Башҡорт донъяһы
17 Март 2021, 06:30

Юбилейың менән, әҙип!

Шағир, прозаик, драматург Мөнир Ҡунафиндың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.

Танылған драматург, шағир, прозаик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин бөгөн 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ошо уңайҙан Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Мөнир Сәхиулла улын күркәм байрамы менән ҡотлап, ижади артылыштар теләне һәм Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Мөнир Ҡунафиндың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә емешле ижады аша яҡшы таныш. Яҙыусының “Шундай мәлем”, “Ғүмер тигәндәре”, “Тәңре өрөк ҡапҡанда” исемле китаптары халыҡ араһында тиҙ таралды.
Шиғриәт һәм проза менән бер рәттән әҙип драматургияла ла үҙен һынап ҡараны, ҙур үрҙәр яуланы. Уның “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын”, “Бер ус бойҙай” һәм башҡа пьесаларын республикабыҙҙың театрҙары сәхнәләштерҙе.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас