Башҡорт донъяһы
3 Март 2021, 05:55

Шәжәрәлә 730 исем урын алған!

"Һәр кем үҙенең ата-бабаларын, шәжәрәһен өйрәнергә, белергә һәм киләсәк быуындарына ҡалдырырға тейеш”, - ти Ҡаңны ырыуы уҙаманы.

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан Ришат Юнысовтың нәҫел тамырҙары Ҡаңлы ырыуы башҡорттарынан. Ул үҙ нәҫелен бик ентекле өйрәнгән. Бөгөн ул төҙөгән шәжәрәлә 730 кешенең исем-шәрифе теркәлгән.
“Беҙҙең нәҫелдең шәжәрәһе электән үк билдәле булып, яҙылып барылған, әммә революцияға тиклемге өлөшө ғәрәп алфавитында эшләнгән ине. Атайым уны хәҙерге башҡорт теленә тәржемәләп эшләүемде үтенгәйне, ошо бурысты атҡарып сыҡтым, йәғни шәжәрәбеҙҙе яңырттым.
Совет осоронда шәжәрә төҙөү бөтөнләй онотолһа ла, урындағы ауыл советтарында бар мәғлүмәт тә теркәлеп барҙы. Ә хәҙер күптәрҙең балалары, уландары ауылдан күсеп китә, ситтә төпләнә, шунда уҡ теркәлә, һөҙөмтәлә нәҫел тамырҙары ла юғалыуға дусар була.
Шөкөр, һуңғы йылдарҙа йәш быуын, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башланы. Миңә лә йыш киләләр, үҙҙәренең атай-олатайҙары, нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһыналар. Белгәнемсә өйрәтәм, шәжәрә эшләү серҙәре менән уртаҡлашам.
Беҙ үҙебеҙ Сирмеш нәҫеленәнбеҙ. Дилмөхәмәт олатайым, унан тыуған Ғәлекәй, Әйүп, Юныс. Юныстан – Мөхәмәтхәниф, унан – мин. Артабан шәжәрәбеҙҙе улдарым Ринат менән Шамил, ейәндәрем Рауил менән Динар дауам итә.
Һәр кем үҙенең ата-бабаларын, шәжәрәһен өйрәнергә, белергә һәм киләсәк быуындарына ҡалдырырға тейеш”, - ти Ҡаңны ырыуы уҙаманы.
Фото: n-vartovsk.ru
Читайте нас