Башҡорт донъяһы
19 Март 2021, 06:31

“Минең исемем Салауат”

Өфөләге “Родина“ кинотеатрында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы академигы, билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында “Минең исемем Салауат” тип аталған документаль фильм күрһәтелде. Үҙенсәлекле яҙмышлы башҡорт улы менән таныштырған был бай йөкмәткеле фильмдың авторы – Гәүһәр Батталова, режиссеры – Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы операторы – Урал Ғатауллин, композиторы – Илшат Хәлилов.

Өфөләге “Родина“ кинотеатрында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы академигы, билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында “Минең исемем Салауат” тип аталған документаль фильм күрһәтелде. Үҙенсәлекле яҙмышлы башҡорт улы менән таныштырған был бай йөкмәткеле фильмдың авторы – Гәүһәр Батталова, режиссеры – Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы операторы – Урал Ғатауллин, композиторы – Илшат Хәлилов.


Салауат Щербаковтың атаһы Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин – Ырымбур башҡорто. Ул уҙған быуаттың 20-се йылдарында етем ҡалғас, балалар йортонда тәрбиәләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы яугире, сапер, һуңынан ул Мәскәүҙә төпләнгән. Һуғыштан һуң Дәүләтхажи Сиражетдин улы электротехника техникумын тамамлай. Ҡатыны рус милләтенән була, шулай ҙа балаларына Салауат һәм Ғәлиә тигән исемдәрҙе ҡуштырта.

Ҡатыны менән айырылышҡас, әсәй кеше улын Щербаков фамилияһына күсергән. Әммә Салауатта башҡорт гендары көслө була, ул ғүмер буйы үҙен башҡорт итеп тойоп, ғорурланып йәшәй. Тарихты, нәҫел тамырын өйрәнә, атаһы һәм әсәһе яғынан ете быуынын белә.
Гәүһәр Батталова “Минең исемем Салауат” фильмы аша Салауат Щербаковтың барлыҡ тормош юлын күрһәтергә лә, уның ниндәй бөйөк скульптор булыуы менән таныштырыуға ла өлгәшкән.
Донъя кимәлендә танылыу алған Салауат башҡортлоғо менән ғорурланыуын йәшермәй. Ҡаҙаныштарында башҡортлоҡтоң ярҙамы тейеүен белдереп: “Башҡорттарға хас сабырлыҡ, тырышлыҡ менән өлгәштем уңыштарға”, – ти. Үҙенең, улының, ейәненең йөрөш-торошо тураһында: “Башҡорттар һыбайлылар, яугирҙәр, күрәһең, ошо тәбиғәттән сағылғандыр. Эйе, беҙ ҙә улым менән ейәнебеҙгә арттан ҡарайбыҙ ҙа уның атлауынан таныйбыҙ. Башҡортостанға килгәндә лә ошо хәрәкәттең тамсы сағылышы кеүек ошо йылғаныҡы булғанына инанам. Мин үҙем дә, күптәр иғтибар иткәнсә, ошондай йөрөшкә эйәмен. Шулай булғас, минең атлауым да башҡорттоҡо", – ти ул, ғорурланып.
Салауат Щербаков 40-тан ашыу һәйкәлде, Хәрби дан ҡалаларында 45 стеланы, ундан ашыу интерьерҙың дизайн-проектын ижад иткән. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының йөҙө булып торған ҡоролмаларҙы – кенәз Владимирға, император Александр Беренсегә, митрополит Гермогенға, Столыпинға һәм башҡа бик күп бөйөк шәхестәргә һәйкәлдәрҙе эшләгән алтын ҡуллы милләттәшебеҙ. Уның етәкселегендәге ижади төркөм Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуясаҡ.
“Иң ҙур хыялым, “Урал батыр” эпосы буйынса монумент төҙөү. Әле мин эпос тураһында күберәк белергә, уның характерын, йөкмәткеһен аңларға тырышам. Был эпос донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә, уның тураһында донъяла күберәк белергә тейештәр”, – ти милләттәшебеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлгән “Минең исемем Салауат” документаль фильмы башҡорт халҡының уңған улы тураһында һөйләүгә генә ҡоролмаған. Автор Салауат Щербаковтың яҙмышы аша тамашасыға кешелә Тыуған илгә һөйөүҙең ни тиклем тәрән булыуын һәм уны ижад аша ла сағылдырыу мөмкинлеген, шулай уҡ Рәсәйҙең данлы үткәнен һәм бөйөклөгөн, халыҡтар дуҫлығын күрһәтеүгә өлгәшкән. Шуға ла уны йәш быуынға, студенттарға, мәктәп уҡыусыларына күрһәтеүҙе ойошторорға кәрәк.

Читайте нас