Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Мәсетле районында Башҡорт тарихы йылы һәм “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә “Ҡошсо ырыуы йыйыны” I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡошсо — 49 боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе. Көнсығыштың тарихи сығанаҡтарына ярашлы, ҡошсолар Батыу хан ғәскәрҙәре составына ингән һәм Европа илдәренә походтарҙа ҡатнашҡан. Һуңғараҡ улар Батыйҙың кесе туғаны Шибан улысы составына индерелгән.
Башҡорттарҙың төп биләмәләренең күпселеге хәҙерге Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — Нижнесергинск, Красноуфимск һәм Әртә райондарында урынлашҡан.
Ҡошсо нәҫеленең 15-тән ашыу биләмәһе Башҡортостандың Мәсетле районы биләмәһендә, Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Улар иҫәбендә - Мәләкәс, Борғатъя, Ҡыҙылбай, Әйүп, Юныс, Тимерәк, Тимербай, Ҡорғат, Юлай һәм башҡалар.
1812 йылдарҙа Мәләкәстән 12 ғаилә Салйоғотҡа (Төплөкүл) күсенгән. Шуға күрә Салйоғотта ла ҡошсолар — Мәләкәс ауылы халҡы туғандары бар.
Ҡотош ауылы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалына тиклем Мәрйенғол исеме менән аталған. 1740-1741 йылдарҙа тергеҙелгән ауылға Ҡотош исеме бирелгән. Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булғанса, 1795 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылы халыҡ иҫәбе буйынса Ҡошсо улусы ауылдары араһында беренсе урынды биләй: 101 ир-егет һәм 93 ҡатын-ҡыҙ (31 ихата). Был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең Ҡотош ауылы халҡы менән туғанлыҡ бәйләнештәре бар.
Сабанаҡҡа (Сабанғол) Ҡошсо улусы старшинаһы Сабанаҡ Сариҡай тарафынан нигеҙ һалынған. Ҡошсо ырыуына Һөләймән ауылы ла ҡарай. Бында дәүләт һәм партия эшмәкәре Ф. 3. Зәғәфүрәнов (1913-1975) тыуған. 1945-1950 йылдарҙа халыҡ хужалығын тергеҙеү һәм үҫтереү йылдарында ул Баймаҡ райкомының беренсе секретары, 1950-1967 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән.
Рәсми сығанаҡтарға ярашлы, Әбдрәхим ауылы яҡынса XVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Ауылдың икенсе исеме - Миҙәт. Мәсетле районында, шулай уҡ, Ҡошсо ырыуына ҡараған ике ҡатнаш ауыл бар — Абдулла һәм Әжекәй. Унда татарҙар һәм мишәрҙәр ҙә йәшәгән.
Тарих йылына арналған сараға бөтә ҡошсолар йыйылған. Йыйында бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре һәм Свердловск өлкәһенән Әртә, Красноуфимск, Башҡортостандың Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондары делегаттары ҡатнашҡан.
Улар иғтибарына күргәҙмә лә тәҡдим ителгән. Сигеү, түшелдерек-биҙәүестәр эшләү, кейеҙҙән әйберҙәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Ҡорғат, Һөләймән, Юныс һәм башҡа ауыл вәкилдәре шәжәрәләрен тәҡдим иткән. Райондағы Дан аллеяһы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Ҡошсо ырыуынан күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: үрҙә телгә алынған, 18 йыл республика Юғары Советы Президиумына етәкселек иткән Фәйзрахман Зәғәфүрәнов, “Бейек Татр” партизан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин, билдәле ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова һәм башҡалар. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин: “Ырыуы, килеп сығышы тураһында һәр кем белергә тейеш. Бөгөнгө сара мәсетлеләрҙең тамырҙарына етди иғтибар биреүен күрһәтә, улар балаларының үткәнен белеүенең һәм шәжәрәләрен киләһе быуынға тапшырылыуының мөһимлеген аңлай", - тип билдәләгән.
Ғилми-ғәмәли өлөштә тарих фәндәре кандидаты Флүр Дусмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия кураторы Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, “Башҡорт Википедияһы” проекты етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм экология ғилми-тикшеренеү институты бүлек мөдире Гөлфинә Юламанова, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Виталий Ихъяев, Мәсетле районы ҡоролтайы ағзаһы Әхмәтнур Хафизов сығыш яһаған.
(Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығанаҡтарынан)