Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Март 2021, 08:45

Әҙәби марафон – Баймаҡта

Унда түңәрәк өҫтәл һәм ижад кисәһе үтте.

Республикала Башҡорт тарихы йылына арналған “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафоны Баймаҡ районында ла үҙ эҙен ҡалдырҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан “Ижади вариҫтар – заңы тарихтың” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү һәм халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте.


Ижади вариҫтар


Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһы директоры Зилә Мортазина Р. Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә 20 йыл дауамында әүҙем ижадсыларҙың тупланыуы тураһында һөйләне.
– Бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеүҙең темаһын беҙ юҡҡа ғына “Ижади вариҫтар – заңы тарихтың” тип атаманыҡ, сөнки һәр ижадсы – үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләүсе ул. Берекмә ағзалары әҙәби марафон өсөн махсус рәүештә “Тарих яҙыр инем ташына” исемле тарихи шиғырҙарҙан тупланған йыйынтыҡ сығарҙы, – тине ул.
Ҡунаҡ яҙыусыларға ошо йыйынтыҡтар бүләк ителде. Артабан район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев исеменән тәбрикләне, районда Башҡорт тарихы йылы уңайынан ниҙәр эшләнеүе хаҡында һөйләне.
Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев:

– “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны исеменә башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ның юлдарын алдыҡ, – тип башланы үҙенең телмәрен. – Илсе Ғайса Иҫке Байрамғол ауылы зыяратында ерләнгән. Республика марафоны ла юҡҡа ғына “Тарих яҙыр инем ташына” тип аталманы, был туранан-тура беҙгә ҡағыла. Быйыл Рәсәйҙә иң төп ваҡиғаларҙың береһе – халыҡ һаны иҫәбен алыу. Республикала ассимиляция күренеше күҙгә ташлана, шуға күрә һәр беребеҙ ғаиләлә, китапханаға килгән балалар менән һөйләшеүҙәрҙә – ниндәй генә сара ойошторһаҡ та – милләттең үҙаңын, телен һаҡлап ҡалыу буйынса аңлатыу эштәре алып барырға тейеш, – тип сығыш яһаны, Тәтешле, Дүртөйлө райондарындағы осрашыуҙарҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Артабан түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү Р. Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадында тарихилыҡ мотивтары юҫығында дауам итте. Тиҫтәгә яҡын шиғри һәм сәсмә китаптар авторҙары Борис Хәйретдинов, Рәйсә Иҫәнбаева, шулай уҡ сәсән Әкрәм Ҡәйепҡоловтарҙың ижады менән күптән Яҙыусылар берлеге ағзалары исемлегенә лайыҡ булыуы билдәләнде. Был тәңгәлдә яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың дәлилдәре кире ҡаҡҡыһыҙ ине. Сарала шулай уҡ урындағы ижадсылар Хазина Исҡужина, Зәкиә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Әлфиә Бикташева, Айгөл Аҡҡужина, Лилиә Ғәниева, Нәфисә Мәмбәтова, Рәмил Хәсәнов, Рәзинә Киндебаева-Бикташева, Риана Вәлиева, Таңһылыу Вәлиева әүҙем ҡатнашты. Рәмил Сәфәрғәле улы, кисәне ҡурай моңдары менән биҙәп, тарихи темаға һөйләшеүҙең әһәмиәтен тағы ла арттырып ебәрҙе.
Ҡунаҡ яҙыусылар ҙа ижади пландары менән уртаҡлашты, китапханаға һуңғы йылдарҙа сыҡҡан китаптарын бүләк итте. Нурлан Ғәниев бик матур, хисле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тәнзилә Дәүләтбирҙина күптән түгел мәңгелек боҙлоҡ иле булған Арктикаға барып эшләп, шунда яҙыласаҡ мелодрама өсөн байтаҡ мәғлүмәт туплап ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Рәсүл Сәғитов класташы Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән ижадҡа аяҡ баҫыуының башын шәп педагогтары – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марат Муллағоловтың исеме менән бәйләне. “Уҡытыусыбыҙ беҙгә әҙәбиәт теорияһын өйрәтеп ултырманы, әммә әҙәби ижадҡа һөйөү һеңдерҙе. Саңғы кейҙереп ҡышҡы урманға алып сығып китә лә шунда уҡ күргән-кисергәндәребеҙҙе ултыртып яҙҙырта торғайны. Тәбиғи һәләтебеҙҙе шулайтып үҫтергән, дәрт биргән”, – тине ул уҡытыусыһына мәҙхиәһендә.
Шулай итеп, түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү бик йәнле һәм эшлекле шарттарҙа үтте, тарих призмаһы аша “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижады байҡалды. Улар өсөн яҙышыу – дан-шөһрәт түгел, ә күңел талабы. Әммә китап сығарыу ғына бөгөн ижадсы өсөн ауыр мәсьәлә булып ҡала. Сығарырға ныҡлы хәл иткәндәре лә, Өфөгә йөрөүҙе мәшәҡәт һанап, Сибай ҡала типографияһында баҫтырыуҙы хуп күрә. Киләсәктә Яҙыусылар союзына ағзалар ҡабул иткәндә, ошондай үҙнәшер йыйынтыҡтарҙы ла ҡарап, әгәр ижадсы быға лайыҡ икән, уны ла ағза итеп алыу мөмкинлеге ҡаралһа, бик тә яҡшы булыр ине, тигән теләктәр яңғыраны.


“Рәхмәтлемен яҙмышыма”


Ошо көндә “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” тип исемләнгән ижад кисәһе бик матур үтте.
Аҫылташтай сағыу ижади шәхесебеҙҙең исеме республика халҡына күптән таныш. Шүлкә ауылы ҡыҙы Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған сағында уҡ шиғырҙары район гәзитендә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған мәлдәрендә иһә республика гәзит-журналдарында, хатта ике тапҡыр “Йәш көстәр” йыйынтығында ла баҫылып сыға.
Тормошҡа оптимистик ҡарашлы ханымдың китаптары ла үҙенсәлекле – кеҫә форматындағы йыйынтыҡтарҙы үҙең менән алып йөрөп уҡырға, ятларға, байрамдарҙа рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ бөтә китаптарының да исемдәре өндәү менән тамамлана – тап үҙенең донъяға ҡарашы кеүек. Бәхет, мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ, тормош һәм башҡа иң бөйөк төшөнсәләр хаҡында яҙылған хисле, фәлсәфәүи шиғырҙарына бик матур йырҙар яҙылыуы башҡорт эстрадаһын да балҡыта. “Беҙ – бер туғандар”, “Үтә бит ул”, “Яуһын әйҙә ҡарҙары”, “Әсәйем яһаған сәй”, “Уйламайым, иламайым”, “Һуңлап ҡуймаһам ине” һымаҡ популяр йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙыуы менән яҡташтары күңелендә ғорурлыҡ тойғолары уята. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнап, оҙаҡ йылдар Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында уҡытыусы, мәктәп директоры, директор урынбаҫары, юғары категориялы уҡытыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ижадҡа ла ваҡыт таба, үҙенең күңел моңдарын халҡына еткерергә ынтыла.
– Шиғырҙарымда уйҙарым, хис-тойғоларым сағыла, – ти Фирүзә ханым. – Кешене өмөт йәшәтә. Уйлағаның алдыңа килеүенә ышанһаң, тик яҡшы, яҡты уйҙар менән йәшәһәң, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс табып була. Бер ҡасан да баш эйеп, еңелеп ҡалырға ярамай. Тәлмәрйен тураһында хикмәтте ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Уны ҡаймаҡҡа батырырға уйлағандар, ти, ә ул тырышып-тырмашып аяҡтары менән ишә башлаған һәм ҡаймаҡты майға әйләндереп, һикереп сығып киткән, ти. Ошо тәлмәрйен кеүек булырға кәрәк! Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, барына риза булып йәшәй белеү ҙә етә, ә донъя шундай матур! Күңелеңә көнсөллөк, асыу, үпкә, рәнйеш кеүек кире хистәрҙе яҡынлатмаһаң, йәшәү – үҙе үк бәхет.
Фирүзәнең шиғырына тәүге йырҙы Юлай ағай Моратов яҙғайны, артабан Дамир Солтанов, Азат Исҡужин, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Альфред Яҡшымбәтов, Нурия Абдуллина, Рәмил Туйсин, Флера Шәрипова, Динә Аҡназарова һәм башҡалар менән байтаҡ йыр ижад итәләр. Ҡара иҫәп менән йөҙҙән ашыу йыры бар, ҡайһы берәүҙәре әле йыр һөйөүселәргә барып та етмәгән. “Юлдаш йыры”, “Башҡорт йыры”, “Йыл йыры” конкурстарында ҡатнашып, призлы урындарға сыҡҡандары ла бар.
Ижад кисәһендә Фирүзә Абдуллинаның һабаҡташтары ла, хеҙмәттәштәре лә, ҡәләмдәштәре лә ихлас ҡатнашып, йөрәктән сыҡҡан матур һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Шағирәнең үҙе тарафынан да, уның ижадын яратыусылар йәһәтенән дә яңғыраған шиғырҙары, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырауы кисәне уғата йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙе.
“Юбилейығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?” тигән һорауға шағирә, ихлас йылмайып: “Ниндәйҙер ҙур уңыштар менән маҡтана алмайым, – тип яуап бирҙе. – Бөгөнгә “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!”, “Ихлас күңелдән!”, “Йәйғор сатыр”, “Бәхет бар ул!” исемле биш китабым донъя күрҙе. Шиғырҙарым интернет киңлегендәге “Ғәжәп донъя” төркөмөндә даими баҫыла, гәзит-журналдарҙа сығып тора икән, тимәк, ижадым кешеләргә барып етәлер. Алла бойорһа, артабан да күңелемә килгәнде яҙырмын, тип уйлайым. Ижадҡа һуңлап килһәм дә, яҡты эҙ ҡалдыра алырмын, моғайын”.


Баймаҡ районы.
Читайте нас: