Ошо исем аҫтында үткән асыҡ республика фольклор фестивале балалар һәм үҫмерҙәр ижадына арнала. Ул тамырҙары менән Көйөргәҙе районына барып тоташа – тап ошо төбәктә йәшәүселәр был сараны үткәреү идеяһын күтәреп сыға.
Бөгөн фестивалдә ҡатнашыу өсөн 80-дән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ейәнсура, Бөрйән, Миәкә, Мәләүез, Мәсетле, Көйөргәҙе райондары, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары кеүек Башҡортостандың төрлө ерҙәренән тыш, Ырымбур өлкәһе кеүек төбәктәрҙән дә эштәр йыйылған.
Асман Рахманғоловҡа һигеҙ йәш. Ул фестивалдең тыуған яғы һаналған Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылынан. “Мин фестивалдә икенсе тапҡыр ҡатнашам, 2018 йылда еңеүсе булдым һәм “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең махсус призын алдым. Был юлы ла тылсымлы ат Аҡбуҙат хаҡында ҡобайыр ижад иттем. Йәштәштәремде лә конкурста ҡатнашырға саҡырам, бындаә саралар үҫешкә булышлыҡ итә, илһамландыра бит”, – ти ул.
Фестиваль хаҡындағы уй-фекерҙәре, тәьҫораттары менән “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Мәлик Ильясов та бүлеште: “Был фестивалде ойоштороу идеяһы “Аҡбуҙат” эпосының онотолмай быуындан-быуынға тапшырылып килеүе хаҡында һөйләй”.
“Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика фольклор фестиваленә эштәр 20 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк, еңеүселәр апрель башында Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылындағы “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта ҡатнашасаҡ.