“Башҡортостан” гәзитенең Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмөндә иғлан иткән конкурсы бөгөн 23.00 сәғәттә тамамланды. Сара 1 мартта старт алғайны.
Гәзитебеҙ иғлан иткән бәйгелә иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 12 гүзәл зат “БУЛДЫҠЛЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ” исеме өсөн көрәште. Уларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Был гүзәл заттарыбыҙҙың ошо сарала ҡатнашыуы уҡ уларҙың булдыҡлылығын күрһәтте лә инде.
Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була. Был юлы Белорет ҡалаһынан Айгөл (Фәимә) Ниғәмәтуллина 848 тауыш йыйып, беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Әбйәлил районынан Зөлфирә Ҡарағужина–Моратшина сыҡты – 736 тауыш йыйҙы. Өсөнсө урынды Салауат районынан Рәйлә Латипова алды – уға 687 кеше тауыш бирҙе.
Дүртенсе баҫҡыста Өфө ҡалаһынан Гөлнара Сәлихова – 383, бишенсе – Ҡариҙел районынан Гөлнара Солтанова – 345, алтынсы – Көйөргәҙе районынан Нурзилә Хәйбуллина – 328, етенсе – Мәләүез ҡалаһынан Әлиә Әмирова – 322, һигеҙенсе – Баймаҡ районынан – Мөнирә Яхина – 265, туғыҙынсы – Өфө ҡалаһынан Гүзәл Үтәбаева – 216, унынсы – Өфө ҡалаһынан Регина Камалова – 183, ун беренсе – Баҡалы районынан Фәимә Бүләкова – 131, ун икенсе – Бөрйән районынан Азалия Вәлиева 87 булды. Йәғни 4531 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Тағы ла берҙе конкурсанттарҙың бөтәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙе 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө мөнән ҡотлайбыҙ! Шулай ихлас, дәртле, уңған һәм ҡыйыу булып ҡалығыҙ!
Фото: “Башҡортостан” гәзите сайтынан.