер даруғаһында Л.Я. Соймонов етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә һәм хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына ҡаршы һуғыша, 3 июндә Тубыл йылғаһы буйында Я.С. Павлуцкий һәм Языков етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта үлтерелде”, – ауылдашыбыҙ хаҡындағы белешмә ошолай.
“Хаджаев” тип теркәлгән. Тимәк, ул – хаж ҡылған кеше? Старшина ла булған. Халыҡ араһында абруйы, зиһене, хәрби тәжрибәһе, яуҙа сыныҡҡанлығы булмаһа, старшина итерҙәр инеме? Унда бит күҙе яҙыу таныған, хәлле йәшәгән, батша хөкүмәте алып барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы тәғәйенләгәндәр! Улар халыҡтан яһаҡ түләтеүҙе, хәрби хеҙмәткә егеттәрҙе ебәреүҙе, ерҙәрҙе, урмандарҙы һатыуҙа тамғалар ҡуйыуҙы һәм башҡа шундай эштәрҙе ойоштороп, хакимдарҙың яҡшы ғына ялсыһы ла булыу бурысын үтәгән.
Старшина булған килеш, Ҡараһаҡал менән ҡулға-ҡул тотоношоп яуға күтәрелергә уны нимә этәргән? Еңелгән осраҡта ғаиләһе, туған-тыумасаһы, ауылы менән нимә булырын, уларҙы ҡырып һалырҙарын, яндырырҙарын, алпауыттарға ҡоллоҡҡа һатырҙарын аңлағандыр инде?!
Йәрмөхәмәт старшина халҡын, илен, ерен ныҡ яратҡандыр. Шуға ла, баш күтәреүҙе ойошторошоп, ауылыбыҙҙа хан хәтле хан күтәреүҙе үҙ өҫтөнә алғандыр. Уның бит үлгән көнө лә, һәләк булған ере лә билдәле. Тимәк, батша генералдарына ул яҡшы уҡ билдәле булған. Шулай булмаһа, был тиклем теүәллек ҡайҙан? Башҡорт яугирҙәре араһында ул мәғлүмәтте 1740 йылдарҙа кем яҙып ҡуйһын да, ҡайҙа һаҡланһын инде?
П.И. Рычков яҙғанса, Әләнйейәнғолдо 1740 йылдың 1 апрелендә батша ғәскәрҙәре ҡулға ала. Ҡот осҡос язалауҙар аҫтында ул хан һайлауҙы үҙе тәҡдим итеүе, Ҡараһаҡалдың Юрматы ырыуынан булыуы хаҡында әйтергә мәжбүр була. Аслыҡ иғлан итә. Тимәк, ул да алдынғы ҡарашлы кеше булған: ниндәйҙер килешеүҙәрҙең үтәлмәүенә протест белдергән. Һаҡмар ҡаласығына халыҡ алдында язаларға алып китеп барғанда юлда үлә, әммә уның үле кәүҙәһен язалау майҙанына килтереп, йәлләт алдына һалалар. Башын киҫеп алып, ҡолғаға элеп ҡуялар... П.И. Рычков: ”Язалауҙарҙан ҡурҡып, үҙен үҙе үлемгә дусар иткәйне, ун көн буйына тамсы һыу ҙа эсмәне”, – тип яҙа. Ҡөрьәнде яттан белгән Ҡараһаҡал менән иңгә-иң терәшеп көрәштә йөрөгән кеше нисек үҙ-үҙен үлтереүгә барһын?..
Тарихсыларыбыҙ олатайҙарыбыҙҙың кисергәндәрен үҙ зиһендәре, күңелдәре аша кисереп, элекке яҙмаларҙы өйрәнеп, сағыштырып, хәҙерге башҡорт, рус яҙмаларына ауҙарып, тарихыбыҙҙы яҡтыртып, әҙерләп бирҙе. Мәҫәлән, XVII-XVIII быуаттарҙағы баш күтәреүҙәрҙә ҡатнашҡан тырнаҡлыларҙан Йәрмөхәмәт Боҫҡанажаев, Мандар Мишәров, Байбулат Итҡосоҡов, Йәрмөхәмәт, йөҙбашы Тәтелсә Теләүбирҙин, Жауын Сыуашев, Муса Сәйетов, Әйле улысынан Сураш һәм Ҡыҙрас Килдешовтар, Заһит Миңлеғужин, аталы-уллы Ҡайбаҡ һәм Япаш Ҡарабаевтар, Һөйәрғол Шурғынов, Йосоп Алыҡаев, Йосоп Тәүәтов, Йәнсура Йәнтимеров, Һартҡол Бикжанов, Ҡарабаш Үтәйәнов кеүек яҡташтарыбыҙҙың исем-шәрифтәре һорау алыусыларҙың протоколдарында теркәлгән.
Конференцияның фәнни өлөшө йәнле барҙы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев мөхәмәттәрҙең сараға ныҡлы әҙерлеген билдәләп: “Мин сараның ошолай студенттар, мәктәп уҡыусылары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар менән берлектә үткәрелгәненә бик шатмын. Тарихи шәхестәребеҙҙең исемен күтәреп сығыу, улар башҡарған эштәрҙе ентекле өйрәнеү – изге эш. Һәр хәл-ваҡиғаның да, ихтилалдың да сәбәптәрен, һөҙөмтәһен ныҡлы өйрәнеп, объектив баһа бирергә тейешбеҙ”, – тине. Шағирә Лариса Абдуллина төньяҡ-көнсығышта Башҡорт тарихы йылын асыуҙа мөхәмәттәрҙең, күсмә штандарт сигеп, Салауат районы Лағыр мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовҡа тапшырыуын маҡтап телгә алды.
Штандартҡа Башҡорт тарихы йылы символы һәм Ҡыйғы районы гербы сигелгән. Унда әле дыуандар ҙа, балаҡатайҙар ҙа, мәсетлеләр ҙә үҙ гербтарын ҡуйып, йылға арналған сараларын үткәргәндә бер-береһенә тапшырасаҡ. Ағымдағы йылдың декабрендә штандарт төньяҡ-көнсығыш райондарының дөйөм осрашыуында Ҡыйғыға кире ҡайтарылып, район мәҙәниәт йортонда Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһаласаҡ, тип килешелде.
Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар берҙәм рәүештә ҡабул иткән резолюцияла шундай юлдар бар: “Ауылдың башҡорт тарихында күренекле урын алып тороуын билдәләп, XVIII быуатта башҡорт ихтилалдарында һәләк булған олатай-өләсәйҙәр иҫтәлегенә “Хәтер ташы” асыуҙы юлларға, ойошторорға”.