Башҡорт донъяһы
19 Март 2021, 07:01

“Тормошта ҡайнап йәшәйбеҙ”

Асҡында танышҡан тағы бер мөләйем, тырыш ханым – Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова. Ул да һөнәре буйынса тәрбиәсе. Асҡындың 2-се балалар баҡсаһында “Тамсыҡай” башҡорт төркөмөндә эшләй.

Асҡында танышҡан тағы бер мөләйем, тырыш ханым – Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова. Ул да һөнәре буйынса тәрбиәсе. Асҡындың 2-се балалар баҡсаһында “Тамсыҡай” башҡорт төркөмөндә эшләй.


Төркөм асылғанға тиклем ул баҡсала өлкән һәм сығарылыш төркөмдәренә йөрөгән кескәйҙәр өсөн “Осҡон” түңәрәген алып бара. Яңы асылған төркөмгә иң кес­кәйҙәрҙе – ике, өс йәшлек бәлә­кәстәрҙе йыялар. Хәҙер улар өс­-дүрт йәшкә еткән. Былтыр әле йүнләп һөйләшә лә белмәгән сабыйҙар менән бөгөн өндәр, хәрефтәр өйрәнәләр, шулай яйлап телдәрен асалар. Башҡортса бер һүҙ ҙә тиерлек белмәгән балаларҙың ҡайһы берҙәре “Һаумыһығыҙ!”, “Һау булығыҙ!” тип матур ғына итеп әйтә башлағанға ла ихлас ҡыуана Ләйсән.
Төркөмдә башҡорт мәҙәниәтенә ҡағылышлы атрибуттар эшләнгән, Ләйсән башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар ҙа килтереп ҡуйған хатта.

– Балаларға бик ҡыҙыҡ. Улар милли кейемдәргә ҡыҙыға, ҡурсаҡтар менән яратып уйнай. Тирмә эсенә инергә яраталар. Бәләкәстәр ҡурай моңдарын, ҡумыҙҙы тыңлап үҫә, – ти. Әйткәндәй, ҡумыҙҙа уларға Ләйсән апайҙары үҙе уйнап күрһәтә.
– Төркөм булмағанда, әле түңәрәк сифатында ғына эшләгәндә балалар иң беренсе башҡорт кейемдәренә ҡыҙығып башлағайны, – тип һөйләй тәрбиәсе. – Башта биш-алты ғына бала булһа, аҙаҡҡараҡ 10-12 булып киттек. “Ошо кейемде кейеп, мин дә сығыш яһарға теләйем”, – тип дәртләнештеләр. “Башҡортостанда тыуып, ошонда йәшәгәс, балам да башҡорт телен белһен, тим”, – тип башҡа милләт вәкилдәре лә балаларын килтерә башланы. Уларҙы береһе лә был аҙымға мәжбүрләп күндермәне, шәхсән үҙҙәренең ирекле теләге килтерҙе бында. Ошондай ата-әсәнең ихлас тойғоһона рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?!
Үткән уҡыу йылында ғына асылған яңы төркөм булғас, “Тамсыҡай”ҙа күп нәмә әле эшләнеү, йыйыу өҫтөндә. Ләйсән кеүек дәртле, башҡорт төркөмөм, тип янып торған кешеләр барҙа, тиҙҙән был төркөмдөң өлгөлөгә әйләнеп китеренә лә шик юҡ хатта.
Был ханым эше һөҙөмтәһендә генә түгел, ә татыу, булдыҡлы ғаиләһе менән дә Асҡында хөрмәт ҡаҙанғандар араһында. Тормош юлдашы Илшат аграр университетты тамамлаһа ла, күңел биреп шөғөлләнгәне – ағас эше. Техника оҫтаһы ла ул. Йүнсел, ярҙамсыл, өҫтәүенә, тыуған яғының йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай.
Ғәлимовтар Ислам менән Нурсолтан исемле ике ул үҫтерә. Олоһо – дүртенсе класта, бәләкәсе беренселә уҡый. Ислам математиканы үҙ итә, “Лего” конструкторы менән мауыға, шахмат уйнай, баянда уйнарға өйрәнә. Кинйәләре күберәк спорт яғына тартыла, йөҙөү менән шөғөлләнә, самбо түңәрәгенә йөрөй, бейеүгә, йырға ла маһир.
– Асҡында балаларҙың белемен, талантын үҫтерер өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – ти Ләйсән. – Ҙур ҡала­ларҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы, спорт мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, балалар ижады үҙәге эшләй. Мөмкинлегең, теләгең генә булһын, балаларҙы һәр яҡлап та асырға мөмкин.
Ләйсән үҙе балалар баҡсаһы тормошонда ҡайнап йәшәй, күп сараларҙа ҡатнаша.

– Бөтә коллективыбыҙ менән шулай беҙ, – ти үҙе. – Кәрәк икән, театр ҙа ҡуйып ебәрәбеҙ, йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә, кулинар ҙа, ашнаҡсы ла булып китәбеҙ, – тип көлә. – Коллективта шулай гөр килеп йәшәгәнде, минең гел ҡайҙалыр, нимәгәлер ҡатнашып йөрөгәнемде күреп үҫкәнгәме икән, балаларыбыҙ ҙа әүҙемлек күрһәтергә ынтыла. Оло улыбыҙ төрлө олимпиадаларҙан ҡалмай, кесеһе йыр конкурстарына теләп бара – ул вокал менән дә шөғөлләнә.
Шуғалыр ҙа, ғаилә “архивында” район кимәлендәге һәр төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар, бүләктәр бихисап: “Иң әүҙем ғаилә”, “Минең ғаиләм” ижади конкурсында ҡатнашҡан өсөн”, “Иң берҙәм ғаилә”, “Спорт һөйгән ғаилә”, “Йыл ата-әсәһе”, Шәжәрә конкурсында Гран-при...

– Беҙ бөтә ерҙә “ҡайнайбыҙ”, – тип көлә Ләйсән. – Ошолай йәшәү рәүешенә өйрәнеп тә киттек буғай инде.
Был уңған, әүҙем ханымдың күңеленә тынғы бирмәгән ҡанатлы бер хыялы бар: ике яҡтан да тулыһынса шәжәрәләрҙе төҙөп алыу.

– Иремдең атаһы, әсәһе яғынан да, үҙемдең дә ике яҡтан да нәҫел ептәрен барлағым килә, – ти. – Беҙ балаларыбыҙ өсөн ошо ҡиммәтле мәғлүмәтте тергеҙергә, туғанлыҡ ептәрен тоташтырырға тейешбеҙ. Һәр башҡорт үҙенең тамырҙарын белеп үҫергә тейеш, артабан инде был мәғлүмәтте киләһе быуындар ялғап китер.
Ләйсән Ғәлимова кеүек үҙенең шөғөлөн яратып башҡарған, тыуған яғы өсөн тырышҡан, тамырҙарым, тип ихлас ҡыҙыҡһынған, бәләкәстән балалар күңеленә ошо рухи ҡиммәттәрҙе һеңдерергә ынтылған ханымдар барҙа киләсәккә ышаныслы ҡарарға хоҡуҡ бар. Асҡын ерен дә телен белгән, илен һөйөп үҫкән бихисап балалар күтәрер.


Асҡын районы.
Читайте нас