Асҡын районына сәйәхәтебеҙ барышында үҙ эштәрен мөкиббән китеп башҡарғаны өсөн дә, ысын әсә, ҡатын булараҡ та тирә-яҡтағыларға күркәм өлгөгә әйләнгән гүзәл заттар менән аралашырға яҙҙы. Шундайҙарҙың береһе – Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова.
Дилбәр Ғәләүетдинова – район үҙәгендә урынлашҡан “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире. Үҙ эшен белеп, ихлас күңелдән башҡарған ханым баҡсалағы башҡорт төркөмө эше тураһында бик яратып һөйләне.
– 2019 йылдың 1 сентябрендә башҡорт төркөмө асылды. Был күбеһе өсөн һөйөнөслө хәл булды, – ти Дилбәр Марсель ҡыҙы. – Балалар өсөн беҙ һөйләшкән башҡорт диалекты таныш, хәҙер килеп, уларға әҙәби телдә яңғыраған матур-матур әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу – үҙе бер кинәнес.
Төркөмгә бөгөн өс-дүрт йәштәге 20 бала йөрөй. Уларҙың барыһын да бында туған теленә, мөхитенә ылыҡтырыу теләге менән ата-әсәһе алып килгән. Бәләкәстәр туған мәҙәниәткә яҡыная: башҡортса йырларға, әкиәт, шиғыр һөйләргә, бейергә өйрәнә.
Төркөмдә үҙ ҡулдары менән ҡоролған тирмә бар. Ул милли байрамдарҙы үткәргәндә үҙенә күрә бер сағыу биҙәк булып тора. Тәрбиәселәр Розалия Миңлеәғзәм ҡыҙы Әғләмова, Гөлүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева, кесе тәрбиәсе Мәрзиә Әсҡәт ҡыҙы Фәтхетдинова кескәйҙәр менән күңел һалып шөғөлләнә. Шәжәрә байрамы ла үткәрә улар. Кескәйҙәр хәҙерҙән ҡыҙығып, ата-әсәһе менән бергә нәҫел ептәрен барларға өйрәнә.
Дилбәр Марсель ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ире Илгиз Вәли улы Ғәләүетдинов менән район үҙәге Асҡындың йөҙөк ҡашы булырҙай ғаиләләренең береһе лә улар. Икеһе лә Үршиҙе ауылында тыуып үҫкән. Шатлыҡтарын да, борсолоуҙарын да уртаҡлашып, бер бөтөн булып йәшәй башлағандарына инде ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Матур ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Баш балалары Илдарға – 19 йәш, ул – БДУ студенты. Алмас – 9-сы класс уҡыусыһы, Динис 5-се класта уҡый, ә кинйәкәйҙәре Айгинәгә өс кенә йәш әле, балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Тыуған ауылдары Үршиҙелә ғаилә башлығының атай нигеҙе һаҡлана. Йәй еткәс тә Ғәләүетдиновтар гөрләшеп ошонда ҡайта. Бында ауыл ерендә кәрәккән техника тора. Малайҙар рәхәтләнеп атайҙарына булыша. Мөкиббән китеп техника менән мауыҡҡан балалар был эштең бар серҙәренә төшөнөргә ынтыла. Оло улдары Илдар һигеҙ йәштә трактор йөрөтөргә өйрәнгән! Эш бихисап булған йәмле миҙгелдәрҙе ғаилә ике арала – Асҡын – Үршиҙелә йөрөп үткәрә.
Ғаиләнең 25 гектар ере бар. Ул башлыса бесән әҙерләргә тотонола. Үләнде сабып, йыйып, уңайлы итеп преслап ҡуялар. Күпләп мал тотҡан кешегә бындай тәгәрәмдәр бик уңайлы, шуға Ғәләүетдиновтар әҙерләгән бесән ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Тыуған ауылдарына ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп тә торорға тырыша был ғаилә. Ҡул ярҙамы тиһеңме, техника менәнме, аҡсалата булышлыҡмы. “Үршиҙеләге бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Тыуған ауылыбыҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ тәпәй баҫҡан, тартып торған изге ер булып ҡала”, – ти Дилбәр Марсель ҡыҙы. Үҙ донъяларын ҡороп йәшәп ятҡан район үҙәге Асҡын да күптән күңелдәренә инеп ултырған. Бындағы тормош-йәшәйеш барышынан да ситтә ҡалмай улар, даими ҡатнашлыҡ күрһәтә.
Егәрле, тырыш ҡына түгел, бик талантлы, музыкаль ғаилә лә булып сыҡты Ғәләүетдиновтар. Бында үҙ музыканттары, йырсылары – тотош бер ижади төркөм! Ғаилә башлығы ла, улдарының өсөһө лә гармун, баянда уйнайҙар. “Өйҙә хәҙер өс баян, ике гармун бар”, – тип йылмая Дилбәр Марсель ҡыҙы. Өлкәндәре Илдар гитара ла сиртә, үҙе көйҙәр ижад итә. Әсәй кеше үҙе матур йырлай. Тағы бер яратҡан шөғөлө – гөлдәр үҫтереү. “Сәскәләр күңелгә дәрт бирә. Улар менән булышҡанда бар арыуҙар, ауырлыҡтар онотола”, – ти егәрле хужабикә.
Ана шулай эшенә лә, хужалығына ла өлгөрөп, йәмәғәт мәшәҡәттәренә ихлас ҡатнашып йәшәүҙән йәм табып, алдағы көндәргә матур уй-ниәттәр ҡороп көн итә Асҡындың күркәм ғаиләләренең береһе. Был ысын мәғәнәһендә күптәргә өлгө булырҙай ғаиләнең ҡотон, йәмен һаҡлап, усаҡты һәр саҡ йылы тотҡан ханымдан яңы ир ҡатыны булған йәштәр ҙә күп нәмәгә өйрәнәлер. Ни тиһәң дә, ғаиләнең татыулығы, берҙәмлеге, уй-ниәттәр уртаҡлығы – күпселек ҡатын-ҡыҙ башланғысында. Беҙ иһә Ғәләүетдиновтарға, бәхеттәренә күҙ теймәһен, шатлыҡтары килеп торһон, тип теләйбеҙ.