Башҡорт донъяһы
10 Март 2021, 12:45

Сынтимер Баязитов эш көнөн гәзит уҡыуҙан башлай

Ә инде ваҡытлы матбуғаттан алған рухи байлыҡты бер нимә лә алмаштыра алмай.

Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер Баязитовтың эш көнө “Башҡортостан” республика гәзитен уҡыуҙан башлана. Быға белем усағына сәфәр ҡылғанда үҙебеҙ ҙә инандыҡ.
Бының һис кенә лә ябай колледж түгел, ә күп профилле һөнәри белем биреү уҡыу йорто булыуына баҫым яһаны Сынтимер Биктимер улы. Төп маҡсаттары – ҡыҙҙарға һәм егеттәргә төплө һөнәри белем һәм күркәм тәрбиә биреү. Үҙ сиратында, ниндәй ҙә һөнәрҙе алғас, һәр береһен матур итеп эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә булышлыҡ итеү. Ҡыҫҡаһы, ҡулдарына диплом алған студенттарға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурыстары итеп һанайҙар.
Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, төрлө мәғлүмәт төрлө яҡтан бер туҡтауһыҙ яуа ғына. Ә инде ваҡытлы матбуғаттан алған яңылыҡты бер нимә лә алмаштыра алмай.
“Башҡортостан” гәзитенә килгәндә, баҫманың тик үҙенең генә йөҙө бар, ул шуға һөйөнә. Элекке заман хәтерҙән сыҡмай, атаһы киске аштан һуң мотлаҡ гәзит-журналдар ҡараштырған, айырыуса “Башҡортостан”ды яратҡан, йыл да алдырған.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас