Башҡорт донъяһы
11 Март 2021, 15:15

Хәҙер Аҡбуҙат исемле күк йондоҙо бар

“Аҡбуҙат” республика балалар журналына 30 йыл тулыу айҡанлы күк йөҙөндәге бер йондоҙға Аҡбуҙат исеме бирелде.

Башҡорт донъяһы өсөн ғәжәйеп һәм шатлыҡлы ваҡиға – күк йөҙөндә “Аҡбуҙат” йондоҙо бар.
Космик эшмәкәрлек буйынса “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы тарафынан “Аҡбуҙат” республика балалар журналына 30 йыл тулыу айҡанлы күк йөҙөндәге бер йондоҙға Аҡбуҙат исеме бирелде. Ул Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан.
- "Аҡбуҙат" тураһында мәғлүмәт Күк есемдәре тураһындағы халыҡ-ара каталогка индерелде. Махсус сертификатта йондоҙҙоң координаттары күрһәтелгән”, – ти "Аҡбуҙат"тар.
Фото: "Роскосмос".
Читайте нас