Пандемияға бәйле оҙайлы каникулдан һуң башҡорт йәштәре араһындағы “Кубоктар лигаһы” башҡорт КВН уйындары икенсе миҙгелен асты. Уйындың темаһы - “Бына һиңә мә!”.
Беренсе фестиваль Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙҙы. Алты команда – Стәрлетамаҡтан “Филпром”, Өфөнән “Тегенән-бынан”, “Шаҡмаҡ”, “Бер минут”, Әбйәлил районынан “Хәмит”, Күгәрсен районынан “Ритайым” көс һынашты. Улар видеопрезентация, сәләмләү һәм биатлон кеүек бәйгеләрҙә үҙ һәләтен күрһәтте.
Көсөргәнешле ярышта беренсе урынға “Бер минут” командаһы лайыҡ булды, икенселә - “Ритайым”, өсөнсөлә – “Тегенән-бынан”. Әйткәндәй, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Гөлмирә Исмәғилева менән Фирғәт Ғариповҡа “Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы” һәм “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинациялары еңеүселәрен һайлау йөкмәтелгәйне. Һөҙөмтәлә был исемдәргә Айгиз Хәсәнов менән Айгөл Хәйбуллина лайыҡ булды.
– “Бер минут” командаһы, Кубоктар лигаһының “Миҙгел асыу кубогы”нда еңгәс, “Супер кубок”ка, йәғни финалға сыҡты. Унда еңгән команда 100 мең һум аҡса менән бүләкләнеп, Сочиҙа уҙасаҡ “КиВиН” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ. Әммә финалға тиклем тағы ла дүрт уйын буласаҡ. Май айында Райондар кубогы үткәреләсәк, июлдә – Йәйге музыкаль кубок, октябрҙә – Балалар кубогы. Был фестивалдәрҙә еңгәндәр "Супер кубок"та ҡатнашыу хоҡуғын ала. Шулай уҡ бөтә фестивалдәр һөҙөмтәһе буйынса иң юғары балдар йыйып, рейтинг системаһында күп мәрәй йыйған команда, бер фестивалдә еңмәһә лә, финалға сығыу хоҡуғын аласаҡ, – ти Кубоктар лигаһының ойоштороусы мөхәррире Марсель Мөхәмәтйәнов.
Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы.