Туймазы ҡалаһында йәшәгән Гөлмирә менән Сәлим Бикбулатовтарға ғәскәри частан Рәхмәт хаты килгән.
“Хөрмәтле Сәлим Хәлим улы һәм Гөлмира Йәмил ҡыҙы! Ниязды ысын ил һаҡсыһы итеп үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һалдат Нияз Бикбулатов тәүге көндәрҙән үк үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте... Ихтирам менән полковник Н. Шубин” тип яҙылған унда.
Һөйөнөслө хәбәр килеүгә күп тә үтмәй, Нияз Кемеров өлкәһе Югра ҡалаһынан тыуған яғына отпускка ҡайтҡан. Әйткәндәй, Бикбулатовтар тыумышы менән Ейәнсура районынан, байтаҡтан бирле Туймазы ҡалаһында йәшәйҙәр.
"Ҡазан ҡалаһында биш ай уҡыуҙа булғас, Кемеров өлкәһенә ебәрҙеләр, – ти һалдат. – Ир-егеткә хеҙмәт итергә кәрәк. Мәктәптә уҡығанда спорт менән шөғөлләнеү ныҡ ярҙам итте. Ғөмүмән, Башҡортостан егеттәре ҡайҙа ла алдынғы".
Фото: “Бәйләнештә” селтәре.