Башҡорт донъяһы
16 Март 2021, 16:30

Легендар генералдың тыуыуына - 170 йыл

Хажиәхмәт Ишбулатовтың эшмәкәрлеге һәм тормош юлы менән Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин таныштыра.

Бөгөн, 16 мартта, Хажиәхмәт Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулды. Кем һуң ул Хажиәхмәт Исхаҡ улы? Уның эшмәкәрлеге һәм тормош юлы менән Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин таныштыра.
Күренекле хәрби эшмәкәр, генерал-лейтенант Х. Ишбулатов Өфө губернаһының Өфө өйәҙендә, хәҙерге Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған.
1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тамамлай. Хәрби хеҙмәтте Өфөлә батальон суды рәйесе булып башлай, аҙаҡ Ырымбур ҡалаһында дауам итә. 1878 йылда штабс-капитан булып китә, 1892 йылдан алып Брест-Литовск ҡалаһында хеҙмәт итә, аҙаҡ Ковель ҡалаһында полкка етәкселек итә. 1900 — 1904 йылдарҙа — Орск пехота полкында.
1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Яҡшы хеҙмәте өсөн дүртенсе дәрәжә Изге Владимир ордены, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Изге Анна, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Изге Станислав ордендары менән наградлана. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
1916 йылдың июленән алып 152-се запас пехота полкы командиры була. 1917 йылда Бәләбәй гарнизоны башлығы итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдан - Ҡазанда 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры. 1918 йылда бригаданы таратҡас, генерал Ишбулатов өйөнә әйләнеп ҡайта.
1918 йыл башында Башҡорт Хөкүмәте аҡ армия яғында башҡорт частарын формалаштыра башлай. Башҡорт хәрби советы элекке батша армияһының офицерҙарына Башҡорт автономияһында ҡораллы көстәр булдырыуҙа ҡатнашыуҙы һорап телеграммалар ебәрә. Шундай уҡ хәбәрҙе генерал Ишбулатовҡа ла юллайҙар. “Башҡорт хәрби советы һеҙҙе тиҙ арала Силәбегә килеп, башҡорт ғәскәрҙәрен булдырып, уға етәкселек итеү өсөн хәрби совет ултырышына килеүегеҙҙе һорай”, - тип яҙыла унда.
Ишбулатов башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итергә ризалаша. Уның Силәбегә килеп етеүен дә көтөп тормай, хәрби совет уны 1-се Башҡорт пехота дивизияһы командиры итеп тәғәйенләй. Ул ваҡытта башҡорт хәрби частары һаны алты полкка тиклем етә. Формалашыу хәлендә йәнә ике пехота полкы була. Башҡорт Хөкүмәте Комучтан Халыҡ армияһы составында Айырым Башҡорт корпусын булдырыуға рөхсәт ала. Корпус командующийы итеп генерал Ишбулатов тәғәйенләнә.
Халыҡ армияһы главкомы Комуч приказы менән Башҡорт корпусы командующийы Хажиәхмәт Ишбулатов генерал-лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. Әммә 1918 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия менән бәрелештән һуң Һамар хөкүмәте ғәскәрҙәре көнсығышҡа сигенә. Өфөлә булдырылған Бөтә Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте башҡорт ғәскәрҙәренең үҙаллылығын сикләүгә курс ала. 21 октябрҙә Башҡорт корпусы менән 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһын юҡҡа сығарыу тураһында приказ сығарыла. Ноябрҙә бөтә башҡорт уҡсылар частары 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһына туплана, һәм уның начальнигы итеп генерал Ишбулатов тәғәйенләнә.
Власҡа Колчак килгәс, Башҡорт дивизияһы 10-сы уҡсылар дивизияһы тип исемен үҙгәртә. Ишбулатов урынына аҡ генерал Савич-Заболоцкийҙы тәғәйенләйҙәр. Атаман Дутов приказы буйынса дивизияны Аҡтүбә фронтына ебәрәләр. Генерал Ишбулатов Башҡорт хәрби идаралығында начальник урынбаҫары вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.
1919 йылдың февралендә, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәр Совет власы яғына күскәс, Хажиәхмәт Ишбулатов Башҡорт Совет республикаһының Халыҡ комиссариантында хәрби эштәр буйынса хәрби етәксе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың яҙы һәм йәйендә РККА-ның башҡорт милли частарын мобилләштереү менән шөғөлләнә, Башвоенкоматтың 1-cе мобилизация комиссияһы етәксеһе була. Һуңғараҡ хәрби хеҙмәтте ҡалдыра.
Уның улдары ла Башҡорт республикаһының дәүләт органдарында хеҙмәт итә: Сәйетгәрәй 1919 йылда эске эштәр наркоматында эшләй, Рөстәм – БАССР Совнаркомында эштәр идаралығында. Хажиәхмәт Исхаҡ улы 1921 йылда Стәрлетамаҡта вафат була.
Фото: Башвикипедия.
Читайте нас