Кисә “Башҡортостан” гәзите редакцияһына ҡунаҡҡа буласаҡ журналистар – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультеты студенттары килде.
Осрашыу гәзит-журналдарҙы сығарыу процесы менән танышыу, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары һәм буласаҡ журналистар араһында хеҙмәттәшлек ептәрен булдырыу маҡсатында ойошторолдо. Студенттар менән бергә ошо факультет уҡытыусылары – Наилә Әхмәтйәнова һәм Алмас Шаммасов та бар ине.
“Йәш белгескә, эшкә төшкәс, баҫманың төрлө тематикаһына ярашлы эш итергә, уҡыу барышында алған белемен күрһәтергә тура киләсәк. Ә бының өсөн студент йылдарында уҡ тырышырға кәрәк: теорияны өйрәнеү, практика үтеү, төрлө кешеләр менән аралашыу, яҙыу оҫталығын нығытыу, уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уята белеү мөһим. Ҡасандыр беҙҙең факультетта белем алған, хәҙер килеп республиканың төрлө баҫмаларында эшләгән журналистарҙың студенттар менән эш тәжрибәһе хаҡында һөйләшеүе, кәңәштәр биреүе ҡыуандырҙы”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Наилә Әхмәтйәнова.
Студенттар “Башҡортостан” гәзитен сығарыу эшенең баҫҡыстары менән танышты: һәр бүлеккә инеп шунда тир түккән бүлек мөдирҙәре, хәбәрселәр менән аралашты, верстка бүлегендә гәзиттең барлыҡҡа килеү тәртибен күҙәтте. Беҙҙең редакциянан тыш улар “Республика Башкортостан” гәзитендә, “Аҡбуҙат” журналында ла булды.
Буласаҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ла тейешле иғтибарын бүлде. Студенттарҙы союз рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләп, дуҫлыҡ күперен нығытырға әйҙәне, журналист эшенең тынғыһыҙ, әммә ҡыҙыҡлы һөнәр булыуы хаҡында һөйләне. Ойошманың яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова ҡунаҡтарҙы Журналистар союзының эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы.
Журналист һөнәренә ылығыуҙың үҙенсәлеге шунда: бында уҡыу йортон тамамлағас, ҡулға диплом тотоп эшкә килеү генә етмәй. Журналист булам тигән кеше был эшмәкәрлек менән студент йылдарынан уҡ танышырға, матбуғат сараларына даими яҙышып торорға, үҙен алдан танытырға бурыслы.
Был йәһәттән БДУ студенттары һәм гәзитебеҙ араһында кисәге осрашыу арҡылы дуҫлыҡ күпере һалынғандыр тигән өмөттәбеҙ һәм буласаҡ хеҙмәттәштәребеҙҙән мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.