Башҡорт донъяһы
18 Март 2021, 08:30

Иң боронғо ырыуҙарҙың береһе йыйын йыйҙы

Пермь крайында Ғәйнә ырыуы ҡоро бара. Сарала Башҡортостандан делегацияһы ла ҡатнаша.

Пермь крайында Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйындары эстафетаһын Ғәйнә ырыуы ҡабул итте - Барҙа районының Төнгүк ауылында Ғәйнә башҡорттары конференцияһы ойошторолдо.
Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре Барда ырыуының башҡорт ауылдарын ялмап алған - йыйындың үҙенән тыш "Тамыр" балалар телеканалы, "Аҡбуҙат" балалар журналы, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин төрлө ерҙәрҙә әүҙем эшмәкәрлек йәйелдергән: улар Пермь крайы башҡорттары менән осраша, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
Төнгүк ауылында Башҡортостан Республикаһынан килгән делегацияны, урындағы ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән үк йыр-моң, бауырһаҡ-ҡымыҙ, ҡыҙыҡлы күргәҙмә менән ҡаршы алдылар. Йыйын башында Ғәйнә башҡорттарының килеп сығышы тураһында документаль фильм күрһәтелде.
Беренсе булып сәләмләү һүҙен Барҙа район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Татьяна Балтаева әйтте. Ул сығышында райондағы мәктәптәрҙә Пермь башҡорттарының туған телдәрен өйрәнеүе, башҡорт телендә гәзит һәм китаптарҙың сығыуы, телевидениеның эшләп килеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостандан ғәйнәләрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
"Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы - Рәсәй төбәктәре араһында иң әүҙем эшләп килгән ойошмаларҙың береһе. Әүҙем халыҡ, тырыш халыҡ. Беҙ һеҙҙең тарафтан бойомға ашырылып килгән проекттарҙы оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәбеҙ. Элек башлыса тарих менән тарихсылар һәм өлкән быуын вәкилдәре генә ҡыҙыҡһынһа, һуңғы йылдарҙа был хәрәкәткә йәштәрҙең дә ҡушылыуы ҡыуандыра. Бындай осрашыуҙар көс, дәрт бирә, берләштерә", - тине ул һәм йыйылған делегаттарҙы Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәренең бай программаһы менән яҡындан таныштырҙы.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сығыш яһаны, ул ике төбәктең мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлектәрен һанап үтте. Башҡортостандағы башҡорт гимназиялары, мәктәптәре һәм Барҙа районындағы белем усаҡтары тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Әлеге мәлдә йыйын дауам итә, делегаттар, спикерҙар Ғәйнә ырыуына, был ырыу тарихына, башҡорттарының йәшәйешенә, мәҙәниәтенә докладтар арнай.
Автор фотолары.
Читайте нас