Табындар башҡорт ырыуҙары араһында иң ишлеһе иҫәпләнгән. Быны Рим Йәнғужин, Раил Кузеев һәм башҡа тарихсыларыбыҙҙың яҙмаларында ла осратырға була. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, заманында табындар башҡорттарҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән. Табындарҙың үҙҙәренең генә лә 17 ҡәбиләһе бар. Бына улар: барын-табын, ҡара-табын, күбәләк, теләү, дыуан-табын, йомран-табын, кесе-табын, кәлсер-табын, һарт-табын, бишул-табын, бишул-уңғар-табын, ҡумрыҡ-табын, бәҙрәк-табын, күрпәс-табын, төкөн-табын, бүҙерәк-табын, аҡ-табын. Бөгөнгө яҙмала иһә ҡара-табын- ирәктеләр илендәге тәьҫораттар менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ирәкте башҡорттарына һәйкәл
2019 йылдың йәмле йәйендә ирәкте башҡорттары ерендә – Тәтешле районына сәфәр ҡылырға насип булды. Шул саҡта ирәкте башҡорттарының көнитмеше, йәшәйеше менән яҡындан таныштыҡ, кешеләре менән аралаштыҡ. Ирәкте башҡорттары үҙҙәренең тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, шәхестәрен онотмай. Тәтешле ерендә 28 быуын нәҫел ебе шәжәрәһен төҙөгән Бәхтегәрәй Арманшин менән аралашыу был төбәк халҡында башҡорт рухы йәшәүен күрһәтте. Ул, Ғәли Соҡорой яҙмаларына таянып, бай йөкмәткеле шәжәрә ағасы төҙөгән. Ғәли Соҡоройҙоң ейәне Ғарифулла Кейековтың яҙмалары менән дә ныҡлы таныштырҙы тәтешлеләр.
Үҙҙәренең ҡара-табын-ирәкте башҡорттары икәнлектәрен иҫбатлап, район үҙәге Үрге Тәтешленән Иҫке Соҡор ауылына табан боролған оло юл сатында Ирәкте (Ҡара-табын) ырыуы башҡорттары иҫтәлегенә һәйкәл асыуҙары – үҙе бер мәртәбә. Әйткәндәй, берәй ырыу һәм ырыу башлығы хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр республикала бик һирәк.
Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, 2007 йылда Бөрйән районының Тарауыл яланында ете ырыуға бағышлап ырыу бағанаһы ултыртылды. Шул сарала ҡатнашырға насип булды. Шулай уҡ “Красноусол” шифаханаһы эргәһендәге изге сығанаҡтар эргәһендә Күрпәс-Табын тоҙ ҡайнатыу ҡаласығының элекке урынында, Иван Грозныйға илсе булып барған Күрпәс бейгә арнап һәйкәл асылды. Ә бына ирәктеләрҙең бер ырыуға ғына арнап төҙөп ҡуйған ошондай изге башланғысын башҡа ырыуҙар ҙа күтәреп алыр, тип ышанғы килә.
Тарихтан билдәле булыуынса, XV быуаттарҙа уҡ ошо тирәлә ирәкте башҡорттары йәшәгән һәм Иҫке Соҡор ауылы табындарҙың үҙәк ауылын тәшкил иткән. Был хаҡта башҡорт халҡының уҡымышлы заты, шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой яҙып ҡалдырған. Уның ейәне Ғарифулла Кейековтың яҙмаларында быларҙы табырға була. Заманында был төбәк халҡына Иҫән хан, һуңғараҡ Уса даруғаһының Ирәкте улысы старшинаһы Шәриф Кейеков етәкселек иткән. Күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң музейында ошондай мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Музей етәксеһе З. Арманшина тарихи шәхестең тормош юлы һәм ижады хаҡында ентекләп һөйләне. Ғәли Соҡорой хаҡында бында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана, уның ҡәбере һәр саҡ тәртиптә тотола.
Тәтешлеләр тағы ла бер тарихи шәхес – Иҫән хан ҡәберен дә ҡәҙерләп һаҡлай, тәрбиәләп тора. Хәҙер ялан уртаһында тиерлек тороп ҡалыуға ҡарамаҫтан, ҡәберлек тимер ҡойма менән уратып алынып, мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған, ҡәбер ташы ла иғтибарҙы йәлеп итерлек. Башҡорттарҙа хан титулы бирелмәгән, бейҙәр генә булған, тиеүселәр табылыр. Эйе, юғары община башында башлыса бейҙәр торған. Әммә ил-көнгә ҡурҡыныс янағанда, халыҡты берләштереү маҡсатында абруйлы бейҙәрҙе аҡ кейеҙгә күтәреп хан иткәндәр. Иҫән хан – шундай шәхестәрҙең береһе, һәм ул – төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын тәүгеләрҙән булып Рус дәүләтенә ҡушҡан тарихи шәхес.
Ирәкте башҡорттары Иҫән хан етәкселегендә 1554 йылда уҡ Иван Грозный менән килешеү төҙөгән һәм аҫабалыҡҡа грамоталар алып ҡайтҡан. Иван Грозныйға илсе булып барыусыларҙан әлегә Тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман менән Ирәкте ырыуы башлығы Иҫән хандың ғына ҡәберҙәре билдәле. Иҫән хан ҡәберлеген тоталитар совет власы йылдарында ла тәтешлеләр ҡәҙерләп, тәрбиәләп торған. Вафатына 500 йыл самаһы ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, Иҫән хан ҡәберлеге бөгөн дә балҡып ултыра һәм ошо төбәк халҡының башҡорт рухлы (татар теленә яҡын диалектта һөйләшһәләр ҙә) булыуы хаҡында һөйләй.
Тәтешлеләрҙең тағы ла бер тарихи урыны – билдәһеҙ летчиктар иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәл менән дә таныштыҡ. Иҫке Соҡор ауылы кешеһе К.Ш. Исмәғилев һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көйөҙә (Куеда) ауылы эргәһендә летчиктар әҙерләү мәктәбе эшләгән. 1944 йылда күнекмә мәлендә ошо мәктәп самолеты һәләкәткә тарый. Самолет инструкторы һәм курсант – йәш кенә ҡыҙ вафат була. Ялан уртаһындағы һәләкәт урынына тәтешлеләр осона ҡыҙыл йондоҙ ҡаҙалған бейек һәйкәл эшләп ҡуйған. Тарихты онотмағандары өсөн уларға “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Тәтешле ерендә татарсаға тартым һөйләшһәләр ҙә, саф башҡорт рухлы булған легендар шәхес, еңел атлетика буйынса Европа чемпионы, БДБ дәүләттәре, элекке СССР-ҙың күп тапҡыр призеры, халыҡ-ара спорт мастеры Нәсибулла Хөснуллин, һөнәре буйынса үҙе инженер булһа ла, тарих менән ныҡлы ҡыҙыҡһынған, яҙыу-һыҙыу эшенә маһир Рәфит Фәйзрахманов кеүек уҙамандар менән танышырға насип булды. Нәсибулла Хәбибулла улы менән киләсәктә яҡынданыраҡ таныштырырмын әле.