Был ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙаллы мәҙәни үҙәккә берләшкән һәм милли рухтағы төрлө саралар уҙғарырға, телен һәм ата-бабалар йолаларын һаҡларға, үҫеп килгән быуынға күрһәтергә тырыша.
Күптән түгел улар Наурыҙ байрамында ихлас ҡатнашты. Сочиҙағы ҡаҙаҡ, татар, үзбәк, әзербайжан һәм башҡа милләт вәкилдәре менән берлектә милли аш-һыу әҙерләү, костюмдар күрһәтеү, концерт номерҙары менән сығыш яһау кеүек конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты.
– Беҙ – башҡорт диаспораһы – бөтә номинацияларҙа ла һыр бирмәнек, жюри ағзалары ла һоҡланыуын йәшермәне, – ти Сочи башҡорттарының мәҙәни үҙәге ағзаһы Айсилә Ҡарасурина. – Костюмдар буйынса беренсе урын беҙҙеке булды! Милли ризыҡтар буйынса үзбәктәрҙән ҡала икенсе урынды алдыҡ. Беҙҙең концерт номерҙарын иң яҡшылары тип танынылар, күп кенә Рәхмәт хаттары тапшырҙылар! Ә бит был – беҙҙең яңы ойошҡан диаспораның халыҡ алдындағы тәүге шундай сығышы! Мин үҙебеҙҙең һәләтле йәштәр һәм уларҙы дәртләндереп торған оло йәштәге яҡташтарыбыҙ менән ғорурланам.
Фото: Айсилә Ҡарасуринаның шәхси архивынан.