Бүздәк ере Ҡаңны ырыуы вәкилдәрен ҡаршы алды – бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сираттағы йыйыны булды. Матур йолаға әүерелеп барған сара Башҡорт тарихы йылы һәм Бөтә Рәсәй “Шәжәрә” мәҙәни-мәғариф проектына ярашлы ойошторолдо.
Ҡаңны ырыуына, Бүздәк районынан тыш, Туймазы, Мишкә, Бөрө, Кушнаренко, Дүртөйлө, Благовар төбәктәре ҡарай.
Ҡырҡтан ашҡан башҡорт ырыуы араһында Ҡаңны ҙурлығы һәм тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, ижтимағи тормошонда сағыу эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәргә бай булыуы менән әсир итә. Ҡаңны вәкилдәре Шәйехзада Бабич, Муллайән Халиҡов, Флорид Бүләков, Факиһа Туғыҙбаева, Хәким Ғиләжев, Али Карнай, Ғабдулла Ғиләжев, Таңсулпан Бабичева, Фидан Ғафаров, Зыя Нуриев һәм башҡалар башҡорт тарихында, мәҙәниәтендә, сәнғәтендә һәм әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырыуға өлгәшкән.
Йыйын башланыр алдынан Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫлановты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповты һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йола буйынса бауырһаҡ, ҡымыҙ, йыр-бейеү менән тәбрикләнеләр. Аҙаҡ уларҙы бай күргәҙмә көтә ине. Бүздәктән генә түгел, Ҡаңны ырыуына ҡараған башҡа райондарҙан – Мишкә, Туймазы, Дүртөйлө, Благовар, Бөрөнән дә ҡул эштәренән күргәҙмә тупланған. Уларҙың һәр береһенә туҡталды ҡунаҡтар. Ошонда уҡ улар был ырыуҙың күренекле вәкилдәре Сыртлановтарҙың һәм Халиҡовтарҙың шәжәрә ағастары менән дә танышты.
Тамаша залында ҡунаҡтарҙы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын, делегаттарҙы тәү башлап Бабич “тәбрикләне”: театрлаштырылған тамашала уны һынландырҙылар, сәхнәнән шағирҙың “Ҡурайҡайға” тигән шиғыры яңғыраны. Артабан иһә ырыуҙың тарихын төҙөгән шәхестәрҙең образдары үҙ һүҙен әйтте.
Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов йыйында ҡатнашыусыларҙы Бүздәк районының мәҙәни, ижтимағи тормошо менән таныштырҙы, тап ошо төбәктең хужалыҡ тармағында үҫешкән район булыуын, Башҡортостанға күп продукция тәҡдим итеүен билдәләне, бүздәктәрҙең мәҙәни тормошо хаҡында һөйләне. “Кешенең тарихи тамырҙарын белеүе мөһим”, – тип тамамланы ул һүҙен.
Хакимиәт башлығынан һуң президиум ағзалары ла телмәр тотто. Уларҙың һәр береһе был сараның әһәмиәте, Ҡаңны ырыуының үҙенсәлектәре, ошо үҙенсәлектәрҙе хәҙерге заман шарттарында һаҡлап ҡалыу хаҡында фекерҙәре менән сығыш яһаны.
Ҡаңнылар фекер уртаҡлашты
Йыйынға ырыу тарихын барларға, уның күренекле шәхестәрен иҫкә алырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, киләсәккә ниәттәр менән уртаҡлашырға 91 делегат йыйылды. Уларҙың араһынан Башҡортостандан Ҡаңны ырыуына ҡараған төньяҡ райондар вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны.
Ошо ырыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаева видеояҙма аша яҡташтарына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте, Ҡаңны ырыуына арналған поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.
Ошо ырыу хәрәкәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, Шәйехзада Бабич нәҫеленән Нәфирә Иҡсанова ла йыйында телмәр тотто.
Благовар районы вәкиле Элиза Шәфиева сығышын шәжәрәләргә арнаны, “Ҡаңны ырыуының Шәжәрә байрамын район кимәлендә үткәрергә йыйынабыҙ”, – тип белдерҙе. Бүздәк районының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Алина Дулатова Ҡаңны ырыуы вәкилдәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу тарихын бәйән итте.
Ҡаңны-Төркәй ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Сәғәҙиева: “Беҙ башҡорт теленең Дим һөйләшендә аралашҡан балалар менән эшләйбеҙ. Һөйләшебеҙ әҙәби телгә яҡын, әммә айырмалары ла бар, – тип билдәләне һәм был айырмаларҙы һанап үтте. – Төньяҡ башҡорттары Дим һөйләшендә лар-ләр ялғауын ҡулланып һөйләшә, һ өнө урынына ҫ өнөн әйтә. Әҙәби телде белеү яҡшы, әммә ерле һөйләш тә һаҡланырға тейеш. Ике һөйләш тә беҙгә берҙәй ҡәҙерле”.
Бүздәктән Зилә Мостафина сығышын ошо ерҙә тыуып үҫкән, Башҡорт автономияһын төҙөүҙең инешендә торған күренекле сәйәсәт эшмәкәре Муллайән Халиҡовҡа арнаны, шәхестең исемен мәңгеләштереүҙең зарурлығын билдәләне.
Был йәһәттән Бүздәк районында 2018 йылдан алып “Халиҡов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола, ә март айында Бүздәктең 1-се мәктәбе алдында Муллайән Халиҡовҡа бюст асыласаҡ. Зилә Мостафина президиумдан күренекле шәхес исемендәге дәүләт премияһын булдырыу тәҡдимен резолюцияға индереүҙе һораны.
Ҡаңны ырыуына ҡараған райондар араһында Кушнаренко ла бар. Был төбәк вәкиле Илүзә Хәммәҙиева ырыу вәкилдәре йәшәгән ауылдар тарихы менән таныштырҙы, Ҡаңны ырыуына ҡараған башҡорт ауылдарында йәшәгәндәрҙең үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуҡтары булыуын, шулай уҡ удмурт, типтәр, мишәрҙәр менән йәнәш татыу йәшәүҙәрен билдәләне.
Тыуған яҡты өйрәнгән Рафаэль Ситдиҡов иһә Туймазы районы исеменән сығыш яһаны. Ул Ҡандра-Ҡотой ауылының шәжәрәһе хаҡында һөйләне.
“Элек ауылда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ бер үк нәҫелдән булыуҙары хаҡында уйлап та бирмәгән, ә шәжәрәне өйрәнгәс, бар ауылдың бер-береһенә туған булыуы асыҡланған. Ауылыбыҙға йышыраҡ ғалимдар, тарихсылар килеп, халыҡ менән осрашып һөйләшеүҙәр, лекциялар алып барһындар ине. Беҙҙең мәҙәниәт йорто ла яңы, иркен, унда Башҡортостандың мәҙәниәт әһелдәрен көтәбеҙ”, – тип Ҡандра-Ҡотой ауылының сәләмен еткерҙе ул трибунанан һәм тағы ла бер хәл ителеүҙе көткән мәсьәләгә туҡталды: был ауылда мәктәп ябылған.
“Мәктәп юҡ икән, ауыл да бөтә, тиҙәр. Был йәштәрҙең дә ауылда ҡалмауына сәбәп булып тора”, – тине делегат.
Ҡандракүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан Ҡандра-Ҡотой ауылына йыл да ял итеүселәр килеп тулыусан икән, был мәсьәләгә лә иғтибарҙы йәлеп итте Рафаэль Ситдиҡов, ял итеүҙе ойоштороу системаһын булдырыуҙы һораны.
Мишкә районынан Мөнир Нурисламовтың сығышы халыҡты йәнләндереп ебәрҙе. Бабич нәҫеленән булған Ҡаңны ырыуы вәкиле Мишкә башҡорттарының тарихи, мәҙәни тормошо хаҡында һөйләне.
“Районыбыҙ башҡорттарынан күп күренекле шәхестәр сыҡҡан: Шәйехзада Бабич, Кирәй Мәргән, Али Карнай, Флорид Бүләков, Марат Рави, Нәфирә Иҡсанова”, – тине ул.
Дүртөйлө районынан Мәүлимә Мөфтиева был райондың ете ауылының Ҡаңны ырыуына ҡарауын әйтеп үтте һәм шул ауылдарҙың береһе Иҫке Байыштың шәжәрәһе менән таныштырҙы. “Ҡаңны ырыуының күренекле шәхестәр теҙмәһенә Фәррәх сәсән инмәгән, ошо һорауға иғтибар бирһәк ине. Ул 1944 йылда халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булған кеше”, – тине ул сығышында.
Мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде
Делегаттарҙың телмәренән һуң, ҡағиҙә булараҡ, Ҡаңны ырыуының гербы, гимны, советы раҫланды. Ҡаңны ырыуы советының рәйесе итеп Ғәли Шәғәлиев һайланды. Ул – Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы.
Йыйында резолюция ҡабул ителде, төп ҡарарҙарға түбәндәгеләр инде:
* Башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, туған телен һаҡлауҙы төп бурыс итеп алырға, милләт хаҡында хәстәрлек күрергә;
* Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Муллайән Халиҡов исемендәге дәүләт премияһы булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә;
* Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында уҡыу әсбаптары сығарырға;
* Ошо уҡ диалект нигеҙендә балалар баҡсаларында яңы төркөмдәр тупларға;
* Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға;
* Тарихи тамырҙарҙы өйрәнеү маҡсаты менән Шәжәрә байрамдары ойошторорға;
* Халиҡовтар араһының Шәжәрә байрамын үткәрергә;
* Ҡаңны ырыуы йәштәрен республика кимәлендәге ҙур сараларға, форумдарға йәлеп итергә;
* Сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән спорт саралары уҙғарырға;
* Ырыуҙың сайтын, мәғлүмәт майҙанын булдырырға;
* Күренекле шәхестәр исемлеген раҫларға;
* 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында һуғышҡан Ҡаңны ырыуы башҡорттарының исемдәрен мәңгеләштерергә;
* Ата-әсәләр менән башҡорт телен һайлап уҡытыу йәһәтенән аңлатыу эшен көсәйтергә;
* Бүздәк районында етештерелгән продукция нигеҙендә башҡорт кухняһының брендын булдырырға;
* Ҡаңны ырыуының коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын төҙөргә.
Йыйында ғәҙәттәгесә, тантаналы рәүештә штандарт тапшырылды. Эстафетаны Баҡалы районы хакимиәте вәкилдәре ҡабул итеп алды, йыйын уҙғарыу сираты Юрмый ырыуына күсте.