Башҡорт донъяһы
4 Март 2021, 10:30

“Айыҡ ауыл” – халыҡты туплаған, берләштергән көс

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау этабы тамамланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған эксперт комиссияһы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау этабы тамамланды.
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсына былтыр августа старт бирелгәйне. Декабргә хәтлем муниципаль этап үткәрелде, унда 54 район да ҡатнашты. Республика этабына 54 ауыл сыҡты, һәр райондан берәр ауыл еңеүсе тип иғлан ителгәйне. Икенсе этапта бәйгеселәр үҙҙәрендә спорт һәм мәҙәни саралар ойошторҙо, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары ла саҡырылды. Конкурс барышында республикала махсус “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр, алыҫ райондарға табиптарҙың, белгестәрҙең сәфәрҙәре ойошторолдо.
25 февралдән башланған республика этабында ҡатнашыусылар эксперт комиссияһы алдында үҙ проекттарын яҡланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолова етәкселек иткән комиссияның тәүге ултырышына Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай райондары вәкилдәре килде. Улар үҙ төбәктәрендә үткәрелгән эшмәкәрлек тураһында ентекләп һөйләне, үткәрелгән сараларҙы видеосюжеттар һәм башҡа күргәҙмә әсбаптар менән раҫлай барҙы. Төрлө профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренән торған коммиссия ағзаларынан уларға һорауҙар ҙа байтаҡ булды.
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсында проекттарҙы яҡлауҙың һуңғы көнөндә Өфөлә 13 район вәкилдәре йыйылды. Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Баймаҡ, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл, Бөрө райондарынан республика этабында ҡатнашҡан ауылдар сығыш яһаны.
Ҡабыҡҡыуыш - Стәрлебаш районында иң эре башҡорт ауылдарының береһе. Бында Юрматы ырыуы башҡорттары, Тәтегәс бей тоҡомо йәшәй (550 кеше). Был ауылды аҡһөйәктәр ауылы тип йөрөтәләр. Ҡабыҡҡыуыштар тарихын хөрмәт итә, бала саҡтан шәжәрәһен белеп үҫә. 27 быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлгән. Ауылдың иң әүҙем аҡһаҡалдарының береһе Нурмөхәмәт Һөйәрғолов башланғысы менән Шәжәрә байрамына ауылдағы һәр 15 нәҫел дә тамырҙарын барлаған.
Ауылда әүҙем халыҡ йәшәй, республика күләмендә ойошторолған күләмлебер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының башҡортса Яңылыҡтар хеҙмәте үткәргән «Матур ауыл» конкурсында ҡабыҡҡыуыштар еңеү яулай. Ауылдаштары был ҡаҙаныштарҙы ауыл биләмәһе башлығы Ринат Әхмәтовтың тырышлығы менән дә бәйләй.
Белорет районынан «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан 45 ауылы араһынан республика этабына Шығай ауылы сыға. «Конкурс сиктәрендәге саралар яңы форматта, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Йүнселдәрҙең эшен күрһәтеп, уларҙы артабан эшҡыуар итеп үҫтереү саралары күрһәтелде», — ти Белорет районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе, ойоштороу комитеты ағзаһы Эльза Мөхәмәҙиева.
«Ауылда төрлө йүнәлештә шөғөлдәр алып барған оҫталарҙы тупланыҡ. Ағас, ҡул эштәре, буҙа ҡойоу, биҙәүестәр яһау менән шөғөлләнгән һәләтле кешеләрҙе саҡырҙыҡ, улар менән бизнес-шериф, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе, халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы вәкилдәре осрашыуға килде һәм грант алыу, ниндәй субсидиялар, адреслата социаль ярҙам алырға мөмкинлектәрен аңлатты», — ти Шығай ауыл советы башлығы Хәлим Ғәлиастанов.
Кушнаренко районы Үрге Сәйет ауылында 276 кеше йәшәй. «Айыҡ ауыл» конкурсы сараларында олоһо ла, кесеһе лә бергә ҡатнашҡан.
«Атай әйтһә, бала аҡыллы булыр, әсәй әйтһә, бала уңған булыр» тигән халыҡ мәҡәленән сығып эш иттек. Мәҫәлән, фольклор байрамдарында малайҙарға мейес сығарыу серҙәрен күрһәттек. Ауыл йорттары инде өс тиҫтә йыл газ менән йылытыла. Мейестәр күптән һүтелеп бөттө. Мейес оҫталарының белгәнен йәштәргә өйрәттек. Был тема күптәргә ҡыҙыҡ икән», — ти Үрге Сәйет ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Резида Сабитова.
Стәрлетамаҡ районынан конкурстың муниципаль этабында 55 ауыл ҡатнаша. Улар араһынан республика этабына Күсәрбай ауылы сыҡҡан. Бында 332 кеше йәшәй.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауылдағы ике кибеттә лә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа туҡтатылған. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, Күсәрбайҙа тыуым арта, ауылда йәштәр төпләнә.
Быйыл йәйгә 25 йәш ғаилә өй туйлаясаҡ, ауылда бөтәһе 141 ер биләмәһе бүленгән. Мәктәпкәсә төркөм асылыуы көтөлә. Ауыл халҡы киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Үткән йыл күсәрбайҙар Башҡортостан Башлығы грантын отҡан, ауылда был аҡсаға Халыҡ кәсептәре йорто асылған.
«Беҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙары балаҫ һуғыу оҫталығы менән дан тота. Грант аҡсаһына алты станок һатып алдыҡ, балаҫтарыбыҙҙы күргәҙмәләргә лә ҡуялар. Бер юлы йәштәргә лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Был дәрестәребеҙҙе "Ютуб" каналына ла һалып барабыҙ, уларҙы инде бер нисә мең кеше инеп ҡараны», – ти Күсәрбай ауылы клубы мөдире Гүзәл Аҡсулпанова.
Күсәрбайҙар ауылдың арҙаҡлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы, 2-се башҡорт полкы командиры Аралбай батыр Аҡсулпановтың исемен мәңгеләштереү эшен башлаған.
Баймаҡтарҙан конкурста муниципаль этапта бөтә 89 ауыл да көс һынашҡан. Республика этабына 122 кеше йәшәгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы сыҡҡан. Баймаҡ делегацияһын район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләгән ине.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбайҙың үҙ телевидениеһы булдырылған. Ауылдың үҙ нәшриәте ойошторолған, «Әмәндәк» гәзите сыға башлаған. «Айыҡ ауыл» конкурсы ваҡытында сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өндәүсе календарҙәр, сувенирҙар, буклеттар, ручкалар, вымпелдар, магниттар эшләнде һәм бөтә ҡатнашыусыларға киң таратылды, ти баймаҡтар.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы положениеһы буйынса, беҙҙең алда 13 төрлө бурыс ҡуйыла. Уларҙы ентекле өйрәнеп, беҙ сараларҙы ошо бурыстарҙы хәл итергә ете төрлө эш йүнәлешен билдәләнек. Беҙҙең эштәребеҙ Етегән йондоҙ шикелле халыҡҡа рухи-әхлаҡи йүнәлеш булып торһон, тинек. Ә 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүен күҙ уңында тотоп, символик рәүештә йүнәлештәрҙе Татыулыҡ, Изгелек, Сәләмәтлек, Яҡшылыҡ, Берҙәмлек, Рухиәт, Үҫеш тигән рухлы башҡорт һүҙҙәре менән атаныҡ. Конкурс барышында ошо ете йүнәлеш буйынса бөтәһе 142 сара үткәрелде һәм уларға 4092 кеше йәлеп ителде», – ти сараларҙы ойоштороусы Рәуилә Хәсәнова.
Учалы районынан республика этабында Илсе ауылы сығыш яһаны. Меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылда быуындар күсәгилешлегенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә имен булмаған ғаиләләрҙе шефлыҡҡа алғандар.
«Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ике ғаиләне ҡурсалай: аҙнаһына бер-ике тапҡыр яндарына барып, хәлен белешеп торҙоҡ, төрлө сараларға йәлеп иттек. Бындай алым һөҙөмтәһеҙ ҡалманы, имен булмаған ун ғаиләнең өсәүһе иҫәптән сығарылды. Март аҙағына тағы ике ғаиләне иҫәптән алырға йыйынабыҙ», - ти Илсе ауыл биләмәһе башлығы Азат Вәлитов.
Тәтешле районы Шулған ауылы - Гәрәй-Урман ырыуы башҡорттары ауылы. Электән был ауыл тәмле ҡымыҙы менән дан тота. Крупская исемендәге хужалыҡ районда һөт һауыу буйынса алдынғы урында. Райондағы һауындың 30% ошо хужалыҡҡа тура килә. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов етәкселегендәге делегация ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
«Туйҙар беҙҙә айыҡ үтә, табында тик ҡымыҙ ғына», – ти Шулған ауыл биләмәһе башлығы Ынйы Бәҙертдинова.
Шулғандар конкурс сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың бөтәһенә лә физик мөмкинлектәре сикле ауылдаштарын да әүҙем йәлеп иткән. Нәркис исемле егеткә бергәләшеп махсус коляска алып биргәндәр.
«Айыҡ ауыл-2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Туймазы районынан республика этабында ҡатнашҡан иң ҙур ауылдарҙың береһе - Иҫке Туймазы ауылы. Делегацияны район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов етәкләне.
Иҫке Туймазыла 1473 кеше йәшәй. Туймазылар ҙур ғорурлыҡ менән ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Хужалыҡта Рәсәй теплицаларында етештерелгән йәшелсәнең 10 % Иҫке Туймазыла үҫтерелә.
«Ауылда сәләмәт тормошҡа табан юл йәштәр менән эштән башланды. Сикләүҙәр менән генә айыҡлыҡ булдырыу мөмкинлек түгел», — ти Иҫке Туймазы ауылы биләмәһенән Рәдис Вәлиәхмәтов.
Ауылда спиртлы эсемлектәр һатыу биләде ваҡытта ғына атҡарыла. Киске сәғәт биштән иртәнсәккә тиклем алкоголь һатылмай.
Саҡмағош районы Туҙлыҡыуыш ауылында 513 кеше йәшәй. «Айыҡ ауыл» конкурсы башланғас, саҡмағоштар ауылдағы һәр йортто йөрөп сыҡҡан.
«Бер ғаилә лә сараларҙан ситтә ҡалмаһын өсөн, тәүҙә һәр кем менән әңгәмәләшеп, яратҡан шөғөлдәрен, эшләйәсәк йүнәлештәрен билдәләнек», — ти Туҙлыҡыуыш ауыл биләмәһе идарасыһы Алһыу Мәғәлимова.
Республика этабында еңеү яуланһа, ауылда стадион һәм парк төҙөргә ниәтләйҙәр. Бында спорт менән дуҫ халыҡ йәшәй, быйыл ауыл халҡы бергәләшеп хоккей майҙансығы төҙөгән.
Халыҡ һаны буйынса ауылдар төрлөсә булғанлыҡтан, баһаны ғәҙел итеү маҡсатында, конкурс йомғаҡтары түбәндәге категорияларға бүленеп ҡарала: халҡы өс мең кешенән ашыу булған ҙур ауылдар, бер меңдән алып өс меңгә саҡлы кеше йәшәгәндәр, 200-ҙән алып бер меңгә ҡәҙәр булғандары, халыҡ һаны 200-ҙән аҙыраҡтар. Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе асыҡланасаҡ. Уларға республика Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса программаһына инергә хоҡуҡ биргән сертификаттары тапшырыласаҡ.
Был сертификаттар түбәндәге категорияларға бүленә: беренсе урын өсөн – биш миллион һум; икенсегә – өс миллион һум; өсөнсө урынға – ике миллион һум. Тимәк, 2020 йылдағы еңеүселәрҙең дөйөм приз фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сайтынан алынды.
Читайте нас