Башҡорт донъяһы
19 Марта 2021, 06:04

Милли рух бөрктө байрам

Туймазы районында Башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Кисә Туймазы районының Кәкребаш ауылында Башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелгән “Ҡусҡар” сәхнәләштерелгән тамашаһы үтте. Кисәнең авторы – Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөләлә Рәйес ҡыҙы Төхвәтуллина. Милли рух менән һуғарылған сағыу тамашаға ҡунаҡтар, бихисап милли кейем оҫталары йыйылды.
Улар араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәнеп, уны этнографик нөсхәгә нигеҙләнеп тергеҙгән, таратыуға көсөн һалған Зөлфиә апай Краснова, Өфөнөң “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһы ағзалары һәм уның етәксеһе Әлфиә Әхтәриева, “Без – башҡортлар” ойошмаһы ағзаһы, Туймазы районы шәжәрәһе буйынса вәкил Альберт Исмаил да бар ине.
Тамашала башҡорт милли кейеменең төрлө төбәккә хас үҙенсәлектәрен сағылдырған кейем өлгөләрен күрергә, милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмә ҡарарға ла мөмкин булды.


Туймазы районы.
Читайте нас