Башҡорт донъяһы
23 Март 2021, 16:15

Архангелдә яҙыусылар менән осрашыу булды

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ошондай осрашыуҙарҙы райондың һәр ҙур ауылында үткәреү планлаштырыла.

Республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлаған “Тарих яҙыр инем ташына” тигән әҙәби марафон бара. Ул милли әҙәбиәтте билдәлерәк итеү, үҫтереү, шиғри һүҙ бәҫен күтәреү, әҙәби ижад менән шөғөлләнгәндәрҙең эшмәкәрлеген популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Ошо проект буйынса бөгөн Архангел районы үҙәгендә “түңәрәк өҫтәл” артында билдәле башҡорт шағир-яҙыусылары, тәржемәселәр, әҙәбиәт һөйөүселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыусылар менән осрашҡан. Ижади сараға Фәнзил Санъяров, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлнара Мостафина, Хисмәт Юлдашев, Миләүшә Ҡаһарманова, Рәмил Сурағол килгән.
Осрашыу район китапханаһында үткән. Унда шулай уҡ район ағинәйҙәр ҡоро, “Тулҡын” әҙәби ойошмаһы ағзалары ҡатнашҡан. Был хәбәр менән Архангел районы гәзите хәбәрсеһе Эльвира Абдулова бүлешә.
Ҡунаҡтар сараға килгәндәрҙе яңы әҫәрҙәре менән таныштырған, милли әҙәбиәтебеҙҙең үҫешенә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашҡандарҙың фекере бер: телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә бәйле бындай ижади осрашыуҙар бик кәрәкле һәм фәһемле.
Архангел районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ильяс Сафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошондай осрашыуҙарҙы райондың һәр ҙур ауылында үткәреү планлаштырыла.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: arhvest.rbsmi.ru
Читайте нас